Күршенән шәкәр һорамайбыҙ20.12.2016
Күршенән шәкәр һорамайбыҙ Шәкәр ҡомо... Тормошобоҙҙа көн дә тигәндәй кәрәк был аҙыҡҡа бәйле ғәжәп хәтирәләр һаҡлана күңелебеҙҙә. Уҙған 20 – 30 йыл эсендә генә төрлө хәл күҙәтелде: уны талонға ла алдыҡ. Емеш-еләк бешер мәл тыуһа, уға хаҡ шаҡтай ҡыйбатлана торғайны. Ҡыуанысҡа күрә, һуңғы осорҙа шәкәр ҡомо тирәләй шау-шыу ишетелмәй, “ҡиммәтләнә икән, алып ҡалығыҙ” тигән ҡотҡо таратҡандар ҙа тойолмай. Йәйен һәр кем кинәнеп ҡышҡылыҡҡа һуттар, ҡайнатмалар хәстәрләй.
Һуңғы йылдарҙа донъяла шәкәргә хаҡ күҙгә күренеп артһа ла, Рәсәй халҡы был юҫыҡта бәхетле. Сит илдән килтерелгән ризыҡтарҙы сикләү сәйәсәте лә үҙ һөҙөм­тәһен бирә. Ике-өс йыл элек кенә юғары даирәләрҙә, шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙары ныҡ кәмене, тип зарланһалар, бөгөн хат­та маҡтана алабыҙ. Аллаға шөкөр, халыҡ әүәлге шөғөлөн онотмаған – баҫыуҙарҙа “татлы тамыр” майҙандары йәнә арта.
Быйыл Рәсәй 45 миллион тонна сама­һы шәкәр сөгөлдөрө йыйып алды. Был – ҙур уңыш. Ауырлығы йәһәтенән игендән ҡала икенсе урынды биләһә, ә тулайым аҙыҡ буйынса бәрәңгенән күберәк. Был сама сөгөлдөрҙән әҙерләнгән “татлы­ҡайҙы” нимә эшләтергә һуң? Былтыр Рәсәйҙә 250 миллиард доллар һумлыҡ шәкәр ҡомо һатылған. Дөйөм алғанда, ул беҙҙең илдә күп тотонола. Мәғлүмәттәр буйынса, илдә һәр кеше йылына уртаса 30 килограмм шәкәр файҙалана, ауылда иһә күберәк – 35 килограмдан ашыу. Тимәк, үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә тәүлегенә аҙ ҙа түгел, күп тә түгел – 100 грамм самаһы углевод ҡулланабыҙ.
Әйткәндәй, һуңғы бер нисә йылда был йәһәттән ихтыяж тотороҡло булманы. 1990 йылдарға тиклем ауылдарҙа сөгөл­дөрҙө күпләп үҫтерҙеләр. Өлкәндәр генә түгел, мәктәп уҡыусылары ла гектар-гектар майҙанда “татлы тамыр”ҙы сүптән таҙартты. Башлыса йылына 30 – 33 миллион тонна сөгөлдөр тапшырылды. Унан һуң күмәк хужалыҡтар тарҡалды, яландар бушап ҡалды. Һөҙөмтәлә был төр культураны үҫтереү күләме икеләтә кәмене. 90-сы йылдар уртаһында йылына ни бары 14 миллион тонна самаһы ғына сөгөлдөр алына ине. Үҙебеҙҙеке етмәгәс, ситтән ҡамыш шәкәрен ташый башланыҡ. Хатта импорт бер осор үҙебеҙҙә етештерелгән күләмгә тиңләште.
Ауыл хужалығы министрлығы вәкил­дәре ауыҙынан уны “үҫтереүгә һәм эшкәртеүгә ҡарағанда сит илдән һатып алыу яҡшыраҡ, осһоҙға төшә” тигән фекерҙәр ишетелде. Һөҙөмтәлә шәкәр тармағы саҡ юҡҡа сыҡманы. Ул саҡта дәүләттең Краснодарҙа, Воронеж һәм Белгород өлкәләрендә генә ете тиҫтә­ләгән шәкәр етештереү предприятие­һында акциялары ҡалғайны. Чиновниктар заводтарҙы аукциондарҙа теләһә кемгә бушҡа тигәндәй 20-25 миллион һумға осороп бөтөрҙө. Ярай әле, уңдырышлы баҫыуҙарыбыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡманыҡ.
