Юл төҙөлөшөнә — 178 миллион һум16.12.2016
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев юл хужалығы өлкәһендәге төбәк программаларын финанс тәьмин итеү өсөн бүленгән трансферттарҙы раҫланы. Уға ярашлы Башҡортостан юл төҙөүгә 178 миллион 200 мең һум аҡса аласаҡ.
8,7 миллиард һумлыҡ бюджет-ара трансферттар Федерацияның 83 төбәге араһында бүленде. Был аҡса субъекттар ҡаҙнаһына транспорт һалымы буйынса ҡайтармаға бәйле 2016 йылда алып еткерелмәгән килемде ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк. 2016 йылғы федераль бюджетта ошо аҡса айырым ҡаралғайны.
Билдәләнеүенсә, аҡса Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы юл хужалығы өлкәһендәге программаларҙы финанслауға, дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыуға, үҙенсәлекле яһалма юл ҡоролмаларын төҙөүгә, реконструкциялауға һәм төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.


Вернуться назад