Төҙөүсе, токарь...20.12.2016
Рәсәйҙә эшсе һөнәренең абруйы арта. Быйыл техникумдар һәм училищелар 400 мең самаһы белгес әҙерләп сығарған.
Илдә колледждарҙа һәм техникум­дарҙа 2,18 миллион уҡыусы, вуздарҙа 4,76 миллион студент белем ала. Белгестәр әйтеүенсә, әле үткән быуат­тың 90-сы йылдарындағы демографик көрсөктөң шауҡымы һиҙелә. Тап шуға ла юғары уҡыу йорттарын һайлағандар ошо быуат башы менән сағыштырғанда быйыл 1,6 тапҡырға кәмерәк булған. 10 йыл элек вуздар 1,6 миллион студент ҡабул итһә быйыл ни бары – 1,014 миллион.
Һөнәрселек училищелары тирәләй хәл башҡасараҡ – эшсе һөнәре алырға теләүселәр ағымы тотороҡло һаҡлана. Мәғлүмәттәр буйынса, 2005 – 2016 йылдарҙа вуздарға ҡабул итеү йыл һайын 600 мең кешегә кәмеһә, кол­ледждарҙа ни бары 155 меңгә ҡыҫ­ҡар­ған. Бөгөн Рәсәйҙә 2890 колледж һәм техникум бар. Был 1990 йылдарҙа РСФСР-ҙа булғандан күберәк.
Әйткәндәй, йәштәрҙең һөнәр һайлауы ла үҙгәреш кисергән. СССР мәлендә сығарылыш уҡыусыларының өстән ике өлөшө сәнәғәткә барһа, шуның яртыһы – машина төҙөлөшөнә. Бөгөн йәш быуын башлыса транспорт һәм төҙөлөш өлкәләре һөнәрҙәренә өҫтөнлөк бирә. Йыл һайын 47 мең транспорт белгесе (2,5 меңе – моряк) һәм 49 мең төҙөүсе әҙерләнә. Ысынбарлыҡта тармаҡ өсөн был күләмдәге кадрҙар етмәй. Әле илдә 5,66 миллион төҙөүсе, 5,4 миллион транспорт эшсеһе бар. Ә бына металлургия өсөн быйыл ни бары бер мең, химия сәнәғәте өсөн 300 кеше белгес әҙерләүҙәре бөтөнләй аңлашылмай.
Еңел сәнәғәттә башлыса тегенсе һөнәрен һайлайҙар – быйыл 29 мең ке­ше ошо һөнәргә эйә булған. Шул уҡ ва­ҡытта аяҡ кейеме тегеүселәр ни бары 1,6 мең самаһы ғына махсус диплом алған. Әлбиттә, был тармаҡтарҙағы то­рошҡа йоғонто яһаясаҡ, сөнки бөгөн ту­ҡыу һәм тегеү сәнәғәтендә – 264 мең, күн эшкәртеү һәм аяҡ кейемдәре етеш­тереү цехтарында 43 мең эшсе тир түгә.
Илдә слесарҙарға, токарҙарға ла ихтыяж ҙур. Тап ошо бушлыҡты тултырыу йәһәтенән етди саралар күрелә. Быйыл 59 мең белгес заводтарға юлланған.


Вернуться назад