“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...”13.01.2017
“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...” “Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...” Бил бирмәҫ көрәшселәре менән дан тотҡан Таштуғай ауылы һуңғы йылдарҙа районда малсылыҡ һәм һарыҡсылыҡ тармағы буйынса киң үҫеш алған эшҡыуарҙары менән танылыу яулай. Элек-электән бында халыҡ үҙенең эшһөйәрлеге һәм уңғанлығы менән дан алған. Район үҙәгенән йыраҡ урынлашыуы, төпкөлдә йәшәүҙәре менән дә таштуғайҙар күптән инде тик үҙ көстәренә ышанып донъя көтөргә күнеккән.
Бил бирмәҫ көрәшсе Ғаззали Үтәшев, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев тыуып үҫкән ауыл үҙенең матурлығы менән айырылып тора. Башҡорт халҡының мәшһүр йырҙарының береһе “Таштуғай” ҙа тап ошо төбәктә ижад ителгән.

Ҡыш бауыры оҙон булһа ла...
Ауылдың киләсәге бөгөн ышаныслы фермерҙар ҡулында икәнлеген аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Яҡташтарын эшле лә, ашлы ла итеүселәр – тап улар. Шуға күрә төпкөл ауылдарҙа үҙ эшен асҡандар ни тиклем күп булһа, шул хәтлем эш тә бар, йәшәү ҙә яҡшы. “Таштуғай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Илдар Рахманғолов белдереүенсә, хужалыҡта 15 кешегә эш урындары булдырылған. Яҙғы сәсеү һәм уңыш йыйыу осоронда байтаҡ халыҡ ваҡытлыса эшкә йәлеп ителә.
Ҡасандыр гөрләп торған совхоз тар­ҡалғас, бүлексә етәксеһе Илдар Хөсәйен улы оҙаҡ уйлап тормай, үҙ хужалығын булдыра. Тәүҙәрәк бер аҙ ҡыйынлыҡтарға осраһа, оҙаҡламай барыһы ла яйға һалына. Өйрәнгән эште дауам итеүе ауыр булмай уға, тик эшсәндәр генә үҙ эшен асҡан эшҡыуарға тәүҙәрәк ышанып бөтмәй. “Нисек инде дәүләткә түгел, ә ниндәйҙер бер кешегә, ауылдашҡа эшләргә тейеш­беҙ?” – тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй уларға. Йылдар үтеү менән барыһы ла яйлана, эшселәр хәҙер, киреһенсә, ҡыуана ғына. “Ҡайҙалыр совхоз-колхоздар тар­ҡалып, барлыҡ биналар, техника ситкә һатылһа, беҙҙә, исмаһам, халыҡҡа эш бар”, – тиҙәр.
Беҙ барғанда “Таштуғай” хужалығында эш ҡайнай ине. Малсылар йылы ҡураларҙа малҡайҙарҙы ҡарай, техника, үҙ сиратын көтөп, тышта ултыра. Киләсәктә йылы оҫтахана, техника өсөн гараж төҙөү уйы менән яна етәксе. Әле хужалыҡта 137 баш мал иҫәпләнә, шуның 60-ы – һауын һыйыры, шулай уҡ йылҡы ла етерлек.
– 1200 гектар майҙанда иген культуралары сәстек һәм мул уңыш йыйып алдыҡ. Быйыл гектар ҡеүәте 19,5 центнер булды. Бер баш малға 28 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнек, бесән күп, фураж етерлек. Ҡыш бауыры оҙон тиһәк тә, малдарҙы имен-һау ҡышлатырға уңайлы шарттар тыуҙырылған. Киләсәктә мал һанын арттырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ, шулай уҡ техниканы яңыртыу буйынса ла эшләйһе бар. Яңы келәт төҙөү уйы тынғылыҡ бирмәй, – ти эшҡыуар.
Әйткәндәй, ауыл янындағы ерҙәр буш ятмай, фермерҙарға хатта сәсеү май­ҙандары етешмәй. Бәғзе берәүҙәр күрше Ырымбур ерҙәрен дә ҡуртымға алырға мәжбүр. Ауылдаштарының пай ерҙәрен алып, уларға йыл һайын, үҙ теләктәренә ҡарап, һаламлата йәки емләтә түләнә. Ҡыш көнө ауыл юлдарын таҙартыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған егәрле фермер.
