Аҡса эшләгәнде ярата20.12.2016
Аҡса эшләгәнде ярата Байҙар менән ярлылар араһындағы айырма артҡандан-арта бара. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡтың килеме декабрь айында ғына 7,3 процентҡа кәмегән, йыл аҙағына тиклем тағы ла бүҫкәрә төшөүе ихтимал. Урта хәлле тип нарыҡланған халыҡтың да һаны менән маҡтанырлыҡ түгел. Шул уҡ ваҡытта, көрсөк булыуына ҡарамаҫтан, үҙ хәлен яҡшы тойғандар ҙа етерлек.
Рәсәй халҡының социаль йәһәттән тигеҙһеҙлеген көйләү буйынса ил етәкселеге тарафынан һиҙелерлек эштәр башҡарылыуға ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып тир түгерлек сәбәптәр бар әле. Көрсөк осоронда байҙар менән ярлылар араһында айырмалыҡтар ҙа һиҙелерлек тәрәнәйә бара. Әгәр законһыҙ рәүештә башҡарылған йәшерен эшҡыуарлыҡты, илебеҙҙә сәскә атҡан ришүәтселек күренештәрен иҫәпкә алғанда, айырма 40 – 50 процентҡа тиклем барып етергә мөмкин.
Халыҡ-ара тикшеренеү компания­ларының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер йөҙөндә йәшәгән ҡәүемдәрҙең бер проценты донъяның 48 процент байлығына хужа. Улар был упҡындан ҡотолоу юлын да тәҡдим итә: һалым баҫымын ҡулайлаштырыу, түләүһеҙ медицина менән мәғарифҡа инвестиция йәлеп итеү, һалымдан ҡасҡан ҙур корпорацияларға, байҙарға ҡаршы ҡаты саралар ҡулланыу, ярлыларҙы яҡлаған закондар ҡабул итеү һәм башҡалар.
Белгестәр билдәләүенсә, 100 миллион долларҙан ашыу байлығы булғандарҙың һаны буйынса Рәсәй донъяла бишенсе урынды биләй. Улар илебеҙҙә 536 кеше икән. Шулай уҡ бер миллион долларға еткән капиталы булғандар араһында рәсәйҙәр 13-сө баҫҡыста тора (213 мең кеше). Сағыштырыу өсөн: Америка Ҡушма Штаттарында – һигеҙ миллион самаһы, Ҡытайҙа – 2,378, Японияла – 1,240 миллион).
Бөтә Рәсәй йәшәү кимәлен билдәләү үҙәге директоры Вячеслав Бобков әйтеүенсә, миллионерҙар – ауыр шарттарҙа ла үҙ эштәрен булдырған кешеләр, ә миллиардерҙар – тәбиғи ресурстарҙы һурыусылар. Улар, тәүгеләренән айырмалы, илдең үҫешенән ситтә торған ҡатлам.
“Рәсәйҙә миллионерҙар күберәк булырға тейеш, – ти Рәсәй Фәндәр Академияһының Иҡтисад институты директоры Руслан Гринберг. – Ләкин илебеҙ саманан тыш байҙарҙы күтәрә алмаясаҡ. Советтар Союзынан ҡалған ҙур мираҫты үҙләштереү һөҙөмтәһендә миллиар­дерҙар барлыҡҡа килде. Ул байлыҡтар ҡасандыр илебеҙҙең 280 миллион халҡына бүленә ине”.
Эксперттар раҫлауынса, көрсөк осоронда дәүләт сығымдарын, халыҡтың килемен арттырырға кәрәк. Шул саҡта ғына магазиндарға йөрөгәндәр ишәйә, эш урындары барлыҡҡа килә. Эш хаҡы кәмегән һайын иҡтисад бөлгөнлөккә төшә, эшһеҙлек арта, йәшерен килем сығанаҡ­тары барлыҡҡа килә, һалым түләнмәй һәм башҡалар.
Яңы дәүер Рәсәйҙә “яңы ярлыларҙы” барлыҡҡа килтерҙе. Улар – түбән эш хаҡына риза булып, бюджет өлкәһендә хеҙмәт иткәндәр. “Яңы ярлыларға” бөтә социаль “лифт”тарҙың ишеге ябыҡ. Әйтәйек, улар сифатлы белем алыуҙан мәхрүм. Байҙар ғына балаларын ҙур аҡса түгеп, донъяның танылған уҡыу йорттарында уҡытыу мөмкинлегенә эйә. Шулай итеп, тормош ауырлығын күрмә­гән, халыҡтың хәлен аңламаған “иркә” балалар, үҙ илдәренә ҡайтып, вазифалы урындар биләй, юғары эш хаҡы ала. Һабандың йә станоктың нимә икәнен дә белмәгән кешеләр ауыл хужалығы, заводтар менән идара итә икән, ниндәй үҫеш тураһында һүҙ булырға мөмкин?!
Тағы бер бәлә хаҡында әйтергә кәрәк: ул – минималь хеҙмәт хаҡы. Күп кенә етәкселәр хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы билдәләгәндә уның күләменән сығып эш итә. Юғиһә ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең, уҡытыусыларҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең түбән хеҙмәт хаҡы алып эшләүен нисек аңлатырға һуң?
Шул уҡ ваҡытта корпоратив ида­ралыҡтың һөҙөмтәһеҙ булыуы ла бәкәлгә һуға. Күп кенә етәкселәр, топ-менед­жерҙар үҙҙәрен эштә “ваҡытлыса” тойоп, “эләккәндә талап ҡалырға кәрәк” тигән маҡсат менән йәшәй. Аҙаҡ инде туфан һыуы ҡалҡһа ла бер ни түгел...
