Немец капиталына – Мәскәү–Ҡазан юлы13.12.2016
“Дойче инициативе” консорциумы Рәсәй тимер юлдары акционерҙар йәмғиәтенә тиҙ йөрөшлө Мәскәү–Ҡазан тимер юлын төҙөүҙе финанслауҙа ҡатнашырға тәҡдим иткән. Проекттың заказсыһы – “Тиҙ йөрөшлө магистралдәр” компанияһы. Әлегә һүҙ 3,5 миллиард һум тура инвестициялар хаҡында, тип хәбәр итә “Утро-ру” сайты. Консорциум етәкселеге был башланғысы тураһында ГФР-ҙың федераль хөкүмәте һәм Германия банкылары менән һөйләшеп килешкән. Тура инвестицияларҙан тыш, проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн кәрәкле акционерҙар капиталы сифатында Германия һәм башҡа халыҡ-ара институциональ инвесторҙарҙан 200 миллион евро көтөлә.
Мәскәү–Ҡазан юлының оҙонлоғо – 770 километр. Хәрәкәт итеүсе поездар тиҙ­леге – сәғәтенә 200 километр самаһы. Туҡталыш – һәр 50-70 километр һайын. Рәсәйҙең баш ҡалаһынан Татарс­тандың баш ҡалаһына 3,5 сәғәттә (әле – 14) барып етеү мөмкин буласаҡ.
Консорциум составына Германияның “Сименс”, “Дойче банк”, “Дойче бан” һәм башҡа компаниялары ҡарай. Рәсәй тимер юлдары компанияһы етәксеһе урынбаҫары Александр Мишариндың быйыл февралдәге хәбәренә ярашлы, магистралде төҙөү 2017 йылдың ғинуарында башланып, 2020 йылда унда составтар хәрәкәт итергә тейеш ине, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында магис­тралде файҙаланыуға тапшырыу тағы ла бер йылға кисектерелә.
Татарстандың баш ҡалаһын Мәскәү менән тоташтырасаҡ юлдың дөйөм сығымдары 1 триллион һумдан ашыу. Киләсәктә ул Мәскәү–Пекин тиҙ йөрөшлө магистраленең бер участкаһына әүереләсәк. Ете триллион һумға торошло “Ебәк юл” Ҡытайҙы Европа һәм Яҡын Көнсығыш баҙарҙары менән тоташтырыр тип көтөлә. Ҡазанға юл һалыуҙа Ҡытай капиталы ла ҡатнашып, Пекин был төҙөлөшкә ун йыл срок менән 400 миллиард һумлыҡ кредит һәм устав капиталына 100 миллиард һум бүлергә йыйына.
Немец капиталы Рәсәйҙә баҙар иҡтиса­дын ҡороуҙа әүҙем ҡатнаша. Матди етештереүҙә, финанс өлкәһендә Германия эшҡыуарҙары хеҙмәт­тәш­лекте юғары кимәлдә тота. Ҡытай ҙа, күренеүенсә, финанс ярҙамын кө­сәйтмәксе, һәм ике илдең Рәсәй транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә өлөшө быға дәлил булып тора. Ә бына Япония фирмалары ашыҡмай. Мәҫә­лән, быйыл февралдә үткән Рәсәй-Япония сауҙа-сәнәғәт диалогы форумында япон инвесторҙарын тиҙ йөрөш­лө автомобиль юлдары һалыуҙа ҡат­нашырға саҡырыу яуапһыҙ ҡала килә.


Вернуться назад