Алдан әйтеүемсә, ауылда крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороусылар байтаҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: уларҙың барыһы ла үҙ-ара татыу һәм бер-береһенә ярҙамлашып эшләй. Быйыл Хөсәйен Үтәшев иген һаҡлау өсөн келәт төҙөһә, Хәлим Рахманғолов төп иғтибарын техниканы һаҡлауға йүнәлткән. Нур Сала­уатовтың да эше йылдам үҫеш ала. Беҙ барып ингәндә, Таштуғай ауылының әле бер яҡ осонан һалам тейәлгән трак­торҙарҙың геүләп үтеүе, әле икенсе яҡтан бер-бер артлы теҙелешеп уҙыуы бер аҙ элекке ваҡытты хәтерләткән кеүек тойолһа ла, бындай күренештең ауыл өсөн ғәҙәти булыуына инандыҡ, сөнки һәр йортта күпләп мал тотола, һәр хужалыҡта тиерлек һарыҡ үрсетелә. Мал тәр­биәләүҙән бушап, ҡапҡа төбөндә гәпләшеп торорға ла ваҡыты юҡ кешеләрҙең.
Малсыларҙан Рәзиф Үтәшев менән Зариф Абдуллин үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, шуға күрә малҡайҙар улар ҡулында тиҙ көрәйә, һөттө мул бирә. Быйыл ҡыш үҙенең һалҡындары менән бер аҙ ҡурҡытып алыуға ҡарамаҫтан, Таштуғай фер­мерҙарының да, ауыл халҡының да кәйефе көр, күңеле күтәренке.
“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...” Мәктәптән — үҙәккә
Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән мәктәп ишеген асабыҙ. Уҡыусы­лар­ҙың дәресе күп­­тән тамам­ланыуға ҡарамаҫтан, беҙҙе филиал директоры Рәхим Собханғолов ҡаршы ала. Быйылғы уҡыу йылынан дөйөм белем биреү мәктәбе башланғысҡа әйләнде­релгән. Директор әйтеүенсә, юғары кластарҙа белем алған ун бала Целинный ауылындағы интернатта ятып уҡый. Автобус уларҙы аҙна­һына бер тапҡыр килеп ала һәм кире илтә. Ике уҡыусы көн һайын автобус менән Подольск урта мәктәбенә йөрөп белем ала, ҡайһылары Сибай һәм Өфө ҡала­ларындағы гимназия-интернаттарҙа уҡыуын дауам итә. “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһына һигеҙ бала йөрөй. Бында телмәр үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә, туған телгә һөйөү тәр­биәләнә. Йәш таштуғайҙар ифрат һәләтле, һәр төрлө байрамда теләп ҡатнаша.
Башланғыс мәктәптә белем алыусылар тырышып уҡыуҙары һәм төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыуҙары менән айырылып тора. Әлиә Үтәшева, Лиана һәм Гөлзәниә Рахманғоловалар тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәп коллективы, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, йәй буйы мәктәп яны участкаһында йәшелсә үҫтерә, емеш-еләк ултырта. Картуф, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр йыл әйләнәһенә етерлек әҙер­ләнә; сейә, ҡарағат туңдырғыста һаҡлана – унан компот яһайҙар. Шунлыҡтан бала­ларҙы ашатыу өсөн ата-әсәләрҙән аҙ ғына иғәнә йыйыла, был – районда иң түбән хаҡ.
– Ауылда йәштәргә төпләнеү өсөн мөмкинлектәр аҙ, шуға улар ситкә китергә мәжбүр. Йәш ғаиләләр булмағас, йылдан-йыл балалар һаны кәмей. Әлегә мәктәптең башланғыс булып ҡалыуына ла һөйөнөргә кәрәк, ә киләсәге билдәһеҙ, – ти филиал етәк­сеһе.
