Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Дәүләт Думаһының сираттағы ултырышында яһаған ҡәтғи белдереүе менән күп аналитиктарҙы һағайтып, борсоуға һалды. Комментаторҙарҙы иң ныҡ уйландырғаны – сығышта ниндәй ҙә булһа үҫеш стратегияһы элементтары тәҡдим ителмәүҙә. “Киләһе өс йылда иҡтисадта етди үҙгәртеп ҡороу күҙалланмай. Үҙәк банк алдында торған төп мәсьәлә – Рәсәй иҡтисадының яңы шарттарға яраҡлашыуы, эске инвестициялар сығанаҡтары формалашыуы өсөн тотороҡло финанс шарттары булдырыу” – сығыштың асылын ошо ҡыҫҡа ғына тезис тәшкил иттеАналитиктар шунда уҡ элекке финанс министры Алексей Кудриндың РИА “Новости” агентлығына биргән һуңғы интервьюһындағы: “Яҡындағы ике-өс йылда Рәсәй иҡтисадын ауыр ваҡыттар көтә. Көрсөккә ҡаршы пландар түгел, ә структура реформалары талап ителә”, – тигәндәрен иҫкә төшөрә һалды. Ике финансист та сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт – иң аҙағы өс йыл эсендә Рәсәй иҡтисадында институциональ реформа үткәреү зарурлығына күрһәтә.
Совет заманында уҡ иң көслө финансист булараҡ киң танылыу яулаған СССР Дәүләт банкы рәйесе (1988 – 1991), аҙаҡ Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе (1992 – 1994, 1998 – 2002) Виктор Геращенко бөгөнгө Үҙәк банк һәм Финанс министрлығының эшмәкәрлеген һуңғы осорҙа бик йыш тәнҡитләп сығыш яһай һәм эмиссия сәйәсәтенә мөнәсәбәтте үҙгәртергә тәҡдим итә: “Үҙәк банктың бөгөнгө эмиссия сәйәсәте – деструктив. Улар өсөн, йәнәһе, төп маҡсат – инфляцияға ҡаршы көрәш. Әммә, әйләнештәге аҡса массаһын ҡыҫып кәметеп, Үҙәк банк иҡтисадты быуа. Был ысул организмды ҡанһыҙландырыуға, ҡанда гемоглобинды кәметеүгә тиң. Рәсәй иҡтисады бөгөндән кәмендә 1 триллион һум өҫтәмә эмиссияға мохтаж. Финанслау эш хаҡын, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе индексациялауға йүнәлтелергә тейеш…” Финансистар араһында “Геракл” ҡушаматы алған ветерандың фекеренсә, бөгөнгө ауыр иҡтисади хәлдең сәбәптәрен Көнбайышта түгел, ә Рәсәйҙең үҙендә эҙләргә кәрәк; Көнбайышҡа килгәндә иһә, әле беҙгә уларҙан финанс өлкәһендә күп нәмәгә өйрәнәһе бар.
Бына шулай ауыр 2016 йыл да тамамланып килә, алдағы өс йылға ла етәкселәребеҙ өмөтлө прогноз бирә алмай. Ошо тәңгәлдә элекке премьер-министр Виктор Черномырдиндың: “Яҡшыраҡ булһын өсөн тырыштыҡ, әммә һәр ваҡыттағыса килеп сыҡты”, – тигән ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә. Уларҙы, моғайын, Советтар Союзы тарҡалғандан һуңғы барлыҡ сирек быуат дәүерҙең иң образлы фразаһы һәм характеристикаһы тип нарыҡларға мөмкиндер. Черномырдиндар заманында, исмаһам, етәкселәребеҙ хаталарын таный, улар өсөн уңайһыҙлана торғайны. Йәнә, халыҡта оптимизм, юмор тойғоһо көслөрәк ине кеүек…
Иҡтисадта үҫеш көтөлмәгән һәм өмөтһөҙ тип иҫәпләнгән киләһе 2020 йылға тиклемге осор иң тәүҙә “Стратегия-2020” проектының тамамлау этабын тәшкил итергә тейеш ине. Рәсәй Федерацияһының оҙайлы социаль-иҡтисади үҫеш концепцияһының тәүге варианты Президент В. Путин тәҡдиме буйынса 2006 – 2007 йылдарҙа Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан әҙерләнә. Проект тулайым эске продуктты 40 процентҡа, халыҡтың килемен – 50 процентҡа, хеҙмәт етештереүсәнлеген – 40 процентҡа, төп капиталға инвестицияларҙы 85 процентҡа тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Пландар тормошҡа ашырылмағаны аңлашыла башлағас, 2010 йылда проекттың яңыртылған варианты әҙерләнә. Сәйәси реформалар туҡтатылыуға, “власть вертикале” нығыныуға, иҡтисадта институциональ реформалар үткәрелмәүенә ҡаршы сыҡҡан оппозиция хәрәкәте көсәйә. Ул хәрәкәт тарихҡа 2011 – 2013 йылдарҙағы киң масштаблы “Болотная майҙаны ваҡиғалары” булараҡ инеп ҡалды.
“Стратегия-2020” проектының яңы версияһы, нигеҙҙә, Юғары иҡтисад мәктәбе (ВШЭ) һәм Рәсәй халыҡ хужалығы академияһы (РАНХ) белгестәре тарафынан әҙерләнде. Был эшкә шулай уҡ Халыҡ-ара валюта фонды (МВФ), Калифорния (Беркли) университеты белгестәре саҡырыла, әммә уларҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынмай. Проекттың “Иҡтисади үҫештең яңы моделе. Макроиҡтисади һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү” тип аталған иң мөһим 1-се бүлеген (документ 25 бүлектән тора) ВШЭ-ның ғилми етәксеһе Евгений Ясин (1994 – 1997 йылдарҙа Рәсәй иҡтисад министры) һәм Владимир Мау (РАНХ ректоры) әҙерләй. Авторҙар иҡтисади моделдең нигеҙен илдәге кеше потенциалына һәм фәнни потенциалға таяныуҙа күрһәтә, әммә, оппоненттар раҫлауынса, урта синыфтың тәбиғәтен һәм составын дөрөҫ билдәләмәй. Байтаҡ абруйлы иҡтисадсылар, шул иҫәптән финансист Виктор Геращенко 1998 – 1990 йылдарҙағы инфляцияға ҡаршы саралар тәжрибәһен ҡулланып, етдиерәк иҡтисади үҫеш программаһы әҙерләргә тәҡдим итә. Ул ауыр осорҙа Үҙәк банк рәйесе Геращенко менән Хөкүмәт рәйесе Примаков дефолт мәленә йылына 84 процент тәшкил иткән инфляцияны еңеп, Евгений Ясин баһалауынса, “Геракл батырлыҡтарына тиң гигант эш” башҡарҙылар. Инфляцияны кәметеүҙән тыш, эш хаҡын, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе индексацияларға, 165 миллиард долларға еткән тышҡы бурыстарҙы ҡайтара башларға ла аҡса табыла.
Финансист ғаиләһендә үҫкән, ғүмерен финанс эшенә арнаған Виктор Геращенко (уның атаһы Владимир Геращенко 1948 – 1958 йылдарҙа СССР Дәүләт банкы идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары була) Совет йылдарында банк эштәре буйынса оҙаҡ ваҡыт Англияла, Германияла, Сингапурҙа эшләп, Көнбайыш илдәре иҡтисады нигеҙҙәрен тәшкил иткән мәктәптәрҙе яҡшы өйрәнә.
Виктор Геращенко үҙе монетаризм теорияһы төшөнсәһен иҫкә алыуҙан ситләшһә лә, әле донъяла уға альтернатива булмауын бик асыҡ күҙ алдына килтерә, әммә бөгөнгө Рәсәй шарттарында иң тәүҙә институциональ реформалар кәрәклегенә баҫым яһай. Геращенко менән Примаковҡа, мәҫәлән, 1998 йылда премьер-министр Сергей Кириенко Борис Немцов (Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары) һәм Анатолий Чубайс менән берлектә ойошторған масштаблы, әммә ныҡлап уйланылмаған либераль иҡтисади реформалар һөҙөмтәһе – август дефолты – эҙемтәләрен төҙәтергә тура килә.
Был ваҡиғала Виктор Геращенконы иң ғәжәпләндергәне Борис Ельцин “Йәш реформатор” тип күтәргән Кириенконың ҡыҫҡа ғына ваҡытта (ул ни бары дүрт ай премьер-министр була) Көнбайыш илдәре бер быуатҡа яҡын төҙөгән яңы иҡтисадҡа (иҡтисади неоклассицизм практикаһына) яҡынлашырға ынтылышы һәм “киндер-сюрприз” дефолтының һанаулы көндәр эсендә ил иҡтисадын шаҡтай ҡаҡшатыуы була.
Америка иҡтисадсыһы, 1976 йылғы Нобель премияһы лауреаты, Чикаго университеты профессоры, Америка иҡтисадсылар ассоциацияһы президенты Милтон Фридман (1912–2006) иҡтисади неоклассицизм теорияһына нигеҙ һалған тип иҫәпләнә. Сығышы менән ул хәҙерге Украинаның Берегово ҡалаһынан, АҠШ-ҡа күсенгән эмигрант ғаиләһенән. Фридман, ҡулланыу стандарттары анализын, әйләнештәге аҡса массаһын һәм иҡтисади тотороҡлолоҡ күренештәрен өйрәнеп, үҙенең монетаризм теорияһын төҙөй. Популяр формала, ябайлаштырып күрһәткәндә, Фридман йәмғиәттәге кеше капиталын үҫтереү һәм реализациялау процесында ҡулланыу стандарттарын күтәреү мөһим тип күрһәтә. Ҡулланыу теорияһы авторҙары, Нобель премияһы лауреаттары Густав Кассель һәм Франко Модильяни раҫлауынса, кеше капиталы, дәүләттең төп капиталы булараҡ, баҙар системаһының да төп элементына әйләнә башлай һәм уның тотороҡлолоғон нығыта – иҡтисадҡа йәлеп ителгән кеше капиталы тотороҡло үҫеш гаранты ролен үтәй. Үҫешкән индустриаль йәмғиәттә иҡтисад үҙенән-үҙе көйләнеү һәләтенә эйә була башлай. Был хәл аҡса әйләнеше процесында үҙен асыҡ күрһәтә, әммә уның өсөн әйләнештәге аҡса массаһының яртыһынан күберәк өлөшө – 60 процент самаһы – халыҡ ҡулланыуы – кеше капиталы аша үткәрелергә тейеш. Прогрессив шкала буйынса йыйылған һалымдарҙың да кәмендә шул самаһын граждандар түләргә тейеш була.
Монетаризм теорияһына ярашлы, әйләнештәге аҡса массаһы тулайым эске продукттың 70 процентынан түбәнерәк төшһә, иҡтисади системала үҫеш процестары туҡтала. Әммә Рәсәйҙә инфляцияны кәметеү өсөн әйләнештәге аҡса массаһын ҡыҫыу – ғәҙәти күренеш. Мәҫәлән, Черномырдин үткәргән деноминациянан һуң Рәсәй Федерацияһында монетизация коэффициенты 12 процентҡа тиклем кәмене.
Рәсәй финанс “зубрҙары” Виктор Геращенко менән Алексей Кудрин, бөгөнгө Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина кеүек үк, Рәсәй иҡтисады менән етәкселектә институциональ реформалар мәсьәләһен күтәрһә лә, улар ғәмәлдә ике нәмә тураһында һөйләй. Геращенко менән Кудрин, нигеҙҙә, монетаристик позицияларға яҡынлашһа, Нәбиуллина, мәҫәлән, ХХV Халыҡ-ара финанс конгресында монетар сәйәсәттә ҡаты позиция һаҡланасағын белдерҙе. Йәғни был өлкәлә әлегә етди үҙгәрештәр һәм эре аҡса эмиссияһы планлаштырылмай. Бюджет сәйәсәте әүәлгесә бюджеттағы бушлыҡтарҙы тултырырға тырышыуҙан ары китә алмай. Ә етештереү тармаҡтарын тергеҙеү өсөн иң тәүҙә шул уҡ идаралыҡ институттары талап ителә, йәғни институциональ реформа көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллинаның инфляцияны ауыҙлыҡлау өсөн эмиссияны сикләүгә барыуы, әлбиттә, ауыр, популяр булмаған сара. Финанс донъяһы 2016 йыл башында уҡ Рәсәй Үҙәк банкы эмиссия иғлан итәсәгенә тулыһынса ышанғайны. Көслө тәнҡиткә дусар булған Нәбиуллинаға Геращенко кеүек авторитетлы финансистар монетар сәйәсәттән ситләшмәҫкә тәҡдим итһә лә, ул, валюта резервтарының 12 миллиард долларын Рәсәй һумы курсын һаҡлауға йүнәлтеп бер файҙаһы ла булмағас, Үҙәк банк ставкаһын икеләтә арттырып, 17,5 процентҡа тиклем күтәрҙе һәм һумдарҙың ирекле курсын иғлан итте. Иҡтисадсылар араһында иң абруйлыларҙан иҫәпләнгән “Файненшл таймс” гәзите Эльвира Нәбиуллинаны финанс донъяһындағы “тимер леди” тип нарыҡлап, уның ҡыйыу аҙымын бик юғары баһаланы.
Президент В.В. Путин 2012 йылдың ғинуарында уҡ донъя күргән “Беҙҙең иҡтисади мәсьәләләр тураһында” мәҡәләһендә иғтибар итеүенсә, “...сеймал экспортына нигеҙләнгән иҡтисад ҡоролошо финанс ресурстарын етештереү өлкәһенә йүнәлтеүгә мөмкинлек бирмәне. Әммә, институциональ реформалар үткәрмәй тороп, был колоссаль ресурстарҙы ғәмәлдә юҡҡа сыҡҡан сәнәғәт тармаҡтарына һалыу финанстарҙы юғалтыуға тиң булыр ине. 90-сы йылдарҙа деградациялаған автомобилдәр эшләү сәнәғәтенә, хәрби-сәнәғәт комплексына ебәрелгән бик ҙур финанс сараларының юғалтылыуын иҫкә төшөрөү ҙә етәлер”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Президент Владимир Путин 2012 йылда уҡ күрһәткән мәсьәлә әлегәсә, дүрт йыл үткәндән һуң да, көнүҙәк булып ҡала. Әммә, ул осорҙан айырмалы рәүештә, беҙ бөгөн сеймал экспортына нигеҙләнгән иҡтисад моделенең заманы үтеп, хәҙер бөтөнләй эшләмәүен күрәбеҙ. Шуға ла илдәге иң абруйлы финанс белгестәренең сәйәси ҡараштарына ҡарамаҫтан, ил иҡтисадын йәнләндереү өсөн идаралыҡ институттары төҙөү, институциональ реформа үткәреү мәсьәләләренә бик һуңлап булһа ла мөрәжәғәт итә башлауын ыңғай күренеш тип баһаларға мөмкиндер.