Йөрөй белмәү ҡиммәткә төшәсәк17.01.2017
Һуңғы ике йылда Рәсәйҙә автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау (ОСАГО) хаҡын иҫәпләү тәртибе байтаҡ ҡына үҙгәреш кисерҙе. Был төҙәтмәләрҙең күбеһе хоҡуҡи көсөнә ингән дә инде, ләкин тулы күләмдә быйыл 1 ғинуарҙан ғына ғәмәлгә ашты.
Уларҙың маҡсаты – әлеге системаны камилыраҡ итеү: полис яҙҙыртып алыуҙы еңелләштереү, аварияһыҙ йөрөүҙе дәртләндереү, страховка өсөн түләү хаҡын яңыса иҫәпләү.
Күп кенә страховка компаниялары полисты Интернет аша яҙҙырып алырға тәҡдим итә. Был документ “е-полис” тип атала. Тәҡдим осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килмәгән – компанияларға ошо документты сайт аша һатыу бурысын йөкмәткән закон проекты әҙер тип әйтерлек һәм ул оҙаҡламай ғәмәлгә инер тип көтәләр. Шуға күрә страховкалаусы ойошмалар уға хәҙер үк әҙер булырға ашыға. Был ҡулланыусылар өсөн дә уңайлы буласаҡ, сөнки полисты компанияларҙың үҙҙәренә барып яҙҙырып алыу зарурлығы оҙон сираттар барлыҡҡа килтереүе тураһында күп әйтелде һәм яҙылды.
Мотлаҡ страховкалауҙың ошондай компаниялар өсөн табышлы булмауын кәметкән төҙәтмәләр ҙә тиҙҙән үҙ көсөнә инәсәк. Былтыр көҙ ғәмәлгә ингән үҙгәрешкә ярашлы, шоферҙар юл ваҡиғаһында зыян күргәндән һуң автомобилен страховкалаған компанияның эксперттарына мотлаҡ күрһәтергә бурыслы. Артабан был ойошманың аҡса түләүен көтөргә тейеш һәм шунан һуң ғына, әгәр ҙә түләнгән суммаға риза булмаһа, бойондороҡһоҙ эксперттарға мөрәжәғәт итә ала. Ә быға саҡлы авариянан һуң шунда уҡ автоюристарға барырға, экспертизаны улар ярҙамында үткәрергә һәм суд аша аҡсаны юлларға мөмкин ине. Автомобиль хужалары йыш ҡына шул юлды һайланы. Хәҙер иҫәп-хисап эшендәге артыҡ берәмеккә юл ҡуйылмаясаҡ.
Быйыл страховка полисын Интернет аша алғанда, Рәсәй Автостраховкалаусылар союзының (РСА) виртуаль мәғлүмәт базаһына таянырға мөмкин буласаҡ, йәғни яңы е-полис өсөн мәғлүмәттәр ошо база булғандары менән сағыштырыла. Был мәғлүмәттәр һуңғы ике йылда тупланды.
Бынан тыш, ошо базаға “Бонус-малус коэффициенты” (КБМ) тип аталған яңы үлсәм дә индерелде. Ул шоферҙың юлдағы тәртибен сағылдыра. Тәүҙә был үлсәм 1 һанына тиң. Артабан аварияһыҙ йөрөгән һәр йыл өсөн (был шоферҙың ғәйебе буйынса булмаһа) ул кәмей бара. Ун йыл буйы аварияға осрамаһаң, ошо күрһәткес 0,5 буласаҡ, икенсе төрлө әйткәндә, полис хаҡына 50 процент ташлама яһаласаҡ. Үҙ ғәйебең буйынса аварияға юлыҡһаң, коэффициент 1,55-те тәшкил итәсәк.
Бер полисҡа бер нисә шофер индерелгән осраҡтар аҙ түгел. Яңы законға ярашлы, был документҡа КБМ күрһәткесе төрлөсә булған кешеләр индерелһә, полис хаҡы иң юғары коэффициент менән билдәләнәсәк.