Алдан әйте­үебеҙ­сә, ике ҡатлы бина тулыһынса йылытыла. Буш тор­ған кабинет­тарҙы ҡуртым­ға биреп, ниндәйҙер кимәлдә аҡса эшләү мөмкинлеге лә бар, әммә мәғариф учреждениеһы булған­лыҡтан, ҡануниәт буйынса рөхсәт ителмәй. Ауылдарҙа йылдан-йыл мәктәптәрҙең ябылыуы бөгөн күптәр өсөн сер түгел, уларҙың киләсәктә ҡайтанан асылыуы ла бик икеле. Шунлыҡтан әлегә яҡшы торошло бина­ларҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында Мәғариф министрлығының аныҡ саралар күреүе кәрәктер. Ниңә буш торған бүлмәләрҙе ҡуртымға бирмәҫкә йәки унда Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә килешеп, һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмәләрҙә көн күргән китапхананы йә булмаһа клубты күсермәҫкә? Яңыса, беҙ күнегә башлаған күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа килер ине. Һәр хәлдә, был хаҡта уйланырға ваҡыттыр.
“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...” Хеҙмәт кенәгәһендә — бер генә яҙыу
Фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәп бинаһының бер өлөшөнә күскәс, хәлдәр бөтөнләй яҡшыға табан үҙгәргән. Әле бында айырым йылытыу ҡоролмалары урынлаштырыла, заманса ремонт эшлән­гән. Күрше Баҡал ауылы ҡыҙы Лилиә Ноғоманова, Сибай медицина училищеһын тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Ауылдың иң тырыш егеттәренең береһе Марат ҡыҙға шунда уҡ күҙ һала, йәштәр бер аҙҙан сәстәрен сәскә бәйләй. Шуға күрә ауыл фельдшерының, йылмайып: “Минең хеҙмәт кенәгәмдә тик бер генә яҙыу”, — тип әйткән һүҙҙәрендә ғорурлыҡ та, батырлыҡ та яңғырап киткәндәй тойолдо.
Бәләкәй ауылда барыһы ла күҙ алдында: кемдең нисек эшләгәне көҙгөләгеләй асыҡ. Шуға күрә Таштуғайҙа сирек быуаттан ашыу фельдшер булып эшләгән Лилиә Әхмәтхужа ҡыҙын ауылдаштары яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Район үҙәгенән алыҫ йәшәгән халыҡ өсөн ауылда тәж­рибәле медицина хеҙмәткәре булыуы – ҙур ҡыуаныс. Олоһо ла, кесеһе лә үтенесе менән ошо белгескә мөрәжәғәт итә. Күптән инде үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән фельдшер һәр пациентты ентекле ҡарап, диагноз ҡуйғандан һуң, тейешле укол-дарыуын тәғәйенләй, файҙалы кәңәшен бирә. Әгәр берәйһенең хәле ауырайһа, Подольск дауаханаһына шылтыратып, “ашығыс ярҙам” саҡырта йәки, тиҙ арала машина табып, дауаханаға илтә.
Юғары категориялы фельдшер бөгөн 351 кешене хеҙмәтләндерә. Ғәҙәттә, төпкөл ауыл халҡының күпселеген оло йәштә­геләр тәшкил итә, тип уйларға күнеккәнбеҙ. Ә ысынында улай түгел. Мәҫәлән, өс йәшкә тиклемге бәләкәстәрҙең һаны 10-ға етһә, мәктәп йәшендәге балалар ике тиҫтәгә яҡын. Ауылдың иң ололары – Ғәле Салауатов менән Гәүһәр Рахман­ғоловалар туҡһанды үтһә, иң бәләкәс Илгизәр Исхаҡовҡа ни бары өс ай ғына. “Сирлеләр күберәк йөрәк-ҡан ауырыу­ҙарына, ҡан баҫымына зарлана. Шәкәр диабетынан яфаланғандар ҙа бар”, – ти Лилиә Ноғоманова.
Тормош иптәше менән өс бала тәр­биәләп үҫтереп, йәнә улар янына ике етемде үҙ ҡосағына һыйындырған матур ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел. Бары­һына ла күңел йылыһы, ата-әсә һөйөүе өләшкән был йортта һәр саҡ нур һәм йылмайыу балҡый. Тормоштан йәм тапҡандар ғына тап шулай бәхетле йәшәй алалыр.