Ҡыуанысҡа күрә, 2000 йылдар урта­һынан эштәр ыңғайға китте. Уңыш кимәле күтәрелде, бер нисә йылдан күрһәткестең 18 миллион тоннаға етеүе киләсәккә ышаныс уятты. 2011 йыл тарихи дәүер булып хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Бер йыл эсендә тармаҡ бығаса күрелмәгән үҫеш кисерҙе – 41,12 миллион тонна сөгөлдөр үҫтерелде.
Быны беҙҙең илдә генә түгел, донъя тарихында теркәлмәгән ваҡиға тип бил­дәләй белгестәр. Аналитиктар әлегәсә ошо мөғжизәгә аңлатма бирә алмай. Әлбиттә, быға йылдың уңышлы килеүе, сөгөлдөр майҙандарының шаҡтай артыуы булышлыҡ итте. Шул йылда донъяла шә­кәргә хаҡ өс тапҡырға тиерлек күтә­релде. Рәсәйҙә иһә тағы ла нығыраҡ ҡый­батланды – бер тоннаһы ете меңдән 32 мең һумға ҡәҙәр етте. Рекорд биш йылға тиклем дауам итте. Һуңғы ике йылда донъя биржаларында шәкәргә хаҡ төштө, ығы-зығы тамамланды. 2014 йылда уңыш 30 миллион тоннаға ла етмәһә, былтыр иһә 40 миллион тонна сөгөлдөр йыйылды. Бығаса беҙҙең бушлыҡты тултырған Евросоюз, Украина шәкәренә илдә урын ҡалманы. Был, бәлки, бөтөн­ләйгә булыр, тип билдәләй белгестәр.
Быйыл 45 миллион тонна самаһы уңыш йыйылды. Унан 5,6 миллион тонна шәкәр эшкәртеп алырға мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, ил халҡына 4,9 миллион тонна етә. Уның 450 мең тоннаһын ике йыл элек кенә ситтән ала инек. Хәҙер үҙебеҙ­ҙән артҡанды ситкә оҙатыу мөмкинлеге лә тыуа. Йәнә бынан тыш шәкәр тармағы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла, заводтар үҙҙәренең ҡеүәтен арттыра. Күҙаллауҙар буйынса, тағы ике йылдан Рәсәй шәкәр сығарыуҙы алты миллион тоннаға ҡәҙәр еткереп, һатып алыусынан үҙе донъяла шәкәр һатыусыға әүереләсәк.
Әйтергә кәрәк, элекке СССР киңле­гендә беҙҙең илгә күптән тиңләшкәндәр юҡ. Быйыл 800 миллиондан ашыу гектар майҙанда “татлы тамыр” үҫтерелде. Һуң­ғы йылдарҙа уңыш ҡеүәте ике тапҡырға – гектарынан 240-тан 400 – 440 центнерға тиклем артты. Воронеж өлкәһенең бер хужалығында хатта гектарынан 900 цент­нерға тиклем алғандар. Бында, әлбиттә, сәсеүлектәрҙе үҙенсәлекле “Биоклад” органик ашламаһы менән туҡландырыу үҙ һөҙөмтәһен биргән.
Шәкәр Рәсәйҙә етмешләгән предприятиела етештерелә. Улар 22 төбәктә эшләй, әммә башлыса Үҙәк Рәсәйҙә тығыҙ тупланған, бер өлөшө – Краснодарҙың көньяғында.
Һуңғы ике тиҫтә йыл самаһы беҙҙе рафи­над менән тәьмин иткән Украинала бөгөн хәл башҡаса. СССР тарҡалғандан һуң Ҡаҙағстанда бер нисә эре шәкәр заводы ҡалһа ла, бөгөн “татлы тамыр”ҙы эшкәртеү өсөн үҙҙәренең сөгөлдөрө ет­мәй, шуға ла сеймалды ситтән алырға тура килә. Һөҙөмтәлә бында шәкәр үтә ҡыйбат. Был юҫыҡта Беларусь Респуб­ликаһында хәлдәр һәйбәт торһа ла, ул беҙгә конкурент була алмай. Ил йылына 600 мең тонна шәкәр етештерә, ә үҙенең халҡына 350 мең тонна кәрәк.
