Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә17.01.2017
Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә Республикабыҙ Хөкүмәтендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың стратегик үҫешенең төп йүнәлештәре сиктәрендә өҫтөнлөклө проекттар булдырыу һәм тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнергә тейешле проект офисының тәүге ултырышы үтте. Ниндәй проекттар тураһында һүҙ бара, ни өсөн улар өҫтөнлөккә эйә?
– Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың яңы ғына иғлан ителгән Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, рес­публи­кабыҙ Хөкүмәтенә ике тиҫтәгә яҡын башланғыс буйынса проекттар эшләү бурысы ҡуйылды, улар Рәсәйҙең стратегик үҫешенең төп йүнәлештәренә тура килергә тейеш, – тине кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов.
Ә төп йүнәлештәрҙе Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм проекттар буйынса Совет Президиумы 11 тармаҡ өсөн бил­дәләне. “Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү” программаһының һәм өҫтөнлөклө 17 проекттың паспорттары эшләнде лә инде. Рәсәйҙә өҫтөнлөклө милли проекттарҙы билдәләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләү бынан ун йыл самаһы элек башланғайны. “Бала тапҡан өсөн сертификат”, “Торлаҡ”, “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” кеүек йүнәлештәр, шулай уҡ демографик хәлде яҡшыртыу, “кеше капиталын үҫтереү” тип аталған программа һәм башҡалар шулар иҫәбендә булды һәм һиҙелерлек һөҙөмтә бирҙе. Тимәк, был ҙур стратегик эш буйынса илдә ярайһы ғына тәжрибә тупланған.
Яҡын киләсәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дүрт проектты – “Дарыу. Сифат һәм хәүефһеҙлек”, “Санитар авиацияны үҫтереү”, “Әсә­ләргә һәм балаларға – технологиялар һәм уңайлылыҡ”, “Электрон һаулыҡ һаҡлау”ҙы – тормошҡа ашырыу ҡаралған.
Мәғарифта – биш проект: “Юғары уҡыу йорттары – инновация үҙәк­тәре”, “Һәр бала өсөн өҫтәмә белем”, “Алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар”, “Хәҙерге заман белем биреү мөхите”, “Заманса һанлы белем биреү мөхите”.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡала ере өсөн ике проект тәҡдим ителә: “Торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡ хеҙмәттәренең сифатын тәьмин итеү”, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу”.
Ипотекала, торлаҡты ҡуртымға би­реүҙә, хәүефһеҙ һәм сифатлы юл төҙөүҙә, шәхси һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡта берәр проект ҡа­ралған.
Тағы ла өс проект – халыҡ-ара кооперацияла һәм экспортта: “Ха­лыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”, “Сәнәғәттәге экспорт”, “Агросәнәғәт комплексы продук­цияһының экспорты”.
Бөтә был йүнәлештәр беҙҙең йәмғиәттең иҡтисадтағы һәм социаль өлкәләге кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән проблемаларын хәл итеүҙе планлаштыра. Уларҙы тормошҡа ашырыу республика Хөкүмәте эшләгән идара технологиялары проекттарына ярашлы барасаҡ. Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен проект эшмәкәрлеген нисек ойош­торорға өйрәтеү буйынса күнек­мә­ләр 15 декабрҙә башланды, бының өсөн Рәсәйҙең проекттарға идара итеү эксперттары йәлеп ителде.


Вернуться назад