“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...”Күңел һис тә ҡартаймай
Был һүҙҙәрҙең ни тиклем дөрөҫ булыуына күптән түгел алтын туйҙарын билдәләгән матур ғаиләләрҙең береһе Ынйыҡай һәм Ғәйнислам Ҡыҙрасовтар менән танышҡас, йәнә бер ҡат инандым. Бер-береһенә оло хөрмәт, мөхәббәтле һөйөү менән баҡҡан юбилярҙарҙың йөҙҙәренә йылдар бер аҙ үҙ юлағын һалһа ла, күңелдәрен һис тә “ҡартайтмаған”. Улар икеһе лә һаман йәштәрсә дәртле, теремек һәм ихлас.
Ошо ауылда үҫкән Ынйыҡай Ғәббәс ҡыҙы бала саҡтан зирәк була, һәр эште еренә еткереп башҡара, уҡыуҙа ла алдын­ғылыҡты бирмәй. Ете класты тамамлаған ҡыҙҙы шунда уҡ мәктәпкә мөғәллимә итеп саҡыралар, артабан уға һатыусы булырға ла, почта таратырға ла, клубта эшләргә лә тура килә. Ҡайҙа ғына тир түкһә лә, тырыш ҡатын һәр ерҙә ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ була.
Колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған сағы. Егет ҡорона инеп килгән Үрнәк ауылы егете Ғәйнислам да киләсәге хаҡында ныҡлап уйлана башлай. “Таналыҡ” совхозында шофер булып эшләп йөрөгән саҡта тал сыбығындай нәҙек билле, нәзәкәтле Ынйыҡайға күҙ һала. Баҫҡан урында ут сәсрәтер, үткер ҡарашлы егет ҡыҙҙың күңеленә хуш килә. 1966 йылда йәштәр өйләнешә. Бер-бер артлы сәскәләй өс ҡыҙҙары донъяға килә, әле уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Үҙебеҙгә уҡыу эләкмәгәнгә күрә, балаларыбыҙ юғары белем алһын, тип маҡсат ҡуя Ҡыҙрасовтар. Өс ҡыҙҙары ла юғары белемгә эйә була, ейән-ейәнсәрҙәре лә диплом ала. Барлығы ете ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай-өләсәй булып, уларҙың һәр береһенә ярҙам итеп, өлгө һәм терәк булып йәшәй минең геройҙарым.
Ынйыҡай инәй – дин юлында, ислам нигеҙҙәрен өйрәнеп, белгәндәрен яҡын­дарына еткерә. Ауылдың ағинәйҙәр ҡорона инә, төрлө мәҙәни сараларҙан ситтә ҡалмай. Йорт хужаһы баҡса үҫте­рергә ярата, йәй уларҙың баҡсаһын ниндәй генә йәшелсә, еләк-емеш, сәскәләр йәмләмәй! Ғәйнислам олатайҙың әле лә егеттәрсә төҙ кәүҙәле, йәш сырайлы булыуы һоҡландыра. Илдә барған барлыҡ күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы “зәңгәр экран”дан даими күҙәтеп бара, үҙ фекерен белдерә.
— Элек совхоз эшенән бушап, телевизор ҡарарға ла әмәл булмаһа, хәҙер хаҡлы ялда ваҡыт күп. Теләгән һәр тапшырыуҙы ҡарайым, ҡайһы саҡта улар менән килешмәгән осраҡтар ҙа була, ҡыҙҙарыма шылтыратып, уларға үҙ фекеремде әйтеп алам, — тип йылмая ул.
Булдыҡлы — уңыр, булдыҡһыҙ — туңыр, ти халыҡ мәҡәле. Ауылдаштарының ихтирамын яулап, үҙҙәре башҡарған хеҙмәттә дан ҡаҙанып, балаларына матур тәрбиә биреп, әле улар янында бәхетле ҡартлыҡ кисергән Таштуғайҙың абруйлы ғаиләләренең береһе, ысынлап та, тормоштарынан уңған.
