Хеҙмәт хаҡын “ашап” бөтәбеҙ20.12.2016
Хеҙмәт хаҡын “ашап” бөтәбеҙ Аҙыҡ-түлек һатып алыуға түгелгән аҡса кимәле буйынса Европаның 40 иле араһында Рәсәй 32-се урынды биләй. “РИА Рейтинг” мәғлүмәттәре буйынса, илебеҙ халҡы хеҙмәт хаҡының 40 процент самаһын аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотона. Был күрһәткес, үкенескә ҡаршы, йылдан-йыл күтәрелә бара.
Европа дәүләттәре менән сағыштыр­ған­да, мәҫәлән, Люксембург халҡы эш хаҡының һигеҙ -туғыҙ процентын аҙыҡ-түлеккә то­тон­һа, нидерландтар – 10, немецтар 12 про­цент сарыф итә. Беҙҙән ҡала рей­тингтың тү­бәнге баҫҡыстарын Литва, Болгария, Бал­ҡан илдәре биләй, иң артта Украина килә. Ундағы халыҡ килеменең 54 процентын “ашай” икән.
Үҫешкән дәүләттәрҙең халҡы эш хаҡы­ның ҡалған өлөшөн кафе-ресто­рандарға, мәҙәни сараларға сарыф итә. Был сығымдар хатта ризыҡ һатып алғанға ҡарағанда ла күберәк. Әйтәйек, Великобритания халҡы аҙыҡ-түлеккә – 11, кафе-ресторандарға – һигеҙ, мәҙәни сараларға 13 процент килемен һала. Беҙҙә иһә өйҙән ситтә туҡланыуға – 2,5, мәҙәниәткә биш процент ҡулланыла.
Рәсәйҙәге был хәлде эксперттар көрсөк арҡаһында аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы менән бәйләй. Хәҙер халыҡ күпселек осраҡта осһоҙораҡ әйберҙәр һатып алырға тырыша, мәҙәни сараларға һирәгерәк йөрөй. Беҙҙекеләр йомортҡа, тауыҡ ите, картуф кеүек ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә.
Әлбиттә, был күрһәткес Рәсәй төбәктәрендә төрлөсә. Дағстанды алып ҡараһаҡ, унда аҙыҡ-түлек өсөн эш хаҡының 60 проценты тотонола, ә Ханты-Манси автономиялы округында — 24 процент. Был төрлө төбәк халҡының төрлөсә эш хаҡы алыуына, шулай уҡ һауа шарттарына бәйле. Уртаса эш хаҡы Дағстанда 26,8 мең һум булһа, Ханты-Манси автономиялы округында – 44,5 мең һум. Унан Дағстан халҡының көнкүрешенә ярҙамсы хужалыҡ­тар ҙа булышлыҡ итә.
Белгестәр киләсәктә лә аҙыҡ-түлеккә булған сығымдарҙың юғары кимәлдә ҡалыуын күҙаллай. Тимәк, ҡайышты тағы ла ҡыҫыбыраҡ быуырға тура килер.


Вернуться назад