Ә ҡытайҙар торлаҡһыҙ йонсомай28.03.2012
Торлаҡ – һаман да илебеҙҙең иң киҫкен проблемаларының береһе. Беҙҙә аҙ төҙөйҙәр һәм үтә лә ҡиммәт. Рәсәйҙә йыл дауамында сафҡа ингән майҙандан бер кешегә ярты квадрат метр самаһы ғына тура килә. Мәсьәләне хәл итеү өсөн бихисап саралар күрелеүе тураһында ни тиклем күп һөйләнелмәһен, ыңғай үҙгәреш әллә ни һиҙелмәй. Йылдар буйы ятаҡта йә кеше фатирын ҡуртымға алып йәшәгәндәр һаны ла һис тә кәмегәнгә оҡшамай.
Күп ҡатлы йорттар аҙыраҡ төҙөлә
Башҡортостанда был йәһәттән хәл ителеүҙе көткән мәсьәләләр байтаҡ. Бигерәк тә социаль торлаҡҡа мохтаждар ғүмерен сиратта тороп уҙғара. Быны Президент Рөстәм Хәмитов та билдәләп үткәйне. Байтаҡ саралар күрелһә лә, халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү ил буйынса күрһәткестән һиҙелерлек ҡалыша. Баҡһаң, уртаса алғанда уның республикала тапшырылған йыллыҡ күләме бер кешегә ни бары 0,58 квадрат метр тәшкил итә икән.
Быйылға маҡсаттар ҙур ғына кеүек. Мәҫәлән, Башҡортостанда 2,3 миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индереү күҙ уңында тотола. Был 2011 йылғы күрһәткестәрҙән 200 мең квадрат метрға күберәк. Былтыр иһә республикала 23,5 мең фатир, йәғни ике миллиондан ашыу квадрат метр файҙаланыуға тапшырылған, ә шәхси төҙөлөштәге йорттарҙың дөйөм майҙаны 1,5 миллион квадрат метр тәшкил иткән.
Социаль торлаҡ төҙөлөшөнә лә йылдан-йыл иғтибар арта. 2011 йылда ошо маҡсатҡа сығымдар 4,8 миллиард һум тәшкил иткән. Мәҫәлән, 434 етемде һәм 402 йәш ғаиләне фатирлы итеүҙә ярҙам күрһәтелгән. Йыл дауамында 2,3 мең кеше емерек йорттан күсерелгән. Ауыл да иғтибарҙан ситтә ҡалмаған: 660 ғаилә торлаҡҡа субсидия алған. Сағыштырыу өсөн: 2010 йылда ундайҙар ике тапҡырға тиерлек аҙыраҡ булған.
Президент фекеренсә, торлаҡ төҙөлөшө тармағындағы ҡатмарлыҡ, нигеҙҙә, комплекслы төҙөлөш өсөн инфраструктура менән тәьмин ителгән биләмәләрҙең юҡлығына бәйле. Ә ошо мәсьәләне хәл итергә тейешле аҡсаны былтыр алданған өлөшсөләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтергә мәжбүр булғандар. Бында миллиард һумдан ашыу аҡса тураһында һүҙ бара.
"Аяҡ салған" тағы ла бер сәбәп – күп ҡатлы йорттарҙың аҙ ҡатлыһына ҡарағанда аҙыраҡ төҙөлөүе. Бөгөн төҙөлөш өсөн өҫтөнлөклө биләмәләрҙе инженер инфраструктураһы менән тәьмин итеү эштәре бара. Мәҫәлән, Өфөгә юлдаш бәләкәй генә ҡаласыҡтар төҙөлөшө проекттарына иғтибар ҙур.

Төҙөлөш тә улар ҡулына күсерме?

