Тәмлекәс кәрәкме?10.01.2017
Рәсәй былтыр экспортҡа кондитер аҙыҡтары оҙатыу буйынса етди аҙымдар яһаған.
Мәҫәлән, 10 айҙа сит илгә 321,9 мең тонна тәмлекәс һатылған. Был былтырғы ошо осорҙан 4,2 процентҡа күберәк. Тәьминәт хаҡ буйынса тағы ла 5,2 процентҡа артҡан. Ул 700 миллион доллар самаһы тәшкил итә.
Сит илдәр башлыса шоколадҡа өҫтөнлөк бирә. 10 айҙа 120,5 мең тонна (358,4 миллион долларлыҡ) тәмлекәс оҙатылған. Айырыуса Мәскәү, Кемерово, Белгород һәм Курск өлкәләре етештереүселәре дәррәү эшләй. Нигеҙҙә, беҙҙең аҙыҡты Ҡаҙағстан (22,8 процент), Ҡытай (17,2 процент), Белоруссия (туғыҙ процент), Ҡырғыҙстан (туғыҙ процент), Үзбәкстан (алты процент) һатып ала.