Үкенескә ҡаршы, бәғзе сәйәсмәндәр, иҡтисад белгестәре араһында, халыҡтың килеме түбән тәгәрәүҙән туҡтаны, хатта ҡайһы бер өлкәләрҙә үҫә башланы, тип күкрәк ҡаҡҡандар ҙа бар. Әлбиттә, ғүмере буйына тир түгеп, хәләл ризыҡтың нисек табылғанын яҡшы белгән ябай халыҡ уртаса эш хаҡының нисек килеп сығыуын аңлай. Бер көләмәстәге шикелле, уның дүрт алмаһы бар, минеке берәү ҙә юҡ. Уртаса алғанда, икебеҙгә — икешәр алма...
Әйтәһе лә түгел, миллиондар ғына түгел, миллиардтар урлап тотолғандар тураһында матбуғат баҫмалары өҙлөкһөҙ яҙып тора. Хәҙер ундай хәлдәр яңылыҡ һымаҡ та ҡабул ителмәй, күрәһең, күнегелә. Мәҫәлән, күптән түгел “Рәсәй почтаһы” етәксеһенә 95 миллион (!) һум премия яҙылыуы тураһында шау-шыу ҡубып алды. Уның хеҙмәт хаҡы күпмелер, иҫкә алып тороусы ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта, Мәскәү, Петербург өлкәһендә почтальондар 17,5 мең һум алһа, һәйбәт тип иҫәпләнә, ә инде башҡа төбәктәр тураһында телгә алып тороуы ла оят! Белешмә өсөн АҠШ почтальондарының хеҙмәт хаҡына күҙ һалайыҡ: уларҙың йыллыҡ эш хаҡы 66 мең доллар тәшкил итә. Генераль почтмейстер иһә йылына 236 мең доллар ала. Айырма дүрт тапҡыр самаһы.
“Росстат” мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, “һуңғы айҙарҙа халыҡтың килеме 5,9 процентҡа кәмегән” тиелә. Һаҡлыҡ банкы мәғлүмәттәрендә иһә, рәсәйҙәрҙең уртаса эш хаҡы быйыл июль айында 32 мең һум булһа, августа 28 мең тәшкил итеүе тураһында әйтелә. Әлбиттә, илебеҙҙең байтаҡ төбәктәре өсөн әлеге түбән тигән 28 мең һум да ҙур байлыҡ булыр ине, сөнки бындай “уртаса эш хаҡын” уларҙың төштә лә күргәне юҡ. Мәҫәлән, ете мең һум алып эшләгән балалар баҡсаһы тәрбиәселәре, 9 – 12 мең менән мөрхәтһенгән янғын һүндереүселәр... Тимәк, илебеҙҙә, үкенескә ҡаршы, ҡәнәғәтләндерерлек “уртаса эш хаҡы” тураһында һүҙ алып барыу мәғәнәһеҙлек һымаҡ.
Алға киткән күп кенә илдәрҙә хеҙмәт хаҡының “уртаса”һын түгел, ә килемдең медиан кимәлен билдәләйҙәр. Медиан кимәл халыҡтың яртыһы тәғәйенләнгән күләмдән түбәнерәк, яртыһы юғарыраҡ эш хаҡы алыуҙы аңлата. Тағы ла килемдең модаль кимәле бар, ул төбәктәргә, халыҡ төркөмдәренә ҡағыла. Мәҫәлән, иң бай Ненец автономиялы округында былтыр уртаса айлыҡ эш хаҡы 71 мең һум, медиан кимәл – 51,9, ә модаль кимәл 27,8 мең һум тәшкил итте. Иң ярлыларҙан һаналған Ингуш Республикаһында уртаса хеҙмәт хаҡы 13,3 булһа, модаль кимәл – 7,5, медиан кимәл 11 мең һум булған.
Быларҙан сығып, шуны әйтергә мөм­кин: һәр төбәктә хаҡтар, йәшәү рәүеше, сығымдар төрлөсә. Тимәк, Рәсәйҙә “уртаса хеҙмәт хаҡы” тормош кимәлен билдәләмәй әле һәм уға ҡарап халыҡтың йәшәү рәүеше тураһында фекер йөрөтөп булмай.
Күптән түгел Рәсәйҙең Финанс ми­нистрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын индексациялауҙы кәметеүҙе тәҡдим итте: быйыл ул 10,6 процент ине, киләһе йылда 5,4 процент тәшкил итергә тейеш. Был тәҡдимде Дәүләт Думаһының ошо йүнәлештәге комитеты хупланы. Шулай итеп, Финанс министр­лығы индексациялар иҫәбенә 76 миллиард һум аҡсаны ҡыҫып тоторға уйлай. Шул уҡ ваҡытта 2019 йылдың ғинуарынан чиновник­тарҙың эш хаҡын 38 процентҡа арттырыу ҡаралған. 2014 йылдан алып дәүләт хеҙмәткәрҙәренә инфляция килтергән зыянды ҡаплатыу менән аңлатыла был. “Росстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылдан башлап үҙәк чиновниктарының эш хаҡы – 103,5, төбәктәгеләрҙеке 107 процентҡа артҡан.
Ғөмүмән, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса алда башҡарыласаҡ эштәр бихисап. Был йәһәттән Башҡорт­остан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мөрә­жәғәтна­мәһендә әйтеп китте: “Иҫкергән алымдар һәм моделдәр ярҙамында яҡты киләсәк төҙөп булмай. Төп йүнәлеш­тәргә иғтибарҙы туплау, аҡыллы планлаштырыу һәм аныҡ ойоштороу, уйланылған нигеҙҙәр һәм һөҙөмтәле контроль, үлсәнгән һәм фәнни йәһәт­тән нигеҙләнгән ҡарарҙар беҙҙең яңы идара итеү стратегияһының асылын тәшкил итергә тейеш”.


Вернуться назад