“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...”Бәйләм тотоп, һағышты баҫып
Кескәй саҡтан ҡул эшенә әүәҫ Зөһрә Латиповаға күңеленә хуш килгән шөғөлдө оҙаҡ эҙләргә тура килмәй: сигеүҙе үҙ итә ул. Нимәләр генә юҡ уның йортонда: ҡабарынҡы һәм шыма итеп сигелгән яҫтыҡтар тиһеңме, диван-ултырғыс япмаларымы, төрлө сувенирҙармы йәки бәйләнгән кофта, жилет һәм шәлдәрме! Барыһын да күңелен һалып, күҙ нурҙарын түгеп башҡарған ул.
— Бала саҡтан бәйләргә яраттым. Әсәйемдең дә ҡул эштәренә оҫталығы сәбәпсе булғандыр быға. Артабан балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар мөдир булып эшләгән сағымда байрам һайын ниндәйҙер яңы әйбер бәйләргә, сигергә тура килә ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас, яратҡан шөғөлөмә ныҡлап тотондом: ҡыҙҙарымдың һәр береһенә сигелгән яҫтыҡ тыштары, ултырғыс-диван япмалары бирнәгә биреп ебәрҙем. Әле лә буш ултырмайым: күңелем тулғанда ла, шатлыҡ килгәндә лә ҡулыма бәйләмде алам. Ағинәйҙәр хәрәкәтен ойоштороп ебәргәс, күмәкләшеп бер-беребеҙгә кис ултырырға йөрөйбөҙ, төрлө йырҙар йырлашып, моңайышып та, рәхәтләнеп бейешеп тә алабыҙ, – ти Зөһрә Мөхтәр ҡыҙы.
Рәсәйҙең мәғариф ал­дынғыһы, утыҙ ете йыл балалар баҡса­һында мөдир булып эшләгән Зөһрә Латипова – ауылдың иң абруйлы ағинәйҙәренең береһе. Йортон­дағы һәр әйбергә хужабикәнең оҫта ҡулы тейгәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора: тәҙрә төптәрендә сәскә атҡан гөл һауыттарына үҙе ырғаҡ менән эшләгән ябыуҙарҙы кейҙереүеме, мендәрҙәргә сигелгән төрлө һүрәттәрме, диван япмаларымы, иҙәнгә түшәлгән балаҫтармы – һәр береһе балҡып-янып тора.
Тормош иптәше йәшләй генә вафат булғас, һағышын баҫыр өсөн ҡулына бәйләм тотҡан ҡатындың әллә күпме йоҡоһоҙ төндәре ошо бер-бер артлы һуҙылған ептәргә барып тоташа. Уйлап ҡараһаң, уларҙың һаны ла, иҫәбе лә юҡ кеүек. Ҡыҙыҡ өсөн генә оҫта сиккән, бәйләгән ептәрҙе бергә ҡушҡанда, нисә саҡрым ер үтелер ине икән?! Һәр хәлдә, аҙ булмаҫ ине.
“Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды Сор ҡурайҡай итеп тартайым...”Хаҡ һүҙгә ни етә?!
Таналыҡ ауыл хакимиәте башлығы Алик Сәғит улы Юзеев, беҙҙе оҙатып йө­рөп, башҡа ауылдарға ҡарағанда Таш­ту­ғай халҡы берҙәмерәк, дәртлерәк, уңға­ныраҡ һәм тырышыраҡ булыуын билдә­ләне: “Улар шул тиклем эшсән, һәр йортта тиерлек күпләп мал аҫрала, башҡалар кеүек, эш юҡ, тип зарланмай, киреһенсә, үҙ шөғөлдәрен булдырып, донъя көтә. Бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп йә­шәйҙәр. Йәй ауыл ожмах утрауына әйләнә: бындағы илаһи матурлыҡты үҙ күҙең менән күрергә һәм күңелең менән тойорға кәрәк. Тирә-яҡта бил бирмәҫ батырҙары менән дан алған төбәк хал­ҡының заман ауыр­лыҡтарына бирешмәй донъя көтөүе, мал­сылыҡ тармағын үҫ­тереүҙе киләсәккә ҙур маҡсат итеп алыу­ҙары, үҙ ерҙәрендә үҙҙә­рен ысын хужа итеп тойоуҙары һоҡлан­дыра һәм ҡыуан­дыра”. Етәксенең хаҡ һүҙҙәренә нимәлер өҫтәү кәрәкмәй ҙә.


Вернуться назад