Таш кәрәкме, ҡом кәрәкме?..27.12.2016
Таш кәрәкме, ҡом кәрәкме?.. Таш кәрәкме, ҡом кәрәкме?.. Район үҙәге бөгөн төҙөлөш майҙансығын хәтерләтә – әле бында, әле тегендә яңы йорттар ҡалҡа, социаль объекттар сафҡа инә. Асфальт юлдар һалына, күперҙәр төҙөлә. Халыҡ та бына тигән йорттар һалып инә. Заманса материалдарға кешеләр ҡытлыҡ кисермәй, сөнки бында төҙөлөш баҙары яҡшы эшләй.
«Лесагротранс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмә­кәрлеген 2005 йылдан алып бара. Бында ике төр ҡырсын, ҡом-таш ҡатнашмаһы етештерәләр. Сеймалды райондың Ковалевка ауылынан алалар.
24 кеше эш менән мәшғүл, ҡыҙыу миҙгелдә кешеләр һаны бермә-бер арта. Етәкселек белдереүенсә, йәштәр ҙә килә икән. Хеҙмәт хаҡы юғары булғас, сит тарафтарға киткәндәр ҙә бөгөн эш һорап мөрәжәғәт итә. Техника паркы бай, сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән 15 берәмек ҡеүәтле машина ярҙамында карьерҙан сеймал ташыйҙар. Көрсөккә ҡарамаҫтан, яңыраҡ ташты төрлө фракцияларға онтау ҡорамалы һатып алғандар. Бында, нигеҙҙә, уларҙың замансалары менән эш итәләр.
– Башҡортостан бай төбәк икәнен һәр кем белә, шуға ла тәбиғәт бүләк иткән ҡаҙылма байлыҡты файҙалы ҡулланырға тырышабыҙ, – ти йәмғиәт директоры Азамат Сөләймән улы Яҡшыбаев. – Беҙ етештергән продукцияға ихтыяж элек-электән булды, әле лә төрлө килешеүҙәр төҙөп, эшмәкәрлегебеҙҙе уңышлы ғына алып барабыҙ.
«Лесагротранс» йәмғиәте хеҙмәт­кәрҙәре көнөнә 800 кубометр ҡырсынташ эшкәртә. Улар «Май экстракциялау» заводы, «Акрополь», «Система» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән оҙаҡ йылдар хеҙмәттәшлек итә. Бынан тыш башҡа төҙөлөш предприятиелары менән килешеүҙәр ҙә төҙөлгән.


Вернуться назад