Кис тә һатмаҫҡа, төнөн дә...17.01.2017
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары илебеҙҙең Дәүләт Думаһына власть органдарына спиртлы эсемлектәр һатыу ваҡытын сикләргә хоҡуҡ биргән закон проекты тәҡдим итергә булды. Ул ниндәй өҫтөнлөктәрҙе күҙ уңында тота, йәмғиәт өсөн ыңғай йоғонтоһо булырмы?
Рәсәйҙә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙың дәүләт ҡаҙнаһы өсөн отошло булыуы тураһында күп һөйләйҙәр һәм яҙалар. Бер ҡараһаң, шулай: уларҙың үҙҡиммәте түбән, ә һатыу хаҡы юғары, шуға күрә табыш та ғәйәт ҙур. Уны етештереү һәм һатыуға дәүләт монополияһы Иван Грозный заманынан алып йәшәп килә. Хөкүмәт ҡарарҙары кимәлендә спиртлы эсемлектәргә акциз бер күтәрелә, бер төшөрөлә. Төшөрһәләр, ҡаҙнаға аҡса ағымы кәмей, күтәрһәләр – легаль булмаған араҡы һатыу киңәйә башлай, йәғни акцизлы булғанын кибеттәрҙә бик алмайҙар. Ошо көндәрҙә генә, “Коммерсантъ” гәзите хәбәр итеүенсә, илдең Финанс министрлығы иҫерткес эсемлектәргә акцизды түбәнәйтергә, ә уларҙы ваҡлап һатыу буйынса 2012 – 2016 йылдарҙа индерелгән сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарырға тәҡдим итте.
Ләкин алкоголь һатыуҙан килгән иҡтисади һәм социаль зыян, финанс күҙлегенән ҡарағанда, тағы ла ҙурыраҡ. Юлдарҙағы фажиғәләр, заводтарҙа иҫерек килеш яһалған брак йәки авария, суицид, балаларҙың зәғиф тыуыуы, ғаиләләрҙең тарҡалыуы, ауыр енәйәттәр, сирҙәргә дусар булыу... “Һатып алынған ҡайғы”ның иге-сиге юҡ.
– Рәсәйҙә йыл һайын спиртлы эсемлектәр менән ағыуланыуҙың 49 меңдән алып 55 меңгә саҡлы осрағы теркәлә, шуларҙың 14 меңе самаһы үлем менән тамамлана, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Халыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дарыу, косметика, техник спиртлы шыйыҡлыҡты күпләп һатып ала. Хатта гәзит киоскыларында ла 20 һумлыҡ спиртлы лосьондар иркен теҙеп ҡуйыла.
Һөҙөмтәлә ағыуланыу осраҡтары бик йыш осрай. Республикабыҙ парламенты тәҡдим итергә булған закон проекты ошондай сифатһыҙ алкоголь продукцияһы әйләнешен тотҡарлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Документҡа ярашлы, иҫерткес тауарҙы һатыуҙың ваҡыты ла, сауҙа нөктәләре лә сикләнергә тейеш. Депутаттар фекеренсә, был ҡанун меңдәрсә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
Алкоголле эсемлектәрҙе киске һәм төнгө сәғәттәрҙә һатыуҙы сикләү тураһында “Этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереүҙе һәм уның әйләнешен дәүләт көйләүе һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы (эсеүҙе) сикләү тураһында”ғы Федераль законда ла әйтелгән. Шунан файҙаланып, спиртлы эсемлектәрҙе һатыу ваҡыты илдең күп кенә төбәктәрендә ҡануниәт тарафынан сикләнгән. Мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә алкоголде киске сәғәт 11-ҙән алып иртәнге 8-гә саҡлы алып булмай. Псков өлкәһендә был сикләү киске 9-ҙан алып иртәнге 8-гә саҡлы дауам итә. Тула өлкәһендә араҡы һәм башҡа шундай продукция эш көндәрендә көндөҙгө сәғәт 2-нән алып кисе 10-ға тиклем, ә шәмбе-йәкшәмбелә көндөҙгө 12-нән киске 10-ға саҡлы ғына һатыла. Шулай ҙа уның буйынса иң ҡаты шарт Чечен Республикаһында: бында алкоголде ике сәғәт эсендә – иртәнге 8-ҙән 10-ға саҡлы ғына алып була. Тимәк, күп урындарҙа халыҡтың һаулығын ҡаҙна мәнфәғәттәренән өҫтөнөрәк күрәләр. Дөрөҫ, төбәк ҡанундары туҡланыу урындарына (бар, ресторан, кафе һ.б.) ҡағылырға хоҡуҡлы түгел.
Бындай сикләүҙең файҙаһы бармы? Ошо һорауға яуап биргәндәр ике төркөмгә бүленә. Тәүгеһе алкоголле продукцияны һатыуҙа ҡайһы бер ҡаршылыҡтар тыуҙырыу эскелекте кәметәсәк, шуға күрә әлеге закон да йоғонтоло буласаҡ тип иҫәпләй. Икенселәре быға шикләнеп ҡарай: сараның йоғонтоһо бик аҙ йәки хатта булмаҫҡа ла мөмкин, сөнки спиртлы эсемлекте алдан һәм күп итеп алып ҡуйырға ла мөмкин бит әле. Бынан тыш, яңы ҡанундың хәлде ауырлаштырыуы ла ихтимал – алкоголгә “һәләте” булғандар бөтә алғанын бер юлы эсеп бөтөрөп тә ҡуя ала. Ә был инде интоксикация һәм етди ағыуланыу осраҡтарын күбәйтәсәк. Етмәһә, күләгәләге алкоголь бизнесы үҙ эшмәкәрлеге өсөн ваҡытты киңәйтеү форсатына эйә буласаҡ, уныһы ла суррогат менән ағыуланыуҙы арттырмай ҡалмаясаҡ.


Вернуться назад