Һуңғы ваҡытта Баймаҡ районы етәкселегенең тырышлығы менән ситтән инвесторҙар йәлеп итеп, бигерәк тә ауыл ерендә яңы эш урындары булдырыуға ҙур иғтибар бүленә. Икенсе Этҡол ауылында Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы филиалы асылыуы – быға асыҡ миҫал. Элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан яңы производствола төрлө йәштәге балалар өсөн тапочка, сандали өлөштәре тегелә. Ата-әсәләр теләп һатып алған аяҡ кейеменең Баймаҡ районында етештерелеүе – күптәр өсөн оло шатлыҡ. Бөгөн бында 60 кешегә эш урыны булдырылған, яҡынса 2 миллион һум инвестиция һалынған.“Байтал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлиә Латипова әйтеүенсә, киләсәктә цехты киңәйтеү күҙ уңында тотола, эш урындарын 200-гә тиклем еткереү ҡаралған.
– Яңы йылдан аяҡ кейемдәрен үҙебеҙҙә тулыһынса етештерәсәкбеҙ, был хаҡта етәкселек менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Артабан урында уҡ уларҙы һатыу ҙа ҡарала. Әлегә беҙҙең тегенселәр аяҡ кейемдәренең өҫкө өлөшөн генә тегә, табандарын йәбештереп, Дәүләкәнгә оҙатабыҙ. Былтыр 100 мең пар продукция етештерелде, – тип таныштырҙы Юлиә Айтуған ҡыҙы.
Хеҙмәткәрҙәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, уларҙың барыһы ла махсус курс үткән. Һигеҙ ай буйы цехта йәшәп, буласаҡ эшселәрҙе яңы һөнәргә өйрәткән мастер Бүләкбикә Хәлитоваға барыһы ла рәхмәтле. Мәҫәлән, Ринат Дәүләтов ошоға тиклем бер ваҡытта ла аяҡ кейеме тегеүҙе күҙ алдына ла килтермәгәндер, әле уның тилбер ҡулдары “һә” тигәнсе тапочканың өҫкө өлөшөн тегеп тә ҡуя. 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Үрге Нуғайҙан йөрөп эшләгән Һандуғас Сафиуллина ла үҙ эшенән ҡәнәғәт: “Иң мөһиме – эш бар, хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә”, – ти ул. Әхирәтенең һүҙен Ниғәмәт һылыуы Рәүилә Ғатауллина ла хуплай. “Таң менән өй эштәрен бөтөрәбеҙ ҙә эшкә ашҡынып киләбеҙ. Яратҡан шөғөл арытмай, ҡайһы саҡ йәйәү ҙә килергә тура килә”, – ти ул. Ә бына Миңлегөл Вәлиеваға тегенсе эше күптән яҡшы таныш. Егәрле ҡатын Түбә һәм Сибай тегеү фабрикаларында эшләгән, шуға күрә уға өйрәнеүе ауыр булмаған. “Илаған ваҡыттар ҙа булды, өйрәндек хәҙер”, – тип йылмая уңған тегенселәр. Икенсе Этҡол, Байым, Ниғәмәт, Үрге һәм Түбәнге Нуғай ауылдарынан йөрөп эшләйҙәр, барыһы ла берҙәм һәм татыу. Төшкө аш ошонда уҡ ойошторолған, ике көн ял. Әйткәндәй, цех бар кәрәкле ҡорамалдар, яңы тегеү машиналары менән йыһазландырылған. Әгәр ҙә йәнә эш урындары булдырылып, хеҙмәткәрҙәр йәлеп ителһә, етәкселәр халыҡты махсус транспорт менән йөрөтөүҙе лә күҙ уңында тота.
Республикала был – берҙән-бер филиал, ошоға тиклем Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһының филиалы Һамар өлкәһендә асылған. Шулай уҡ киләсәктә Икенсе Этҡолда етештерелгән балалар аяҡ кейемен һатыу өсөн урында уҡ магазин асыу ҡаралған, ул сағында уларҙың хаҡы “тешләшмәйәсәк”. Тимәк, тиҙҙән Баймаҡ районында арзан хаҡҡа, тәбиғи материалдарҙан эшләнгән аяҡ кейемен осратһағыҙ, аптырап ҡалмағыҙ, һатып алығыҙ. “Сәләмәт аяҡ кейеме – сәләмәт балалар” тигән девизды үҙ иткән Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы күптән инде ил баҙарын үҙенең продукцияһы менән тәьмин итеп танылыу яулаған.