Ҡулдағы турғай яҡшыраҡ06.12.2016
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дәүләт һәм уның компаниялары ил иҡтисадының 70 процентын үҙ ҡулында тота. Дөйөм ил милкен хосусилаштырыу планы 2010 – 2015 йылдарҙа ни бары 20 процентҡа үтәлеп, федераль ҡаҙнаға 260 миллиард һум ингән. Дәүләттең 60 меңләп активы бар, ҡаҙнаның да объекттары шул сама, тип хәбәр итә “Ведомости” гәзите.
Был тиклем байлыҡҡа һөҙөмтәле идара итеү мөмкин түгел. Иҡтисадта дәүләт – насар менеджер, ти белгестәр. Тармаҡта дәүләттең өҫтөнлөк итеүе башҡа секторҙарҙың үҫешенә ҡамасаулап, дөйөм алғанда, баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәренең камиллашыуына етди аяҡ сала. Дәүләт үҙ объекттарын аҫрауға сығымдарҙы күберәк тотонорға мәжбүр. Былтыр ғына устав фондтарына иғәнәләргә һәм унитар предприятиеларға субсидиялар рәүешендә 67,5 миллиард һум йүнәлтелеүгә ҡарамаҫтан, дивидендтар биш тапҡырға кәмерәк алынған. Илдә 346 дәүләт унитар предприятиеһы юҡҡа сығыу алдында, 286-һы финанс эшмәкәрлеге менән бөтөнләй шөғөлләнмәй.
Ҡаҙнаға табышты бары тик 12 ҙур компания килтерә. Ғөмүмән, был субъекттарҙың күпселегендә ҡарарҙар тар даирәләрҙә ҡабул ҡылына, премияларҙы күпләп түләү киң таралған, эшмәкәрлек тураһында мәғлүмәттәр сер итеп тотола. Дәүләткә кәрәге булмаған милекте һатыу зарурлығын эксперттар йыш телгә ала. Алдағы өс йылда ла ил ҡаҙнаһының сығымдары килемдәрҙән күпкә ҡайтыш булыуы менән бәйле дәүләт милкен хосусилаштырыу – бюджетты тулыландырыу йәһәтенән иң һөҙөмтәле алым, ти белгестәр. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан шәхси ҡулдарға тапшырыу буйынса әҙерләнгән исемлектә ҙур өлөштө федерация субъекттарының һәм урындағы үҙидараның түбән капитализациялы объекттары биләп тора.
Ҡаҙна ҡытлығын бөтөрөү өсөн хосусилаштырыу процесын ҡыҙыулатһаҡ, Өс-биш йылдан дәүләттең үҙ милке ҡалмаясаҡ һәм уны эшҡыуарҙарҙан ҡуртымға алырға тура киләсәк, ти “Росимущество” вәкилдәре. Башҡа ысулдар ҙа тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Светлана Авдашева раҫлауынса, хосусилаштырыу – тармаҡтағы хәлде яҡшыртыуҙың берҙән-бер юлы түгел. Дәүләт милкен ҡуртымға, концессияға бирергә мөмкин, ти ул.
Һауалағы торнаға ҡарағанда ҡулдағы турғай яҡшыраҡ, ти халыҡ. Етештереү тармаҡтарының күпселегенең дәүләт ҡулында тупланыуының етди сәбәптәре бар, һәм уның нигеҙендә социализмдан һуңғы етештереү-бүлеү мөнәсәбәттәре ята. Дәүләт, насар менеджер булыуына ҡарамаҫтан, социаль йөкләмәләрен үтәүҙән баш тарта алмай, ә бына шәхси милексенең ундай яуаплылығы юҡ.