Мал ҡышлатыу осорона Зәк-Ишмәт ауылынан Әнүәр Усмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫҡан. Бында малдарҙың аҙыҡ өҫтәле мул булһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалғандар. Ихаталарға көҙ бесән-һалам ҡайтарылған, силос соҡорҙары тулы. Эшсәндәрҙең кәйефе күтәренке, сөнки йәй-көҙ фермаларға ремонт үткәргәндәр, һәүкәштәр йылы ҡурала ҡышлаясаҡ. Хужалыҡта әле 585 баш һыйыр малы аҫралһа, шуның 100-ө – һауын һыйыры. Көтөү йыл һайын йәш таналар менән тулылана, көҙҙән Стәрлетамаҡ районынан тағы ла 44 баш һатып алғандар. Һыйырҙар быҙаулай башлаған.
Йәмғиәттең 200 баш һарығы ла бар, уларҙы, нигеҙҙә, ит өсөн үрсетәләр. Бынан тыш йылҡы малы ла аҫрайҙар.
Быйыл ғына эш башлаған йәмғиәт районда алдынғылар иҫәбендә. Элекке Зәк-Ишмәт ауыл хужалығы кооперативы банкрот тип иғлан ителгәс, һөтсөлөк фермалары тулыһынса тиерлек Әнүәр Усмановтың крәҫтиән (фермер) хужалығына тапшырыла.
– Әлбиттә, тәүге көндәрҙә ҡыйынға тура килһә лә, эшмәкәрлегебеҙҙе уңышлы итеп алып китә алдыҡ, – ти Әнүәр Хәким улы. – Шөкөр, беҙгә малсылыҡ, үҫемлекселек тармағын яҡшы тойған һәм белгән белгестәр эшкә килде, уларҙың тырышлығы бушҡа булманы.
Бөгөн хужалыҡта 15 кеше эшләй, ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны бермә-бер арта икән. Эш хаҡы һәйбәт, ваҡытында түләнә. Ололарға алмашҡа йәштәр килә.
Хужалыҡтың өс мең гектарға яҡын ере иҫәпләнә. Көҙ яҡшы уңыш йыйып алғандар. Баҫыуҙар тәрбиәле, ҡараулы. Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла, иҫкеләрен ремонтлап, ҡабаттан эшкә егәләр.
Әле бында һөт һатыуҙан йәмғиәт кассаһы ярайһы ғына тулылана. Продукцияны Мәләүез һөт комбинатына литрын 20 һум менән тапшыралар. Унан килгән табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола, хеҙмәт хаҡын түләүгә китә.
Етәкселек һөтсөлөк фермаларын яңыртыу буйынса ла маҡсатлы эш алып бара, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу эше яҡшы ҡуйылған.
– Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ инде, сарыф ителгән аҡса файҙаһын бирмәй ҡалмай ул, – ти ферма мөдире Фәнүр Әҙеһәмов. – Ә эш шарттары булһа, һәр кем фермаларға байрамға барған кеүек киләсәк. Беҙҙә уңған малсылар етерлек. Уларҙың һәр береһен маҡтап телгә алырға була. Рәсимә Рәшитова, Вера Усманова, көтөүсе Илдус Казбеков йәмғиәттең алдынғы малсылары, йәштәргә лә өлгө.