Өҫтәмә финанс бүленде06.12.2016
Ике ай элек кенә Өфө ҡалаһы ҡаҙнаһының проекты килемдәр буйынса – 21,29 миллиард, ә сығымдар буйынса 23,28 миллиард һум күләмендә тип планлаштырылғайны. Яңыраҡ был күрһәткесте арттырыу яғына табан үҙгәртеү форсаты тыуҙы.

Ҡала Советы сессияһында депутаттар был проектты килемдәр буйынса – 23,95 миллиард, сығымдар йәһәтенән 26,9 миллиард һум итеп билдәләне. Сәбәбе – ҡаҙнаға өҫтәмә аҡса бирергә ҡарар сығыуы: республика бюджетынан субвенция күсәсәк, ул яҡынса ике миллиард һумдан ашыуыраҡ булыр тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә ҙур ҡаланың ихтыяждары өсөн сығымдар ҙа бер аҙға артасаҡ. Өҫтәмә аҡсаны юлдарҙы ремонтлауға, Ағиҙел аша яңы күпер проектлауға һәм төҙөүгә, торлаҡ фондының емерелер хәлгә еткән өлөшөндә йәшәүселәрҙе яңы фатирҙарға күсереүгә тотонорға уйлайҙар. Бынан тыш, ул мәктәп һәм етемдәр өсөн йорт һалырға ла ҡалыр, тигән өмөт бар.


Вернуться назад