Толпарҙа эшһеҙ кеше юҡ20.12.2016
Һәр ауыл халҡы урындағы шарттарға яраҡлашып, һәүетемсә генә йәшәүен дауам итә. Толпарҙар ҙа шулай, тау-урман араһындағы төбәктә 78 йортта бөтәһе 298 кеше донъя көтә.
Уңғандар шәхси хужалығын бул­дырған, шуға күрә бында берәү ҙә үҙен эшһеҙ тип һанамай. Барыһы ла иртә таңдан кискә тиклем ихатаһында мәж килә: мал тәрбиәләй, донъяһын матурлай, бал ҡорттары күсен үрсетә, кәсеп­селек менән шөғөлләнә.
Толпар ауылының иң егәрле, иң һөнәрле кешеләренең береһе булған Фәррәх Фәтҡетдинов хаҡында һөйләргә теләйем. Ул туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә өсөнсөһө булып донъяға килә. Ата-әсәһе сабыйҙарының барыһын да эшкә сыныҡтырып, күңелдәрендә ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек рухы тәрбиәләргә тырыша.
Насирулла ағай бик сабыр, тыныс, ғәҙел кеше ине. Оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләне. Фәррәх тә атаһы өлгө­һөндә ошо матур сифаттарҙы үҙенә һеңдереп үҫте. Уның башҡаларға өлгө булырлыҡ ихтыяр көсө, ауырлыҡтарға зарланмауы, донъяның ҡәҙерен белеүе һоҡландыра. Атаһы кеүек тәбиғәтте ярата, уның матурлығына һоҡланып, һөйөнөп, ҡәҙерләп йәшәй. Шуға күрә ул да оҙаҡ йылдар урмансы булып эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шөғөлөн ташларға тура килде.
Уңғанлыҡ – кешегә хас иң матур сифаттарҙың береһе. Рухи күтәренкелек тә шунан килә. Бер барғанымда Фәррәхтән:
– Ҡасан ял итергә өлгөрәһең? – тип һорағайным.
– Ҡайҙан ял! Буш ваҡытым юҡ, ҡайһы саҡ көндәлек эшемде лә теүәлләп өлгөрә алмайым, – тип яуапланы ул.
Шулайҙыр, донъяһы бөтөн, малы ла ишле. Һөнәрле, егәрле кешенең шөғөлө лә күп була шул. 1969 йылда Фәррәх ти­­мерлек булдырып, уны үҙе яһаған эш ҡоралдары менән йыһазландыра. Ошонда төрлө кәрәк-яраҡ эшләй ул. Беренсе Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап, Бородино яланында ойошторолған тарихи реконструкцияларҙа ҡатнашыу өсөн “Төньяҡ амурҙары” клубы ағзалары Фәррәхтән боронғо өлгөләге дүрт эйәр, ике хәрби арба, 10 ҡылыс, йәйә, уҡ-һа­ҙаҡтар, уҡ башаҡтары, суҡлап-биҙәкләп йүгән, ышлыя, һөңгө эшләтеп ала. Бынан тыш, һигеҙ атҡа етерлек даға ла әҙерләй ул. Бөтә ошо әйберҙәр Бородино яланында булып, һуңынан уның тарихи музейына тапшырыла.
Тәгәрмәс туғындарын, сана табандарын да етештерә Фәррәх. Тәгәрмәс бөгөү станогын да хәстәрләгән. Уға артлы сана, ҡышын бесән сана­һына ла заказ бирәләр. Матур итеп эшләнгән көйәнтәләренә лә ихтыяж бар.
Имәндәш ауылы ҡыҙы Миңлесәрә менән 1974 йылда ғаилә ҡора Фәррәх. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы балалары тыуа. Өс ул, өс ҡыҙ тәр­биәләп, уҡытып, оло тормош юлына баҫ­тыралар. Ике улы менән бер ҡыҙы атай йорто эргәһендә үҙ нигеҙҙәрен ҡороп, Толпарҙа йәшәй. Бер ҡыҙы – Красноусолда, улы Себерҙә үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Миң­һылыу Өфөлә ғилми-тикшеренеү институтында эшләй – биогеология инженеры, ғилми хеҙмәткәр. Йәйгеһен бөтә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа ҡайтһа, олатай менән өләсәйҙең ихатаһы гөрләп тора.
Толпар ауылының Елъялан тип йө­рөтөлгән көньяҡ өлөшөнән Таш моронон үтеп, ауыл урамы буйлап китеп барам. Урам таҙа, төҙөк. Ауыл матурлана, төҙөкләнә, бер нисә урында яңы өй буралары күренә, тимәк, ҙурая.
Һәр ихатала бал ҡорттары дәдәндәре теҙелешеп ултыра. Ҡортсолоҡ – халыҡ­тың төп кәсептәренең бере­һе. Заманса йәшәргә тырыша толпарҙар, бик күп йорттар ихатаһында трактор, тағылмалы ҡорамалдар, еңел һәм йөк машиналары күренә. Күптән түгел генә ул юлһыҙ, утһыҙ, телефонһыҙ, телевизор ҡарай алмаған төпкөл ауыл ине бит. Хәҙер бөтәһе лә бар. Ниндәй ҙур үҙгәреш! Шатланып, рухи күтәренкелек менән йәшәргә лә йәшәргә.
Ауылдың Билъялан тигән төньяҡ өлөшө бигерәк йәмле, ҡояшлы тау битләүендә ята. Фәррәх Фәтҡетдинов һәм уның балалары, туғандары ошонда йәшәй.
Төпкөл Толпарға ла заман һулышы килеп еткән. Әйтерһең, уның өҫтөнә Урал батыр йәншишмәнең тере һыуын бөрккән, Һомайғош уны ҡурсалап, аҡ ҡанаттарын йәйгән.


Вернуться назад