Уйна әле гармуныңды...10.01.2017
Уйна әле гармуныңды... Йәй миҙгеле. Колхозда эш хаҡы маҡтанырлыҡ түгел, йәнә яңы уҡыу йылына өҫ-башты хәстәрләргә кәрәк. Шулай ҙа тал ҡайырыһы һыҙырып һатҡан аҡсаға 74 һумлыҡ гармун һатып алдыҡ. Әлегә ғаиләлә беребеҙ ҙә уйнай белмәй. Бер уйлаһаң, был аҡсаны башҡа кәрәк-яраҡҡа ла тотонорға булыр ине. Шулай ҙа уға гармун алыуыбыҙ беҙҙең генә түгел, халыҡтың етешһеҙлек мәлендә лә йыр-моңға, күңел асыуға мөмкинлек табыуы хаҡында һөйләй.
Белгестәр билдәләүенсә, илдә көрсөк хакимлыҡ итһә лә, халыҡ музыка ҡорал­дарына аҡса йәлләмәй икән. Быйыл Рәсәйҙә был юҫыҡта 120 миллиард һум сарыф ителгән.
Элек музыка магазиндары кәштәләре үҙебеҙҙең тауарҙан һығылып тора ине. Рәсәй донъяла иң күп музыка ҡоралы етештергән дәүләттәрҙән иҫәпләнде. Мәҫәлән, 1990 йылда РСФСР-ҙа 60 мең рояль һәм фортепиано, 40 мең альт һәм скрипка, 50 мең баян һәм аккордеон, 742 мең гитара, балалайка етештерелгән. Ҡыҫҡаһы, бер йылда миллиондан ашыу кеше музыка ҡоралы менән тәьмин ителгән.
Ул саҡта Луначарский исе­мендәге Ленинград фабрикаһы думбыра, көснә (гусли) һәм балалайка, Ригалағы музыка ҡоралдары фабрикаһы бөтә илде танылған синтезаторҙар һәм һуҡма ҡоралдар менән ҡыуандырҙы. Черниговта Постышев исемендәге фабрика йыл һайын 30 мең фортепиано, 100 меңгә ҡәҙәр гитара һәм 1,5 мең бандураға “ғүмер бирҙе”. Үкенескә ҡаршы, илдәге буталыш йылдарында музыка ҡоралдарына ла һан булманы. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, бөгөн элекке кимәлдәге уңыштарыбыҙ менән ғорурлана алмайбыҙ. Эш йүнәлешен бөтөнләй икенсегә борған предприятиелар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Украинаның Чернигов ҡалаһындағы бер ойошма фортепиано урынына табут етеш­терә. Бер яҡтан, Шуя, Һамарҙағы музыка заводтары иҫән әле.
“1990 йылдарҙа фабрикалар тормошҡа яраҡһыҙ хәлгә килтерелде”, — ти Петербург тынлы ҡоралдар заводының иҡтисад эшмәкәрлеге начальнигы И. Агаджанова. Дөрөҫ, Рәсәйҙә музыка ҡоралдары етештереүселәргә бөгөн дә еңел түгел. Шулай ҙа был йүнәлештә әкренләп боҙ ҡуҙғала. Халыҡ музыка ҡоралдары яһаған фабрикаларға йән инеүе ҡыуандыра. Әйтәйек, Чайковский исемендәге комбинат фонды ун йыл элек үк ҡулдан эшләнгән думбыра, балалайка сығарыуҙы тергеҙҙе. Хәҙер йылына бер нисә мең ошондай ҡорал һата. Ихтыяж арта бара. Ә бит уларҙың хаҡы осһоҙ тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, балалайка 15 мең торһа, көснә – йөҙ мең һумдан да ашыу.
Айырыуса беҙҙең илдә генә эшләнгән думбыра, көснә, балалайка етештереү­селәргә бәхет йылмая. Ә бына бүтәндәргә сит илдәр менән ярышыу еңел түгел. Мәҫәлән, хәҙер Рәсәй синтезатор эшләүҙән мәхрүм ҡалды. Легендар “Поливокс”тың “ғүмере өҙөлдө”. Әйткәндәй, 1980 йылдар урталарына тиклем илдә йылына 25 мең самаһы “Поливокс” сығарылды.
