– Яҡшы кешенең ҡунағы бер көндә тигәндәй, әле генә район үҙәгенән хәбәрселәр булып киткәйне, улар артынса бына һеҙ килдегеҙ, – тип ихлас ҡаршы алды “Нурис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Сәфәр һөтсөлөк фермаһы мөдире Риф Байбурин. – Рәхмәт инде, эшебеҙҙе күрә беләһегеҙ, баһалайһығыҙ. Ә беҙҙә тырыш, уңған халыҡ эшләй бит, шөкөр, республикаға күрһәтерлек ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа юҡ түгел.Йәмғиәт төбәктә алдынғыларҙан һанала, бында, нигеҙҙә, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнәләр, шуға ла тоҡомсолоҡ эше яҡшы ҡуйылған. Ҡурала уларҙың һаны ишле, ҡара-сыбар тоҡомло 1150 баш һыйыр малы тотола, шуның 500-өн һауын һыйырҙары тәшкил итә. Көтөүҙе йыл да йәш таналар менән тулыландырғас, төбәктә һөт етештереүҙә уларға тиңләшеүсе юҡ. Миәкә районының “Белое облако” һөт комбинатына көн һайын ауыл эшсәндәре литрын 22 һум менән 10 мең тонна аҡ ризыҡ оҙата. Комбинат үҙе килеп алғас, юлға сығым китмәй, түләүҙәр ҙә ваҡытында һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарыла. Айыртылмаған һөттөң сифаты юғары, шуға әҙер продукцияға баҙарҙа ихтыяж ҙур, башҡа тарафтарҙан да килешеүҙәр төҙөргә тип киләләр был яҡтарға. Хужалыҡ ҡаҙнаһына ингән табыш хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ремонт эштәренә, башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола.
Бында шулай уҡ яһалма ҡасырыу эше һәйбәт ойошторолған. Махсус белемле белгес, таналарҙы ваҡытында тикшереп, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итә.
Сәфәр, Шишмә ауылдарынан 33 кеше эш менән мәшғүл. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, ауыл ере өсөн 15-20 мең һум, әлбиттә, бына тигән килем. Әммә етәкселек, махсус белемле йәш белгестәрҙең етешмәүен билдәләп, “ауыл ерен үҙ иткән егет-ҡыҙҙарҙы эшкә саҡырабыҙ” тигән теләген дә еткерҙе.
2011 йылда уҡ “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡтың һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, һәр фермала һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. Малсылар ҙа буш ваҡыттарын йылы, уңайлы бүлмәлә үткәрә. Бынан тыш, һәр белгескә махсус эш урыны ла ҡаралған. Шуныһы һөйөнөслө: хужалыҡ киләсәктә мал һанын тағы ла арттырып, уларҙы 600 башҡа тиклем еткерергә күҙаллай. Ә ишле малды аҫрау өсөн тейешле шарттар кәрәк. Шуға ла етәкселек ике яңы һөтсөлөк фермаһы төҙөп ултыртҡан да инде. Яңы биналар заманса йыһазландырыласаҡ, тимәк, йәмғиәт һөт етештереүҙе артабан да дауам итеп, район халҡын ғына түгел, ә республиканы ла сифатлы һөт менән тәьмин итәсәк әле.
– Хаҡлы ялдағы малсылар бөгөнгө эш шарттарын күреп, аптырап ҡалыр ине, моғайын. Һәр ерҙә заманса ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһы ҡул көсөн алыштырған бит. Рәхәтләнеп эшләргә генә ҡала инде, – ти улар, ҡыуанып.
Әйткәндәй, йәмғиәттең техника паркы ла бай, йыл һайын тиерлек яңыртып торалар икән, уның өсөн етәкселек аҡса йәлләмәй.
“Нурис”тың ике мең гектар һөрөнтө ере лә бар. Баҫыуҙар буш ятмай, көҙ кукуруз, люцерна, ҡандала үләненән, һоло, иген культураларынан мул ғына уңыш йыйып алғандар. Ишле малға тейешле тәрбиә, мал аҙығы кәрәклеген бында яҡшы аңлайҙар. Шуға ла йәй-көҙ ауыл эшсәндәре тырышлығы менән ихаталарҙағы силос соҡорҙары тулы, фураж хәстәрләнгән. Бесән-һалам хатта ике йылға етерлек итеп әҙерләнгән. Пайсылар менән дә етәкселек тотҡарлыҡһыҙ иҫәпләшә, һәр береһенә бишәр центнер мал аҙығы бүлеп бирелә икән. Бесән-һаламына иһә ҡытлыҡ кисермәй пайсылар.
45 йылға яҡын ғүмерен ауыл хужалығына арнаған Риф Байбурин хеҙмәткәрҙәрҙең эшенән ҡәнәғәт, уларҙың һәр береһен маҡтап телгә алды. Баш зоотехник Гөлнара Ғатауллина ла 13 йыл инде ошо хужалыҡта хеҙмәт итә. Юғары белемле белгес, алдынғы һауынсылар Зинаида Бикбулатованың, Рафиҡа Юнысованың, Филзирә Хәлилованың эшен билдәләп, “бындай уңғандар булғанда йәмғиәт алдағы көндәрҙә лә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәсәк әле” тигән ышанысын белдерҙе.