Һеҙҙән – штраф, ҡаҙнаға – аҡса06.12.2016
Һеҙҙән – штраф, ҡаҙнаға – аҡса Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн түләнгән штраф та бюджетты тулыландыра һәм йыйылған сумманы аҙ тип әйтергә тел әйләнмәй. Быйылғы ун айҙа ул Башҡортостан буйынса 242,4 миллион һумға еткән. Был уҙған йылдың шул уҡ осоро сағыштырғанда 77 миллион һумға күберәк.
Ошо сирек миллиард һумдың йыйылыуына “Бурыслы” тигән махсус програм­маның ярҙамы ла ҙур булған. Уның асылын бөтәһе лә беләлер, моғайын: юлда торған автоинспекторҙар радарын яҡынлашып килгән автомобилгә йүнәлткән саҡта ошо һиҙгер техника машина номерының бурыслы кешенекеме-түгелме икәнлеген бер нисә секунд эсендә асыҡлап та өлгөрә. Түләмең бар икән, автоинспектор таяғының “Туҡта!” тигән сигнал биререн көт тә тор.
– Әгәр ҙә автомобиль хужаһы штрафын билдәләнгән 60 көн эсендә түләмәһә, бурыс күләме ике тапҡырға арта, – тип аңлаталар Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.
Автомобилгә иҫерек килеш идара итеп тотолғандар йылдың ун айында ҡаҙнаға бер миллиард һумдан ашыу штраф түләне. Шуның 260 миллион һумы – кисектерелгән штраф. Тимәк, улар транспорт һалымы түләп кенә ҡалмай. Бюджетҡа файҙа бар, әлбиттә, ләкин улар арҡаһында юлсылар күргән фажиғәне нисек үлсәргә? Был турала статистика өндәшмәй. “Язаның хәҙер ҡатыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, иҫерек шоферҙар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиға­ла­ры кәмемәй. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы ун айҙа республикала шундай 359 ваҡиға теркәлде, 2015 йылдың шул осоро менән сағыштырғанда был 13 процентҡа күберәк”, – тиҙәр әлеге идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Эскән килеш рулгә ултырған өсөн шофер танытмаһынан мәхрүм ителә һәм 30 мең һум штраф түләй. Ҡабат шундай уҡ хоҡуҡ боҙған өсөн Енәйәт кодексы буйынса хөкөм итәләр. Бындай авариялар йыш ҡына ауыр эҙемтәләр – кемдеңдер һәләк булыуы йәки зәғифлеккә дусар ителеүе – менән тамамлана. Шуға күрә судтарҙың 200 мең һум штраф һалыуы ла ғәҙәти күренеш хәҙер. Ҡайһы саҡ бындай кешеләргә (дөрөҫөрәге – әҙәм аҡтыҡтарына) “бюджет тултырыу” мөмкинлеге бирмәйҙәр, төрмәгә ултырталар.
Ә бер эшҡыуар ҡатындың ваҡыты шул тиклем тығыҙ булған, штраф түләргә форсаты ла ҡалмаған. Шул арҡалалыр инде бурысы бер миллион һумдан артҡан. Уларҙың күбеһе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында. Алтмыштан ашыу башҡарыу эше ҡуҙғатылһа ла, “текә” ханым быға төкөрөп тә бирмәгән. Суд прис­тавтары уның мөлкәтен ҡулға алған һәм премиум-класс төрөнә ҡараған өс авто­мобиленең теркәү ғәмәлен сикләгән.
Vse.news мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, былтыр Рәсәйҙең федераль ҡаҙнаһына юл хәрәкәтен боҙған өсөн һалынған штрафтан 115 миллиард һумдан ашыу килем ингән. Ә шул уҡ осорҙағы транспорт һалымы – 101 миллиард һум. Тимәк, штраф күләме һалымдан да ҙурыраҡ. Уҙған йыл автоинспекторҙар Рәсәй юлдарында штраф һалынған шоферҙар һаны 2014 йыл менән сағыштырғанда 10 миллионға күберәк. Шуларҙың 67 проценты видеотеркәү камералары ярҙамында тотолған.


Вернуться назад