Фатирығыҙ бурысҡа батмағанмы?16.12.2016
Төбәк операторына фатир һатып алғандан һуң әүәлге хужаның капиталь ремонт өсөн түләнмәгән бурысын асыҡлаған граждандар йыш мөрәжәғәт итә.
Рәсәй Торлаҡ кодексының 158-се статьяһына ярашлы, милекселәр фатирҙы, шулай уҡ дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотҡан өсөн хаҡ түләргә тейеш.
Ҡатлы йорттарҙағы фатирға милек хоҡуғы яңы хужаға күскән осраҡта капиталь ремонтҡа сығымдарҙы яңы милексе күтәрә, шулай уҡ элекке хужаның ошо өлкәләге бурыстары ла уға күсә. Йәғни фатир һатып алғанда элекке фатир хужаһының капиталь ремонтҡа иғәнәләрҙе түләү-түләмәүен тикшермәһәгеҙ, бурыс йыйылған булһа, уны үҙегеҙгә ҡапларға тура киләсәк. Шуға күрә һатып алыу-һатыу килешеүен төҙөгәнгә тиклем капремонтҡа бурыстың булмауын мотлаҡ асыҡларға кәңәш ителә. Бының өсөн һатыусынан һуңғы айға фатир өсөн түләү квитанцияһын һорау ҙа етә.