Асҡарҙың уртаһында урынлашҡан кафе кәштәләрендә иттән әҙерләнгән ниндәй генә төрлө ризыҡ юҡ! Бәлеш, бөйөрөк, билмән, манты, яңы бешкән ҡалас һәм хас әбйәлилсә ҡырҡылған туҡмас... Был ризыҡтарҙың барыһы ла тәмлелеге һәм шул уҡ ваҡытта сифатлы булыуы менән күптән әбйәлилдәрҙең ышанысын яулап өлгөргән дә инде. Йәш эшҡыуар Лена Зарипованың көндәлек эше менән яҡындан танышыу маҡсатында уның билмән етештереү цехына юл алдыҡ. Халыҡты әленән-әле яңы, тәмле ризыҡтар менән тәьмин итеп торған эшҡыуарҙың сере нимәлә икән?Иртә булыуға ҡарамаҫтан, һатыуға сығарасаҡ тәмлекәстәр күптән инде әҙер, билмәндәр махсус һауыттарға һалынған, туҡмастар киҫелгән. Мейестә танауҙы ҡытыҡлап тәмле ҡалас бешә. Билмән цехында “Төрлө ассортиментлы ризыҡ әҙерләйһегеҙме ни?” тигән һорауыма: “Шунһыҙ булмай!” – тип яуапланы эшлекле ханым.
Ҡасандыр әсәһе башлаған эште бөгөн Лена алып бара. Хафиза Өмөтҡужина ҡыҙының 30 йәшлек юбилейына баҙар уртаһында урынлашҡан тәғәмхананы бүләк итә. Тәүҙә юғалып ҡала Лена, “Нисек эшләп китермен? Әсәйемдең ышанысын аҡлармынмы?” тип борсола. Ире Илнур Нурғаян улы ла ярҙам итәсәген белдергәс, ныҡлап эшкә тотона.
Көнөнә аҙлап ҡына бешергән ризыҡ һәм бер нисә йөҙ билмән менән эште ыратып булмаҫын төшөнгән йәш эшҡыуар тәү сиратта етештереү өсөн махсус бина төҙөү кәрәклеген билдәләй. Кредитҡа бата, әммә ер алып, билмән цехы төҙөтөп тә ҡуя. Артабан билмән, манты яһап, һалма ҡырҡып ҡына бөгөнгө заман талаптарына яуап бирмәүен яҡшы аңлай. Халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған самса, ҡамыр эсендәге сосиска, бөйөрөктәр бешерергә тотона. Көндәлек ризыҡ “һә” тигәнсә һатылып та бөтә. Әлегә тауар Әбйәлил районында таратыла, шулай уҡ Баймаҡ районының Темәс зонаһында һатыла. Шуныһы ҡыуаныслы: Әбйәлил билмәндәре менән Мәскәү ҡалаһы эшҡыуарҙары ла ҡыҙыҡһынған, хатта килеп тә киткәндәр. Киләсәктә илдең баш ҡалаһында Лена Зарипова бешергән ризыҡ һатылмаҫ тимә!
Эшҡыуар бөгөн 20-нән ашыу ризыҡ төрө етештерә: билмән, манты, фрикаделька, тефтели, кәтлиттәр янында кулинарияла етештерелгән тәмлекәстәр ҙә урын алған. Егерменән ашыу хеҙмәткәргә эш урыны булдырылған, улар сменалап эшләй. Көнөнә 100 килограмдан ашыу билмән етештерелә, 20 мең һумға яҡын килем килә.
– Ит менән шәхсән үҙем шөғөлләнәм, беҙҙәге барлыҡ ризыҡ хәләл һәм сифатлы. Иткә бер ниндәй ҙә ҡатнашма ҡушылмай. Мосолман билмәне өсөн һыйыр ите менән ҡош итен бергә ҡушһаҡ, теләүселәргә сусҡа ите ҡушылған билмән етештерәбеҙ. Һәр сорт һатыуға сығарыр алдынан мотлаҡ тикшерелә. Ҡыҙҙар менән кәңәшләшәбеҙ, ашап ҡарайбыҙ, үҙебеҙгә оҡшаһа ғына сауҙаға сығарабыҙ. Итте халыҡтан һатып алабыҙ, ситтән осһоҙ хаҡҡа ит алғаным юҡ. Һатып алыусының бер ышанысын юғалтһаң, артабан уны яулауы еңелдән түгел, сөнки бөгөн һәр кем өсөн һайлау мөмкинлеге шаҡтай юғары заманда йәшәйбеҙ, – тип серҙәре менән уртаҡлашты эшҡыуар ҡатын.
Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр өсөн көнөнә ике тапҡыр бушлай ашау ойошторолған, тәүге тапҡыр эш башлаусыларға медицина тикшеренеүе үтеү өсөн эшҡыуар улар хеҙмәт хаҡы алғансы, үҙ “кеҫә”һенән түләп тора.
– Иң мөһиме – хеҙмәткәрҙәр таҙа һәм һау булырға тейеш, сөнки улар ризыҡ менән эш итә, цехта һәр кем махсус кейемдә йөрөй. Был – көндәлек эш талабы. Беҙгә эсергә яратҡан, әрпеш ҡатын-ҡыҙ эшкә алынмай. Айгөл Заһретдинова, Гөлнара Дәминева, Зилә Хөснөтдиноваларҙы тик яҡшы яҡтан телгә алыр инем, – ти Лена Зарипова.
Киләсәккә пландары ҙур йәш эшҡыуарҙың. Район үҙәгенән алыҫ булмаған ерҙән урын алып, ит ризыҡтары етештереү фабрикаһы асырға һәм үҙ тауарҙарын сит өлкәләрҙә лә һатырға ниәтләнә. Тырыш һәм үҙ маҡсатына ынтылған эшҡыуарға район етәкселеге ер майҙаны бүлгәндә Лена Зарипова бөгөндән үк ең һыҙғанып эш башларға әҙер. Ул сағында 20 кешегә генә түгел, йөҙләгән ҡатын-ҡыҙға эш урыны асыр ине. Шулай уҡ сеймалдың үҙендә булыуын иҫәпкә алып, малсылыҡ тармағы буйынса ла эш башлау отошло булыр кеүек. Ғөмүмән, башҡараһы эштәре лә, яулайһы үрҙәре лә алда әле уңған һәм йәш эшҡыуар Лена Камил ҡыҙының.