Торлаҡ өсөн яңыса түләйәсәкбеҙ20.01.2017
1 ғинуарҙан күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоу өсөн файҙаланылған коммуналь ресурстар хаҡы торлаҡты хеҙмәтләндереү хаҡына индерелә. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
“Тимәк, бынан ары дөйөм йорт сығымдары коммуналь хеҙмәттәрҙән торлаҡтыҡына күсерелә. Түләү күләмен йорт милекселәре үҙҙәре билдәләйәсәк”, – тине Дмитрий Медведев вице-премьерҙар менән үткәргән кәңәшмәһендә. Был торлаҡ-коммуналь секторҙың эшен яҡшыртасаҡ, хаҡ билдәләүҙә асыҡлыҡты һәм аныҡлыҡты арттырасаҡ, тигән фекерҙә Премьер-министр.
Яңы документ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү структураһын көйләй. Уның күләмен күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр дөйөм йыйылыштарҙа үҙаллы билдәләй. Әйткәндәй, был хаҡ дөйөм йорт ихтыяждарына йүнәлтелгән коммуналь хеҙмәт нормативынан артыҡ була алмай.
Вице-премьер Дмитрий Козак билдәләүенсә, әлегә тиклем шәхси һәм дөйөм йорттағы иҫәп-хисап приборҙары араһындағы айырма дөйөм йорт ихтыяждарына сығымдар менән ҡаплана ине. Улар иҫәбенә хеҙмәттәрҙән законһыҙ файҙаланыу ҙа, рәсми алғанда буш торған, шул уҡ ваҡытта кемдер йәшәгән фатирҙар ҙа индерелә торғайны.