Ялан батырына – “тимер ат”19.12.2016
Ялан батырына – “тимер ат” Башҡортостан аграр университеты студенттары элек-электән урып-йыйыу эштәрендә дәррәү ҡатнаша. Быйыл ғына йөҙҙән артыҡ егет һәм ҡыҙ баҫыуҙарҙа хужалыҡтарға ярҙам иткән.
Шуныһы ҡыуаныслы: халҡыбыҙ әүәл-әүәлдән иген үҫтергән, илде түлле иткән баҫыу батырҙарына ҙур хөрмәт менән ҡарай. Улар хаҡында яҙылған бихисап йырҙар, рәссамдарҙың һүрәт­тәре – ошоға ишара.
Баҫыу карабында ең һыҙғанып эшләгән Алмас Алғушаев, Радик Ха­жиевтың күрһәткесе хаҡында хужалыҡ етәкселәре ғорурланып һөйләй. Ә инде улар араһынан IV курс студенты Динар Хамматов иң яҡшы комбайнсы конкурсында еңеүсе булып, төп приз – “LADA GRANTA” автомобиле менән бүләк­ләнде.
Йәйге практика мәлендә Динар тыуған яғында – Дүртөйлө баҫыуҙарында NEW HOLLAND CS660 комбайнында эшләй. Тырыш егет, өлкән, тәжрибәле ағайҙа­рынан саҡ ҡына ҡалышып, 779 гектар майҙандан 1343 тонна иген йыйып тапшыра.
Динар Имай-Утар ауылында тыуып үҫә. Мәктәптә яҡшы уҡый, төрлө сара­ларҙа әүҙем ҡатнаша, шашканы, шахматты яҡшы уйнай.
Юғары белем алыу уйы менән яна егет. Үҙҙәрендә мәктәп туғыҙ йыллыҡ ҡына булғас, 40 саҡрым алыҫлыҡтағы Мәҫкәү ауылына йөрөп уҡырға ла йыбанмай ул.
Улдарының бындай ҙур бүләккә лайыҡ булыуына ата-әсәһе лә ҡыуанып бөтә алмай.
– Улыбыҙ эш ярата, – ти әсәһе Рита Ришат ҡыҙы. – Уның бер ваҡытта ла буш ултырғанын күрмәҫһең. Бәләкәй саҡтан колхозға эшкә йөрөнө, силос әҙерләүҙә ҡатнашты. Йорт-ҡура тирә­һендә лә ярҙам итә, төрлө техниканы үҙе йәһәт кенә йүнәтеп ҡуя. Хатта кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған велосипедты ла бына тигән итеп тергеҙә.
Динарҙың атаһы – шофер. Егеттең кесе йәштән техникаға тартылыуы, һис шикһеҙ, унан бирелгән.


Вернуться назад