Районда бөтәһе 125 крәҫтиән (фермер) хужалығы уңышлы эшләп килә, шуларҙың күптәре дәүләт ярҙамын алыуға өлгәшкән. Әлбиттә, бүленгән аҡсаға хужалыҡтар тоҡомло мал, техника һатып алған. Бынан тыш фермаларға ремонт та үткәргәндәр.Бахмут ауылындағы «Аҡтау» ауыл хужалығы кооперативы 2014 йылда ойошторола. Элекке колхоздан ҡалған биналарҙы һатып алып, етәкселек ремонт үткәрә, һөтсөлөк фермаларын йылытып, заманса ҡорамалдар менән йыһазландыра. Әйткәндәй, бында төҙөлөш һис туҡтағаны юҡ, йәй бына тигән келәт сафҡа ингән. Хәҙер унда орлоҡ һаҡларға була.
Кооператив нигеҙҙә малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Бында заанен тоҡомло кәзә лә үрсетәләр, уларҙың һаны бөгөн 87 баш тәшкил итә. Кәзә малын Мари Иле Республикаһынан һатып алғандар.Тағы ла ит өсөн һарыҡ та аҫрайҙар.
Кәзәләрҙән көнөнә 100 литр һөт һауып алалар, аҡтан ҡымыҙ, сыр яһайҙар. Продукция район магазиндарына, шәхси эшҡыуарҙарға оҙатыла.
Йәмғиәттә тағы ла симменталь тоҡомло 50 баш һыйыр малы тотола, әле улар быҙаулай башлаған. Көтөү тоҡомло малдар менән тулылана. Быҙауҙар, йәш таналар айырым тотола. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, уны йәй-көҙ мул итеп хәстәрләгәндәр. Хужалыҡ рәйесе Айҙар Аҡбаров белдереүенсә, мал аҙығы хатта ике йылға етерлек итеп әҙерләнгән.
Бөгөн алты кеше эш менән мәшғүл, хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ түләнә. Хеҙмәткәрҙәр өсөн мунса, дөйөм ятаҡ булдырылған, бушлай йылы аш менән тәьмин итеү ойошторолған.
– Халыҡ беҙҙә тырыш, берәүҙән икәүҙе яһарға әҙер. Шөкөр, һөҙөмтәләребеҙ ҙә яҡшы ғына. Әле эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар, – ти Айҙар Закир улы. – Уңғандарҙың хеҙмәтен баһалай беләбеҙ, төрлө премиялар, социаль яҡлау ҡаралған.
«Аҡтау»ҙың техника паркы ла насарҙан түгел, ауыл хужалығы ҡорамалдарын яңыртып торалар икән. Урамда ҡыш булһа ла, бында егеттәр оҫтаханаларҙа иртә таңдан ҡара кискә ҡәҙәр техниканы яҙғы сәсеүгә әҙерләй. Запас частарҙы һатып та алалар, үҙҙәре лә етештерә. Механизаторҙар Семен Захаров, Сергей Петров, Александр Бутко, Алексей Гавриловтың эшенән етәкселек ҡәнәғәт.
Кооперативтың 1200 гектар ере лә бар, унда иген культуралары, кукуруз үҫтерәләр. Бахмут ауылы биләмәһе пайсыларының да ерҙәре буш ятмай, хужалары менән ваҡытында иҫәпләшәләр, һәр береһенә дүртәр центнер ашлыҡ бирелә икән.
«Аҡтау» йәмғиәте мал һуйыу цехы ла төҙөй, тиҙҙән ул тәүге клиенттарын ҡабул итәсәк. Бындай цех районда берәү генә. Асылғандан һуң унда дүрт кешегә эш урыны буласаҡ.