Эшһеҙлеккә зарланабыҙ... Оҙон аҡса артынан йә Себер тарафтарына, йә булмаһа Өфө, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларға ынтылабыҙ... Шул уҡ ваҡытта бесәндең бесәнен, утындың утынын һатып алабыҙ... Хәҙер хатта ауылдарҙа өй икмәге бешергән хужабикәләр ҙә юҡ кимәлдә бит... Әле киләһе йылдың 6 ғинуарында “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Мәргән уҡсы” беренселегенә әҙерләнеп ятҡан көнөбөҙ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уҡ-һаҙаҡтарҙы Интернет аша Украинанан яҙҙырып алабыҙ... Ә бит беҙ – “төньяҡ амурҙары” исеме менән тарихҡа ингән халыҡ!!! Шул уҡ ваҡытта Псковта ла, Кемеров тарафтарында ла түгел, ә үҙебеҙҙә — Баймаҡ районының Ҡолсора һәм Йомаш ауылдарында сабыйҙар өсөн кейемдәр тегелә башлауын ишетәбеҙ. Күңелгә рәхәт... Әбйәлилдең йәш эшҡыуары Линара Заһитованың “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Урал аръяғы райондарында киң билдәлелек яулай. Уның Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында тегеү цехы бар. Баймаҡ районының Ҡолсора һәм Йомаш ауылындағы филиалдар үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән дан ҡаҙанып та өлгөрмәне, Таулыҡайҙа 39 кешегә хеҙмәт урыны булдырған яңы ойошма үҙ эшен башланы. Тиҙҙән ошо йәмғиәт йәнә бер филиалын Билал ауылында асасаҡ.
Таулыҡай филиалында сабыйҙар өсөн кейемдәр тегелә. Элек буш торған балалар баҡсаһы бинаһы ҡуртымға алынған, кәрәкле ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Вьетнамдан килгән ғаилә яңы һөнәр үҙләштереүселәргә махсус курс үткәргән. Ике ай буйына хеҙмәткәрҙәр стипендия алһа, әле эш хаҡы башҡарылған күләмгә ҡарап түләнә. Түбәнге һәм Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдарынан да ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй, эш ике сменала башҡарыла. Хеҙмәткәрҙәр алты бригадаға бүленгән, һәр береһенә айырым бурыс ҡуйылған, план билдәләнгән. Буранбай бригадаһына ҡараған биш тегенсенең дә махсус белеме бар. Уларҙың барыһы ла йәш саҡтарында Түбә һәм Сибай тегеү фабрикаһында эшләгән, шуға күрә буранбайҙарға тиңләшеүселәр әлегә юҡ. Улар көндәлек норманы теүәл үтәй, башҡаларға ярҙам күрһәтә. Тегенселәрҙең иң олоһо Зифа Ғүмәрова күптән түгел 65 йәшен билдәләһә, иң йәш Зөлфиә Ғәлинаға ни бары 18 генә. Филиал етәксеһе Гөлнур Дәүләкәнова әйтеүенсә, ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш урындары асылыуы бик ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә, көн һайын эшкә барыуы, ай һайын хеҙмәт хаҡы алыуы — шатлыҡлы күренеш. Әҙер продукцияны йәмғиәт етәкселеге үҙе килеп ала. Балалар өсөн сағыу төҫтәге спорт кейемдәрен ауылда уҡ һатып алырға теләүселәр күп, шунлыҡтан был мәсьәлә етәкселек тарафынан өйрәнелә. Киләсәктә эш хаҡы иҫәбенә йәки урында уҡ һатыу нөктәһе булдырыу мәсьәләһе ҡарала. Әйткәндәй, былар барыһы ла Башҡортостан Хөкүмәтенең көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы башҡарыла.
Ауыл халҡына эш урындары булдырған “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә һәм мәшғүллек проблемаларын хәл итеүҙә ғәйәт ҙур роль уйнай.