Үҫеш төҫмөрләнә, “плюстар” күбәйә30.12.2016
Уҙып барған йыл республика өсөн, дөйөм алғанда, яҡшы тамамлана. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үткән аҙнала булып үткән Хөкүмәт ултырышында билдәләгәйне. Уның әйтеүенсә, беҙ төп күрһәткестәр буйынса үҫеш юлына сығабыҙ.
– Бигерәк тә дүртенсе квартал һәйбәт динамика күрһәтте, – тине Рөстәм Зәки улы. – Сәнәғәт етештереүе 11 ай эсендә ике процент, ауыл хужалығы бер процент үҫеш бирҙе. Төҙөлөштә, сауҙала һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә хәл яҡшырыуға йүнәлеш алды. Республика 2017 йылға ышаныслы аяҡ баҫа.
Башҡортостандың һуңғы биш йылдағы үҫешенә анализ нигеҙендә республиканың оҙайлы социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы эшләнде. Ул Рәсәйҙең 2017 – 2019 йылғы үҫеше сценарийҙарын иҫәпкә алып төҙөлдө.
Рәсәй иҡтисадына төп баһаны ил Президенты Владимир Путин йыл йом­ғаҡтарына арналған ҙур матбуғат конференцияһында бирҙе: тулайым эске продукт былтыр 3,7 процентҡа кәмеһә, быйыл уны 0,7 проценттан күберәк итмәүгә өлгәштеләр, ә ноябрь һөҙөмтәһе буйынса хатта бер аҙ үҫеш күҙәтелә. Машиналар эшләү, еңел сәнәғәт, эшкәртеү тармаҡтары йәнләнә төштө. Ауыл хужалығындағы ыңғай үҙгәреш тағы ла тосораҡ: үткән йыл үҫеш күрһәткесе 2,6 процент булһа, быйылға ул 3,2 процент тип планлаштырылды, ә йыл аҙағына ғәмәлдә дүрт процент тирәһе булыр тип көтөлә. Демографик хәл яҡшырҙы – үлем кәмене, тәбиғи артым дауам итә. Президент әйткәнсә, ил Хөкүмәте йәмғиәткә вәғәҙә иткән планын үтәй бара, дөйөм алғанда уға “плюс” билдәһе ҡуйырға мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән капиталдың ситкә ағыуы тураһында күп һөйләйҙәр һәм яҙалар, ләкин бына ҡарағыҙ: “Рәсәй-24” телеканалы хәбәр итеүенсә, 2015 йылда Рәсәйҙән 57 миллиард һум “ҡасһа”, 2016 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткестең 17 миллиард һум булыуы көтөлә. Айырма бик ҙур. Һәм ул – Ватаныбыҙ файҙаһына.
Башҡортостанды алып ҡараһаҡ, тулайым эске продукт күрһәткесе Рәсәйҙең уртаса кимәленән өҫтөнөрәк булыуын дауам итә. Республика бюджеты килеме 2016 йылда 146 миллиард 329 миллион һум тәшкил итте, был былтырғы менән сағыштырғанда 10,6 процентҡа күберәк. Урындағы ҡаҙнаның (муниципаль райондар, ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре) килеме алдағы йыл менән сағыштырғанда 4,2 процент үҫеш бирҙе. Төп капиталға инвестиция күләме буйынса республика 2014 йылда 49-сы урында булһа, 2030 йылға тәүге ун биш төбәк иҫәбенә инеү маҡсатын ҡуя.
Ваҡлап һатыу сауҙаһындағы тауар әйләнеше буйынса төбәк – Рәсәйҙә һиге­ҙенсе урында. Тимәк, һатып алыу һәләте ил буйынса уртаса кимәлдән юғарыраҡ. Номиналь эш хаҡы буйынса республи­кабыҙ бер йыл элек Рәсәй субъекттары араһында 62-се урында тора ине. Хөкүмәт күргән тәғәйен саралар һөҙөмтәһендә төбәк 10-сы урынға күтәрелде. Реаль эш хаҡы буйынса 61-се урындан һигеҙенсе урынға сыҡтыҡ. Был йәһәттән хәлдең яҡшырыуы шунан да күренә: быйыл республика халҡы автомобиль һатып алыуҙы алдағы йыл менән сағыштырғанда кәметмәне һәм ошо күрһәткес буйынса илдең тәүге биш субъекты иҫәбенә инде. Икенсе төрлө әйткәндә, матди хәлде үҙебеҙ теләгәнсә үк яҡшырта алмайбыҙ, ләкин, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, ҙур юғалтыуҙарға дусар ителмәнек.
– “Башнефть” компанияһының “Роснефть” составына инеүен уҙып барған йылдың иң мөһим ваҡиғаларының береһе тип иҫәпләргә мөмкин, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, яңыраҡ журналистар алдында сығыш яһап. – Беҙҙең иҡтисади баҙарға бик ҡеүәтле компания килде. Бында плюс­тар минустарға ҡарағанда күберәк. Оҙаҡламай ул ыңғай һөҙөмтәләрен бирә башлар тип ышанам.
Беҙҙең төбәк иҡтисадының киләсәк яҙмышын “Стратегия-2030” программаһы билдәләй. Уны эшләү өсөн Өфөнән, Мәскәүҙән һәм башҡа тарафтарҙан күп һандағы белгестәр, эксперттар йәлеп ителде, сит илдәрҙең тәжрибәһен дә файҙаландылар. Сифаты буйынса был эш “Skolkovo Trend Award” премияһына лайыҡ булды.
– Стратегияны төҙөгәндә республи­каның социаль-иҡтисади үҫешенең өс дәүере һәр береһе айырым ҡаралды һәм анализланды, – ти республика Башлығы. – 1990 йылдарҙа күп кенә ҡыҙыҡлы башланғыстар барлыҡҡа килде, ул осорҙа төбәгебеҙ үҫеш юлында ине. Артабанғы этапты – 2000 йылдар башын – уңышһыҙ барып сыҡҡан ваҡыт тип билдәләргә була. Ул заманда инвестиция мөмкинлектәре юғалтылды. Өсөнсө осорға, йәғни 2010 йылдан башланып киткәненә, аҡрын үҫеш хас, ә был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Беҙгә яңы һандар, яңы күрһәткестәр кәрәк, шуларға ынтыласаҡбыҙ. Ошо Стратегиянан сығып, алдағы 10-15 йылға пландар билдәләнәсәк.


“Беҙҙең бурыс – күп тармаҡлы иҡтисадҡа эйә конкурентлы төбәк, донъяла танылған һәм илдә төп фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе, абруйлы халыҡ-ара конгресс майҙансығы булараҡ Башҡортостанды үҫтереүҙең заманса моделен төҙөү һәм уйланылған идара аша уны эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыу. Был йәһәттән ғәмәлдәге компетенцияны, республиканың кешелек капиталы, отошло географик хәле, бай тәбиғи һәм рекреация ресурстары, үҫешкән сәнәғәте һәм транспорт инфраструктураһы, юғары фәнни-белем биреү ҡеүәте, инвестиция хәүефһеҙлеге кеүек конкурентлы өҫтөнлөктәрҙе мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә кәрәк”.

(Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).


Вернуться назад