Диплом бар…20.12.2016
– Эш юҡ!
– Тәжрибә һорайҙар...
Дипломлы йәштәрҙең урамда йөрөүенә берәү ҙә ғәжәпләнмәйҙер хәҙер. Быйыл бюджет ҡарамағындағы юғары уҡыу йортон 500 мең самаһы егет һәм ҡыҙ тамамлаған. Әлбиттә, бөгөн генә вуз аудиторияһынан сыҡҡан белгестең ниндәй тәжрибәһе булһын! Эшкә алмауҙың төп сәбәбе итеп тап ошоно күрһәтә етәкселәр.

Ҡулына документ алған йылда йәштәрҙең 75 проценты үҙенә эш таба. “Superjob” порталы мәғлү­мәттәре буйынса, тәжрибәһеҙ йәштәргә банк өлкәһенә, IT компанияларына һәм эре эшҡыуарлыҡ предприятиеларына урынлашыу анһатыраҡ икән. Ҡулына яңы диплом алғандарҙы эш биреүселәрҙең 60 проценты үҙенә ҡабул итергә әҙер (көрсөккә тиклем 72 процент булған).
Тәжрибәһеҙ белгестәргә ниндәй вакансиялар тәҡдим итәләр һуң? Бер өлөшөн сауҙа, клиенттар менән эш итеү өлкәһенә саҡырһалар, бер ни ҡәҙәрен – инженер белгеслегенә, өсөнсөләрен – эшсе һөнәрҙәренә.
Ә бына программалаусыларҙың ни бары дүрт проценты ғына үҙен кәрәкле тип һанай ала. Бынан тыш, секретарҙар, диспетчерҙар, һатыу­сылар, юристар кәрәк. Былтыр етәкселәрҙең 50 проценты йәш белгестәрҙең әҙерлек сифатынан ҡәнәғәт булһа, быйыл был һан 47-гә төшкән. Йәштәргә хас төп етешһеҙлек – теоретик әҙерлектең уртаса булыуы, үҙҙәренең мөмкинлеген саманан тыш юғары баһалау, һауалылыҡ. Студент сағында уҡ үҙ һөнәре буйынса теге йәки был ойошмала стажировка үткәндәргә, ваҡытты бушҡа уҙғар­мағандарға эш табыуы еңелерәк. Нимә генә тимә, етәкселәрҙең 80 проценты стажерҙар менән хеҙмәт­тәшлек итеүҙе хуп күрә.
Биш йыл элек педагогик уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың 17 проценты ғына эште мәғариф өлкәһендә эҙләһә, хәҙер ундайҙар шаҡтай күберәк. Буласаҡ уҡытыусылар административ эштәргә, кадрҙар бүлегенә, маркетинг һәм реклама өлкәһенә әллә ни атлығып тормай.
Бөгөн ауыл хужалығы институты дипломы алған йәштәргә уңайлы мәл тыуған. Һуңғы биш йылда уларға ихтыяж артҡан.
– Агрономдар, зоотехниктар, вете­ринарҙар, эшкәртеү сәнәғәтенә технологтар кәрәк, – ти Урал дәүләт аграр университеты проректоры Ольга Ло­ретц. – Етәкселәр стажлы булған белгестәрҙе лә, яңы ғына диплом алған йәштәрҙе лә эшкә алырға әҙер. Эре предприятиелар 25 -30 мең һум самаһы эш хаҡы вәғәҙәләй. Беҙҙең күп уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең фермер хужалыҡтарын аса.
Макроиҡтисадты ғына түгел, ә ауыл хужалығын, һауын тураһында ла белгән иҡтисадсылар, бухгал­терҙарға ихтыяж бар. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа күп уҡыу йорттарында иҡтисад факультеттары исем өсөн генә асылған, уларҙа профилле белем бирмәйҙәр. Күптән түгел үткәрелгән мониторингта диплом алғандарҙың 90 проценты шунда уҡ ауылға китмәүе, ә ике йылдан һуң барыһының да тиерлек тыуған яғына ҡайтып, үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса эшкә урынлашыуы асыҡ­ланған.
Бөгөн табиптар ҙа етешмәй. Айырыу­са стоматолог, офтальмолог, отоларинголог, гинекологтар кәрәк. Бигерәк тә фармацевт һөнәренә ихтыяж ҙур. Үкенескә ҡаршы, уларҙы фармацевтика өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған предприятиелар түгел, ә сауҙа үҙәк­тәрендә асылған дарыу киосктары, дарыухана селтәрҙәре һәм супермаркеттар ғына эшкә саҡыра.


Вернуться назад