Ғаиләһе ныҡтың биле лә ныҡ08.12.2016
Ғаиләһе ныҡтың  биле лә ныҡ Төбәктә фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереү йәһәтенән маҡсатлы эш алып барыла. Яңы эш башлаған йүнселдәрҙе дәртләндереү, уларҙы республика һәм федераль программаларға йәлеп итеү үҙенең аныҡ һөҙөмтәләрен бирә – бөгөн район фермер хужалыҡтары һаны буйынса Башҡортостанда беренсе урынды биләй. “Эш башлаусы фермер” программаһы нигеҙендә конкурста һуңғы бер нисә йылда 34 эшҡыуар еңеп сығып, шуның туғыҙы грант алыуға өлгәште. Улар араһында Һаҡмар ауылынан Фәрит Ниғмәтуллин да бар.
Фәрит данлыҡлы нәҫелдән. Атаһы Рәфҡәт Ғариф улы – Социалистик Хеҙмәт Геройы һауынсы Фира Ниғмә­тул­линаның бер туған ҡустыһы. Ул “Һәүәнәк” совхозының Һаҡмар бүлексә­һендә механизатор булып эшләй. Ҡатыны Мөсфирә Хәйбрахман ҡыҙы хужалыҡта һауынсы була.
Мәктәпте тамамлағас, Фәрит Өфөлә­ге 44-се һөнәрселек училищеһында уҡый, әрмелә хеҙмәт итә. Артабан урындағы АТС-та элемтәсе, хужалыҡ­тың ярма ярҙырыу цехында ла эшләй. Совхоз тарҡалғас, Себер тарафтарында, Силәбе өлкәһендә көс түгә.
Бынан ике йыл элек Ниғмәтул­лин­дар, яңы эш башларға ҡарар итеп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Район хакимиәтенән бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү прог­рам­маһы буйынса бүленгән ярҙам да ныҡлы этәргес була, ғаилә 10 баш һыйыр малы һатып ала. Шул йылда Темәс ауыл Советы биләмәһе фермерға бесәнлек ере бүлеп, элекке хужалыҡ фермаһының бер өлөшөн ҡуртымға бирә. Эшҡыуар ең һыҙғанып эшкә тотона.
Әйтергә кәрәк, “Фәрит Ниғмәтуллин” хужалығының тәүге аҙымдары өмөтлө. Малсылыҡ йүнәлешен маҡсат итеп алған хужалыҡ йылдан-йыл үҙенең ҡеүәтен арттыра бара. Әле бында 25 баш һыйыр малы тотола, 50 гек­тарҙағы бесәнлек һәм фермерҙың үҙенең 14 гектарҙағы пай ере ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырыу мөмкин­леген бирә. Ә быйыл Фәрит Рәфҡәт улының “Эш башлаусы фермер” про­граммаһында еңеп сығыуы һәм грантҡа лайыҡ булыуы хужалыҡты артабан үҫтереү мөмкинлеге биргән. Дәүләт ярҙамына ул “МТЗ-320” тракторы, сапҡыс, арба, тырма, КУН, 10 баш тана һатып ала.
Фермер хужалығы ойоштороу еңелдән түгел. Был тәңгәлдә Фәрит ғаиләһенең ныҡлы ярҙамын тоя. Ғаи­ләһе ныҡтың биле лә ныҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Производстволағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе уңышлы алып барыуҙа кәләше Ғәлиәнең, балаларының хеҙмәте ифрат ҙур. Әйткәндәй, Ғәлиә урындағы “Күбәләк” балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләргә лә, иптәшенә ярҙам итергә лә, өйөндә ҙур ғаиләне бағырға ла өлгөрә.
Ниғмәтуллиндар туғыҙ бала тәрбиә­ләй. Бөгөн был ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң. Өлкәндәре Фирүзә БДУ-ның Сибай институтында, Вилүр – Өфө яғыулыҡ-энергетика кол­леджының Баймаҡ филиалында, Яҙгөл Сибай сәнғәт колледжында уҡый, Фәнүр, Фәнилә, Фаил мәктәптә белем ала. Луиза менән Фидалиә балалар баҡсаһына йөрөй. Бәләкәйҙәре Рифатҡа ун ай ғына. Ғаилә үҙҙәре һалып сыҡҡан өйҙә йәшәй, йорт-ҡура күркәмлеге менән һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.
– Һәр башланғысымда ғаиләмдең ныҡлы ярҙамын тойоп эшләйем, – ти Фәрит Рәфҡәт улы. – Тик шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Киләсәктә мал һанын арттырыу, хужалыҡты киңәйтеү – төп маҡ­сатым. Балаларҙы эшкә еректереп үҫтерергә тырышабыҙ. Тыуған ерҙә генә уңышҡа өлгәшеп була, тик тырышлыҡ һәм дәрт кенә кәрәк.


Вернуться назад