Фортепиано етештереүселәргә лә еңел­дән түгел. Бөгөн йылына ни бары өс мең­дән ашыуыраҡ пианино сафҡа инә. Клави­шалы ҡоралдарҙы бары Калугалағы “Аккорд” һәм Мәскәүҙең “Лира” фабрикалары ғына эшләй. 20 йыл буйы йәшәп килеүҙә уларҙы башҡа эш­тәр менән шөғөл­ләнеү ҡотҡарған. “Беҙ пианиноға ғына ҡарап ултырһаҡ, күптән ябылған булыр инек”, – ти “Аккорд” хеҙмәткәр­ҙәре. – 1990 йыл­дар­ҙа хатта ҡала урамдарын йыйыш­тырырға сыға инек”. Оҫталар ихаталарҙы та­ҙарта, сүп-сар сығара. Бынан тыш, “Лира” хатта ағас эшкәртеү менән мәшғүл була.
Пианино ҡыйбат тороуға ҡара­маҫтан, һуңғы йылдарҙа был ҡоралды һатыу күләме арта. Уны йәнә мәктәптәр ала башланы. Шулай уҡ торба һәм тромбон етеш­тереүселәрҙә лә күтәрелеш башланды. Петербургтағы тынлы ҡоралдар заводының әйләнеше үҫә. Ул – Рәсәйҙәге берҙән-бер предприятие. “Иҫән ҡалыр өсөн тынлы ағас ҡоралдар етештереүҙе ябырға тура килде. Ваҡытлыса саксофон яһау ҙа туҡтатып торолдо. Завод хәҙер экспортҡа ла әүҙем эшләй башланы. Рәсәй торбаларына Япониянан, Европанан да заказ бирәләр”, – ти Агаджанова.
Шулай ҙа фортепиано, торба, балалай­ка менән башлыса профессиональ музыканттар йәки махсус мәктәптәрҙә белем алғандар шөғөлләнә. Рәсәй магазиндарында иң таралған музыка ҡоралы – гитара. Мәғлүмәттәр буйынса, халыҡ алты ҡыллыһына ҙур өҫтөнлөк бирә. Башлыса ярым профессионалдар өсөн тәғәйен­ләнгән әллә ни ҡыйбат булмағандарын алалар. Шулай булғас, был йүнәлештә эш йырлап барырға тейеш кеүек. Илдә тиҫтәләгән гитара фабрикалары эшләй: Санкт-Петербургта, Ижев­скиҙа, Көнгөрҙә. Улар барыһы ла ҡыйбат булмаған тауар етеш­тереүгә йүнәлеш тотҡан.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙҙең гитараларға ихтыяж арта тип әйтеп булмай. Рәсәйҙә йылына 10-15 мең гитара яһала. Төп кәм­селеге – сифаты бик яҡшы­нан түгел. Улар арзан тора, әммә фанеранан йәки шпондан эшлән­гән. Тимәк, күптәрҙе тауышы ҡәнәғәт­лән­дермәй.
Үкенескә ҡаршы, халыҡ күпләп һораған электр гитараһын заводтар Рәсәйҙә бөтөнләй сығармай. “Илдә ҡулдан эшлән­гән ҡоралдар һаны йылына меңгә лә етмәй”, – ти танылған оҫта Александр Шамрай. Уның ҡарауы, беҙҙә уларға тыш­лыҡ һәм ҡыл етештереү дәррәү үҫә. Мәғлүмәттәр буйынса, музы­канттарға улар ҙа бик кәрәк. Беҙ әле йылына миллиард һумлыҡ ошондай әйберҙәр етештерәбеҙ. Киләсәктә сит илдекеләрҙе ҡыҫырыҡ­лауыбыҙ бик ихтимал.


Вернуться назад