Эшҡыуарлыҡ донъяһында17.01.2017
• Ресторандарҙың 90 проценты тәүге йыл эшләү дәүерендә үк ябыла.
• Шишәмбе – эш аҙнаһының иң етештереүсәнле көнө.
• Көн һайын донъяла уртаса 33 яңы тауар барлыҡҡа килә, шуларҙың 13-ө – уйынсыҡтар.
• Кофе донъяла бензиндан ҡала иң күп һатылған тауар булып тора.
• Донъялағы барлыҡ уйынсыҡтың 80 процентын Ҡытайҙа эшләп сығаралар.
• Миллионерҙарҙың 20 проценты бер ниндәй университетта ла уҡымаған.
• Фаст-фуд рәүешендә туҡландырған предприятиеларҙа йыш ҡына тиҙ яңғыраған музыка ҡуялар, ундай саҡта клиент ашығыс ҡапҡылап сығып китә һәм яңы һатып алыусыларға урынды бушата.
• Реклама хеҙмәте баҙарының йыллыҡ әйләнеше ярты триллион доллар тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: тәмәке менән сауҙа итеүҙең йыллыҡ әйләнеше 400 миллиард долларға тиң.
• Кибеттәрҙә балалар өсөн әйберҙәрҙе иң түбәнге кәштәгә ҡуйырға тырышалар. Шулай иткәндә, сабыйҙар уларҙы шунда уҡ күрә һәм ата-әсәһенән һатып алдыртырға ныҡыша башлай.
• “Google” сайтына нигеҙ һалған Ларри Пейдж менән Сергей Брин уны 1998 йылда “Yahoo” компанияһына 1 миллиард долларға һатырға теләй. Ләкин тегеһе баш тарта. Ә ете йыл үтеүгә “Google” хаҡы 80 миллиард доллар торған һәм йылына 1,5 миллиард доллар табыш алған предприятиеға әйләнә.
• Егерменсе быуатта урыҫ эшҡыуары Николай Шустов үҙенең яңы коньягын трактирҙарҙа үтемле эсемлек итергә теләй. Шул маҡсатта ул бер нисә егетте яллай: тегеләре трактирҙар буйлап йөрөргә һәм “Шустов коньягы”н таптырырға тейеш була. Тәбиғи, ундай эсемлек бер урында ла булмай сыға, һәм егеттәр: “Ни өсөн ошондай һәйбәт коньяҡ та юҡ һеҙҙә?!” – тип ыҙғыш күтәрә. Һөҙөмтәлә трактир хужалары яңы исемле коньяк тураһында белеп ҡала һәм уға заказ бирә башлай.


Вернуться назад