Һаулыҡ та аҡсаға бәйле06.12.2016
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау тармағын финанслау маҡсатында 1993 йылда асылған Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды халыҡты түләүһеҙ хеҙмәтләндереү өсөн гарантия булып тора. Башҡортостанда ул нисек эшләй һәм хәҙерге иҡтисади көрсөк заманында дауалау ойошмаларын ҡәнәғәтләндерә аламы?
Бындай фондтың бюджеты дәүләт милке булып тора, шуға күрә уның етәкселеге һәр йыл аҙағында башҡарма һәм вәкәләтле органдар алдында аҡсаның ҡайҙа, күпме тотонолоуы тураһында отчет бирергә бурыслы, киләсәк эшмәкәрлеге лә юғары кимәлдә раҫлана. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы сессияһында был фонд­тың 2017 йылға һәм 2018-2019 йылдарҙағы планлы осорона тупла­насаҡ ҡаҙнаһын ҡаранылар.
– Был бюджетты туплау барышында республикабыҙ Башлығынан килгән барлыҡ төҙәтмәләр ҙә индерелде, закон сығарыу башланғы­сына эйә булған башҡа субъект­тарҙан тәҡдимдәр булманы, – тине Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйе­се Рузалиә Хисмәтуллина. –Тө­ҙәтмәләр килем һәм сығым­дарҙың дөйөм күләмен аныҡлауға ҡағыла. Башҡортостан буйынса территориаль фондтың киләһе йылға бюджеты дүрт миллиард һумға арттырылды, ул 42 миллиард 603 миллион һум, 2018 йылға 47 миллиард 241 миллион һум, 2019 йылға 49 миллиард 631 миллион һум итеп планлаштырыла. Һаулыҡ та аҡсаға бәйле
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау тармағын финанслау маҡсатында 1993 йылда асылған Мотлаҡ медицина страховкалауы фонды халыҡты түләүһеҙ хеҙмәтләндереү өсөн гарантия булып тора. Башҡортостанда ул нисек эшләй һәм хәҙерге иҡтисади көрсөк заманында дауалау ойошмаларын ҡәнәғәтләндерә аламы?
Бындай фондтың бюджеты дәүләт милке булып тора, шуға күрә уның етәкселеге һәр йыл аҙағында башҡарма һәм вәкәләтле органдар алдында аҡсаның ҡайҙа, күпме тотонолоуы тураһында отчет бирергә бурыслы, киләсәк эшмәкәрлеге лә юғары кимәлдә раҫлана. Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы сессияһында был фонд­тың 2017 йылға һәм 2018-2019 йылдарҙағы планлы осорона тупла­насаҡ ҡаҙнаһын ҡаранылар.
– Был бюджетты туплау барышында республикабыҙ Башлығынан килгән барлыҡ төҙәтмәләр ҙә индерелде, закон сығарыу башланғы­сына эйә булған башҡа субъект­тарҙан тәҡдимдәр булманы, – тине Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйе­се Рузалиә Хисмәтуллина. –Тө­ҙәтмәләр килем һәм сығым­дарҙың дөйөм күләмен аныҡлауға ҡағыла. Башҡортостан буйынса территориаль фондтың киләһе йылға бюджеты дүрт миллиард һумға арттырылды, ул 42 миллиард 603 миллион һум, 2018 йылға 47 миллиард 241 миллион һум, 2019 йылға 49 миллиард 631 миллион һум итеп планлаштырыла.


Вернуться назад