Ҡыҫҡаса...17.01.2017
Башҡортостан юл төҙөүгә 178 миллион 200 мең һум аласаҡ. Был Рәсәй Хөкүмәтенең төбәктәрҙәге юл хужалығын үҫтереүгә ярҙам бүлеү тураһындағы ҡарарынан билдәле булды. Йәмғеһе 8,7 миллиард һум булған ҡаҙна-ара трансферт 83 субъектҡа бирелде.
* * *
Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән “Социнвестбанк” араһында төҙөлгән килешеү уларға берлектәге “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 инвестициялы проект” исемле эшҡыуарлыҡ акцияһы уҙғарырға ярҙам итәсәк. Палата президенты Азат Фазлыев әйтеүенсә, эшҡыуарлыҡ акцияһына бизнесмен­дарҙан тәҡдимдәр килә лә башлаған.
* * *
Өфөлә эш хаҡы иң ҙур булған вакансиялар иғлан ителде. Беренсе урында – айлыҡ килеме 100 мең һум булған баш инженер вазифаһы. Superjob.ru порталының тикшеренеү үҙәге хәбәр итеүенсә, икенсе урынды гипермаркеттар директоры урынбаҫары биләй, уның айлыҡ эш хаҡы 71 мең һумдан алып 95 мең һумға саҡлы тирбәлә. Өсөнсө урында – 1 “С” программалаусыһы, уныһына эш биреүселәр кәмендә 70 мең һум килем вәғәҙә итә.
* * *
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2016 йылдың өсөнсө кварталында йәшәү минимумы йән башына ҡарата айына уртаса 8 423 һум тәшкил итте (дүртенсе квартал һуңыраҡ билдәле буласаҡ). Был күрһәткесте ҡулланыу кәрзине һәм аҙыҡ-түлек, ризыҡ булмаған тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡы буйынса статистика ойошмаһы биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә өс айға бер тапҡыр билдәләйҙәр. Рәсәй Хөкүмәте ошо уҡ кварталға йәшәү минимумын 9 889 һум иткәйне, ул алдағы өс айҙыҡы менән сағыштырғанда 67 һумға аҙыраҡ.
* * *
“Йыл эшҡыуары-2016” конкурсы­ның уҙған йылдың һуңғы көндәренең береһендә уҙғарылған сираттағы йомғаҡлау тантанаһы, ғәҙәттәгесә, күп кеше ҡатнашлығында бик әүҙем үтте. Был бәйге 2005 йылдан алып даими үткәрелеп килә. Былтыр еңеүселәр исеменә республика ҡалаларынан һәм райондарынан 100-ҙән ашыу йүнсел дәғүә итте. “Етештереү өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында беренсе урын Октябрьский ҡалаһынан “ВНИИ-ЗТК” йәмғиәте директоры Василий Чуровҡа, “Аҙыҡ-түлек өлкәһендәге иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында – Мәсетле районынан “МолПромСтрой” йәмғиәте етәксеһе Гагик Аветянға, “Аҙыҡ-түлек менән бәйле булмаған өлкәләге иң яҡшы эшҡыуар” номинацияһында Туймазы ҡалаһынан “РиаПласт” йәмғиәте директоры Ринат Шәйҙуллинға бирелде.
* * *
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы суд приставтары менән берлектә республикала кисектерелгән һалымды мәжбүри түләтеү буйынса масштаблы рейд уҙғарҙы. Һөҙөмтәлә ҡаҙнаға өҫтәмә рәүештә 2,3 миллион һум аҡса инде. Бурыслы булған ете кешенең ҡыйбатлы автомобиле, 13 граждандың фатиры, пилорамаһы, йорт йыһазы һәм көнкүреш техникаһы ҡулға алынған. Уларҙы һатыуҙан килгән аҡса һалым буйынса бурысты ҡаплауға китәсәк. Бынан тыш, ошо кешеләргә суд приставтарының был хоҡуҡи эште башҡарыуға тотонған сығымдарын да ҡапларға тура киләсәк.
* * *
Италияның “Кремонини групп” компанияһы Башҡортостанда 2017 – 2018 йылдарҙа кәмендә ете фидлод (мал һимертеү майҙансығы) төҙөргә ҡарар итте. Республикабыҙ Хөкүмәте менән ошо компания араһында төҙөлгән килешеү шулай уҡ яҡын киләсәктә ит эшкәртеү комплексы булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Төҙөлөш эштәре яҙ башланырға тейеш, шул уҡ миҙгелдә был фирманың белгестәре беҙҙең республикаға килеп эшҡыуарлыҡ буйынса партнерҙар ҙа эҙләй башлаясаҡ. Биш йылда улар беҙҙең төбәктә бер меңгә яҡын эш урыны булдырырға ниәтләй.
* * *
Иҡтисади көрсөк Рәсәй халҡын ҡурҡытмай – Яңы йылды ҡаршылау байрамы өсөн тотонолған сығымдар быны асыҡ күрһәтте. “Делойт” консалтинг компанияһы үткәргән тикшеренеү байрам табынының бер ғаиләгә уртаса 16 мең 900 һумға төшкәнен асыҡланы, алдағы йыл сығымы менән сағыштырғанда был күрһәткес хатта ике процентҡа күберәк тә. Был сумманың уртаса алғанда 43 проценты дуҫ-иш һәм туғандарға бүләк алыуға, 45 проценты ашау-эсеүгә, ҡалғаны күңел асыуға киткән икән. Тикшеренеү һорауҙарына яуап биреүселәр бүләктәр араһынан, нигеҙҙә, кәнфит менән шоколадты, косметиканы, смартфондарҙы һәм конвертҡа һалып аҡса тоттороуҙы өҫтөнөрәк күргән.


Вернуться назад