Рәсәй бына һигеҙенсе йыл донъяла иң күп шәкәр ҡомо биргән ун дәүләт иҫәбенә инә. Тиҙҙән бишенсе баҫҡысҡа күтәрелеүебеҙ көтөлә, ти белгестәр.
Әлбиттә, шәкәр тармағында күптән заман шарттарына ярашлы эшләү мөһим. Бында ике мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Беренсенән, сифатты яҡшыртыу. Әлегә беҙҙең продукция донъя кимәлендәге талапҡа яуап бирә тип әйтеп булмай. Шәкәрҙең сифаты “Икумса” тигән шкала буйынса билдәләнә. Балл түбәнерәк төшкән һайын, аҙыҡ таҙараҡ һәм сифат­лыраҡ тип баһалана. Мәҫәлән, Евросоюзда күрһәткесе 45 балдан юғары шәкәр ҡомо тыйылған. Ә рафинад өсөн – 25 балл. Рәсәй шәкәренең балы – 110-150 самаһы. Европала бындай аҙыҡты ҡабул итмәйәсәктәр.
Икенсенән, шәкәр предприятиелары – аҙыҡ сәнәғәтендә иң күп энергия талап иткән тармаҡ. Татлы аҙыҡ алыу техноло­гияһы ҡеүәтле эш һәм юғары температуралы оҙайлы ваҡыт талап итә. Тап шуға ла йыл һайын һәр завод 20 – 35 миллиард һум аҡсаһын сарыф итә. Бөтә тармаҡҡа 1,5 триллионға барып баҫа. Әлбиттә, был мәсьәләне хәл итергә була, технологиялар бар, әммә уларға үтә етди үҙгәрештәр кәрәк.
Күптән түгел Аграр баҙарҙың конъюнктура институтының әйҙәүсе эксперты Евгений Иванов быйылғы уңышты баһа­лап: “Баҙарҙағы хәлде һаҡлау өсөн беҙгә экспортты кинәт арттырыу кәрәк. Сит илгә шәкәрҙе аҙлап һәр ваҡыт оҙаттыҡ, былтыр, мәҫәлән, алты мең тонна. Быйыл 100 – 200 мең тоннаға еткерһәк, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине”, – тине. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең шәкәрҙе БДБ илдәре, шулай уҡ Монголия, Афғанстан да һатып алды.
Әммә беҙҙе икенсе мәсьәлә борсой. Ни генә тимә, август айынан экспорт ауырлыҡ менән бара. Сит ил баҙарында беҙҙең шәкәргә Украина шәкәре етди конкуренция тыуҙыра. Унда 400 мең тоннанан ашыу шәкәр етештерелә, артығын һатыр өсөн хаҡты төшөрөргә мәжбүрҙәр. Һөҙөмтәлә беҙҙән августа тимер юл буйынса 1,6 мең генә тоннанан ашыу шәкәр оҙатылған. Был бик аҙ.
Йәнә Евгений Иванов был йүнәлештә “татлы тамыр”ҙы үҙҙәре үҫтермәгән һәм сеймалды эшкәртеү өсөн заводтары бул­маған илдәргә йүнәлеш тоторға кәрәк­леген билдәләй. “Улар күп түгел, шуға ла был юҫыҡта конкуренция ҙур. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй донъяның шәкәр баҙарында мөһим роль уйнай ала. Бының өсөн аҙыҡ тултырылған ҡаптар халыҡ-ара стандартҡа яуап бирергә һәм яҙыуы инглиз, шулай уҡ башҡа телдәрҙә булырға тейеш. Әлбиттә, һәр йәһәттән дәүләт ярҙамы ла кәрәк.
Сөгөлдөр – үҫемлекселектә респуб­ликабыҙ иҡтисадына һиҙелерлек өлөш индергән культура төрө. Тап шуға ла сәсеүлек майҙанын арттырыуға етди иғтибар бирелә. Быйыл 51 мең 400 гектар майҙанда сәсеп үҫтерелде (былтырғынан өс процентҡа күберәк). Бөтәһе бер миллион 300 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйылды. Башҡортостан был культураны етештереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында 11-се урынды биләй. Өс ҙур шәкәр заводынан йыл һайын сауҙа кәштәләренә 160 мең тонна самаһы продукция оҙатыла.
Техника паркы яңыртыла. Быйыл туғыҙ үҙйөрөшлө сөгөлдөр комбайны һатып алынған. Был эш киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.


Вернуться назад