Рәсәйҙә торлаҡ арзан була аламы? Белгестәр фекеренсә, был хәлде Ҡытай экспансияһы баштан-аяҡ үҙгәртә ала. Рәсәйҙең Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына инеүе быны мотлаҡ тиҙләтәсәк. Рәсәйҙең төҙөүселәр ассоциацияһы ҡытай технологияларына, төҙөлөш материалдарына һәм төҙөүселәренә ил сиген бөгөндән үк асырға кәрәк тип иҫәпләй. Беҙҙең илдә улар төҙөйәсәк заманса йорттарҙың квадрат метрының үҙҡиммәте яҡынса ни бары 250 доллар, йәғни 7500 һум ғына тәшкил итәсәк. Бөгөн торлаҡҡа бындай хаҡ Өфө халҡының ете ятып бер төшөнә лә инмәй.
Ғинуар – февралдә Рәсәйҙә яҡынса 6 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был йылына 60-65 миллион квадрат метр тигәнде аңлата. Шул уҡ мәлдә күршеләребеҙҙең күрһәткесе беҙҙеке менән сағыштырырлыҡ түгел: Ҡытайҙа 2011 йылда 4 миллиард квадрат метр тирәһе торлаҡ төҙөлгән. Уның ҡайһы бер төбәктәрендә йән башына сафҡа индерелгән торлаҡ күләме Рәсәйҙәге дөйөм күрһәткестән 10 тапҡырға күберәк икән.
Рәсәй төҙөүселәре Ҡытай тәжрибәһенә халыҡтың һәм власть даирәләренең иғтибарын йәлеп итмәксе. Ни тиһәң дә, торлаҡтың квадрат метры 250 доллар (7500 һум) икән, был Иҡтисади үҫеш министрлығының рәсми рәүештә яҡынса билдәләгән хаҡынан дүрт тапҡырға кәмерәк бит! Шулай уҡ аҙ ҡатлы ҡытай йорттарын төҙөп ултыртыу өсөн ни бары өс-дүрт аҙна етә!
Шул уҡ мәлдә, ҡайһы бер төҙөүселәр фекеренсә, сит тәжрибәне ҡулланыу ғына беҙҙең торлаҡ баҙарын ыңғай яҡҡа үҙгәртмәйәсәк. Баҙарға һөҙөмтәле эшләгән сит ил компанияларын индереү зарур. Ә Рәсәй Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһына ингәнгә күрә, уларға ла беҙҙә юл асыласаҡ. Баҙарҙа конкурентлыҡ һәләтенә эйә ойошмалар ғына ҡаласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Ҡытайҙың төҙөлөш компанияларының сит ил баҙарына экспансияһы уның хөкүмәте тарафынан да яҡлана.
Ҡытай тәжрибәһенең Рәсәйҙең төҙөлөш тармағына ярҙам итәсәгенә ышанып етмәгәндәр ҙә байтаҡ. Сер түгел, күршеләрҙең килеүе беҙҙең күп кенә төҙөлөш компанияларының эшенә кире йоғонто яһаясаҡ. Хатта бының социаль тетрәнеүҙәргә килтереүе мөмкин: компанияларҙың күпләп бөлөүе, шуның арҡаһында эшһеҙлектең артыуы, ҡытай миграцияһының көсәйеүе, артабан төбәктәрҙә ил етәкселегенең абруйының ҡаҡшауы.
Шулай уҡ Ҡытай миҫалының Рәсәй ысынбарлығына тура килмәүе лә ихтимал. Беҙҙә торлаҡ төҙөлөшө анһат эш түгел. Рөхсәт һәм лицензия алыу, проектҡа экспертиза үткәреү һәм башҡа бихисап административ "кәртәләр" аша үтеү бик күп ваҡыт һәм аҡса талап итә. Йорттарҙы беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырыу ҙа өҫтәмә сығымдарға килтерәсәк. Һөҙөмтәлә уларҙың хаҡы, үҙебеҙҙеке менән сағыштырғанда, 10-15 процентҡа ғына арзаныраҡ буласаҡ, тип билдәләй белгестәр.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад