“Беҙҙең бурыс — барыһын да юғары кимәлгә күтәреү”13.12.2016
Хөкүмәт йортонда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген баһалау һәм төбәктәге муниципаль берәмектәрҙе территориаль үҫтереү мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, муниципаль берәмек башлыҡтары ҡатнашты.
Республика Башлығы, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешендәге төп күрһәткестәргә ыңғай динамика хас, тип билдәләне. Был төбәктең эҙмә-эҙлекле алға барыуы хаҡында һөйләй. Дөйөм һөҙөмтәгә муниципалитеттар тос өлөш индерә, шуға күрә уларҙың уңышлы эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә.
Яҡын киләсәккә төп бурыс — ер участкаларына, шулай уҡ ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, бындай участкаларҙағы капиталь төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреү.
Бер нисә йыл дауамында республика торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғылар иҫәбенә инә. Төбәктә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программалары тормошҡа ашырыла, әммә яңы йорттарҙы сафҡа индереү ваҡытын кисектереү, төҙөүселәргә аҡсаны ваҡытында күсермәү осраҡтары бар. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров муниципалитеттарға ошо мәсьәләләргә иғтибар бирергә, шул иҫәптән тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү йәһәтенән сара күрергә тәҡдим итте.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов киләһе йылдарға республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү планы менән таныштырҙы. Премьер-министр урынбаҫары Салауат Сәғитов иһә республикалағы демографик хәл тураһында һөйләне. Быйыл ун ай эсендә төбәктә 46,9 мең сабый донъяға килгән, тимәк, халыҡтың тәбиғи артымы һаҡланып ҡала.
Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Хәмитов 2015 йылда урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген комплекслы баһалау йәһәтенән уңышҡа өлгәшкән муниципаль берәмектәргә грант алыуға сертификаттар тапшырҙы.


Вернуться назад