1993 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультетын тамамлаған Илшат Мәзитов йүнәлтмә буйынса райондың «Таймаҫ» совхозына баш инженер булып эшкә урынлаша. Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫкән егет тәүге көндәрҙән үк башкөллө эшкә сума. Уңған, тырыш йәш белгесте һәр ерҙә ихтирам итәләр. Ул үҙе лә ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, хужалыҡты алға алып барыуға ҙур өлөш индерә.2000 йылда Илшат Рәшит улы ҡатыны Рәйсә Рәйес ҡыҙы, туғандары менән кәңәшләшеп, үҙ эшен асырға йөрьәт итә. Тәүҙә улар икәүһенә 15 гектар ер алып, унда ҡарабойҙай сәсәләр. «Уңышы яҡшы булды ул йыл, шуға ла эшкә дәрт уянды», – тип хәтерләй ул көндәрҙе фермер.
Әйткәндәй, атаһы Рәшит ағай уға ныҡлы терәк һәм тәжрибәле кәңәшсе була. Һәм бына 16 йыл Илшат Мәзитов Йомағужа ауылында крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе йөгөн тарта. Йәмғиәт малсылыҡ, үҫемлекселек менән ныҡлап шөғөлләнә. Бынан тыш умартасылыҡ та яҡшы үҫешкән.
– Миңә ауыл тормошо яҡын һәм ҡәҙерле, колхозда эшләгән атай-әсәйемә бала саҡтан ярҙам итеп үҫтем, – ти фермер. – Шуға ла үҙ хужалығымды ойоштороу ауыр булманы. Шөкөр, бөгөн эшмәкәрлегебеҙҙең яҡшы һөҙөмтәһен татыйбыҙ.
Фермерҙың 2600 гектар ере бар, унда бойҙай, арпа, көнбағыш, кукуруз үҫтерәләр. Парк сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техника менән бай, уны йыл һайын яңыртып торалар. Тиҙҙән хужалыҡҡа өр-яңы машиналар ҡайтырға тейеш. Ауыл хужалығы техникаһына бында ҡытлыҡ юҡ, һәр ерҙә заманса күҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырылған. Үҙҙәренең иген киптергестәре лә, бына тигән келәттәре лә бар.
Бында малсылыҡҡа тик 2015 йылда ғына тотоналар. «Ғаилә һөтсөлөк фермаһы» республика программаһы сиктәрендә хужалыҡ грантҡа лайыҡ була. Шул аҡсаға Мәләүез районынан симменталь тоҡомло 30 баш һыйыр малы һатып алалар. 200 баш һыйыр малын йылы ҡурала тотоу өсөн элекке һөтсөлөк фермаһы биналарын яңынан ремонтлап, заманса йыһазландырғандар. Әле малдар Илкәнәй һөтсөлөк фермаһында бәйһеҙ тотола. Йәй-көҙ һәүкәштәргә етерлек күләмдә мал аҙығы хәстәрләгәндәр. Силос соҡорҙары ла тулы.
Әле йәмғиәттә бөтәһе 14 кеше мәшғүл, йәйге осорҙа уларҙың һаны күпкә артып китә. Ҡасандыр Себергә эшкә киткәндәр ҙә бөгөн тыуған яҡтарына ҡайтып, эш һорап мөрәжәғәт итә икән. Әлбиттә, эш хаҡының юғары булыуы ла күптәрҙе ылыҡтыра. Һәр кемдең хеҙмәтенә ҡарап түләү билдәләнә. Бынан тыш хеҙмәткәрҙәр өсөн йорт та һалалар, ҡайһы саҡ ҡуртымға ла алып бирәләр. Ә халыҡҡа ошонан башҡа тағы ни кәрәк һуң?!
– Коллектив тырыш, үҙ эшен яҡшы белгән йәш белгестәр, хеҙмәткәрҙәр менән ғорурлана ала. Хатта механизаторҙарҙың дүртәүһе юғары белемгә эйә, – ти хужалыҡ рәйесе Илшат Мәзитов. – Бөгөн компьютер заманы бит, бөтә техника тиерлек компьютерлаштырылған. Шуға ла теләгәндәрҙе үҙ аҡсабыҙға уҡытып та алырға мөмкинлегебеҙ бар.
Етәкселек Ғәзинур һәм Ғәзиз Сәләмовтарҙы, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, әле баш инженер ҙа, тракторсы-комбайнсы ла булып эшләгән Илнур Уразбахтинды һәм башҡаларҙы маҡтап телгә алды.