Йылы ла, йомшаҡ та Әбйәлил быймалары13.12.2016
Йылы ла, йомшаҡ та Әбйәлил быймалары
Былтырғы сатлама һыуыҡтар халыҡты йәнә быйма кейергә мәжбүр итте. Йылы, йомшаҡ, сифатлы аяҡ кейемен һораусылар һанының йылдан-йыл арта барыуы быйма баҫыу менән шөғөлләнгән Йәмил һәм Рафиҡ Баймырҙиндарҙың эшен йәнләндереп ебәргән.
Рафиҡ Ҡөҙрәт улы 2012 йылда Асҡарҙағы быйма баҫыу цехында үҙ эшен аса. Тәүҙә бинаны ҡуртымға ала, артабан һатып алыуға өлгәшә. Бөгөн бында, Урал аръяғы халҡына иң кәрәкле аяҡ кейемен етештереү менән бер рәттән, кейеҙ баҫыу эше лә яйға һалынған. Дүрт кешегә эш урыны булдырылған. Цехтың етәксеһе Йәмил Рафиҡ улы әйтеүенсә, быйманы һатып алыусының бар теләктәрен иҫәпкә алып төрлөсә баҫалар. Аҡ быйманы күберәк ҡатын-ҡыҙҙар һайлаһа, ҡараларын ир-егеттәр үҙ итә. Көлһыу төҫтәгеләренә ойошмалар күберәк заказ бирә, уны етәкселәр хеҙмәткәрҙәренә махсус аяҡ кейеме булараҡ һатып ала.
– Былтырғы сатлама һыуыҡ ҡышта бер ҡасан да быйма кеймәгән кешеләр ҙә беҙгә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды, – ти эшҡыуар. – Балалар быймаһы бик үтемле, шулай уҡ быйма баштарына ихтыяж күп. Аяҡ кейемен тик көҙгө йөндән генә баҫабыҙ, сеймалды район халҡынан йыйып алабыҙ. Килтереп тә бирәләр, йөн хаҡына ҡушып быйма алыусылар ҙа бар.
Асҡар быйма баҫыу цехында йөндө тетеү өсөн махсус ҡоролма ҡуйылған, уның ярҙамында сәғәтенә ун килограмм йөн тетелә. Әйткәндәй, ҡоролманың ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай, сөнки эшҡыуар аяҡ кейемен заказ буйынса эшләргә тырыша. Миҙгелле эш булғанлыҡтан, быймаға ихтыяж ноябрь – март айҙарына тиклем генә була. Тетелгән йөн артабан “Крокодил” тип аталған ҡоролмала махсус эшкәртелә, йыйыу цехында буласаҡ быйманың үлсәме махсус ҡалыптар ярҙамында билдәләнә. Бер үк размерҙың да төрлө ҡалыптары бар: аяҡтың йыуан йәки нәҙек булыуын иҫәпкә алып яһалған. Ҡайнар һыуҙа йыуылып, йөн ултырғас, уны Рафиҡ Ҡөҙрәт улы йәнә махсус ҡоролма ярҙамында эшкәртеп киптерә.
Тик быйма баҫыу ғына эшҡыуар өсөн отошло түгел, шунлыҡтан улар халыҡҡа башҡа хеҙмәт төрҙәрен дә күрһәтә. Халыҡтан һарыҡ йөнө ҡабул ителә, йөндө таҙартып, тетеп тә бирә улар. Айһылыу Суфиянова менән Рита Муллағәлләмова кейеҙ баҫа. Кейеҙҙе тирмә өсөн һораусылар күп, хәҙер олораҡ быуын үҙҙәренә ҡулланыу өсөн дә кейеҙ баҫтырып ала, ти уңған ҡыҙҙар. Бигерәк тә аҡ кейеҙгә ихтыяж ҙур. Уны эшләү еңел түгел, шунлыҡтан тауарҙың хаҡы ла юғары. 1,5х2,5 метр ҙурлыҡтағы кейеҙҙең хаҡы, ҡалынлығына ҡарап, 4-5 мең һум тора.
Районда йылҡысылыҡ тармағының үҫеүе кейеҙҙән үндек әҙерләүгә ихтыяж тыуҙырған. Шулай уҡ йөндән һырылған юрғандар ҙа үтемле, улар йылы ла, файҙалы ла.
Киләсәктә Йәмил Баймырҙин эшен артабан киңәйтергә иҫәп тота. Аҡ кейеҙҙән тирмәләр яһау, йылы һәм йомшаҡ быймаларҙы күрше райондарға һатыуға сығарыу, кейеҙҙән төрлө кейем тегеү теләктәре менән яна ул.


Вернуться назад