Хәйлә түгел, ә хоҡуғың06.12.2016
Хәйлә түгел, ә хоҡуғың Күсемһеҙ милекте теркәүгә ҡағылған һорауҙар йыш тыуа, шунлыҡтан күптәргә ураған һайын юристарға барыуҙан башҡа сара ҡалмай. Бөгөн халыҡтың мөрәжәғәттәренә ярҙам йөҙөнән “Росреестр”ҙың Башҡортостан
буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәниҙә Лотфулла ҡыҙы Шәйбәкова биргән яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.


– Коммуналь фатирҙағы өс бүлмәнең һәр ҡайһыһы айырым-айырым минең исемгә теркәлгән. Башҡа милекселәр юҡ. Ошондай шарттарҙа тотош фа­тир­ҙы шәхси мөлкәтем итеп нисек рәсмиләштерергә?
– Тәү сиратта барыһын дөйөм­ләш­тереп, бер кадастр иҫәбенә ҡуйырға кә­рәк. Шул ғәмәлде үтәгәндән һуң ғына яңы барлыҡҡа килгән күсемһеҙ милек объектын дәүләт органында теркәү һәм баяғы өс бүлмәне иҫәптән төшөрөү маҡсатында ғариза яҙырға була. Бөтәһен бер юлы эшләтеү мөмкинлеге бар. Ундай осраҡта физик берәмектәр өсөн дәүләт пошлинаһы күләме 2000 һум тәшкил итә. Документтар менән күп функциялы үҙәк­тәрҙең ҡайһыһына булһа ла мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
– Ер участкаһына хоҡуғың бармы-юҡмы икәнлеге тураһында хужалыҡтар кенәгәһенән белешмә алыу ҡасан талап ителә? Уны кем бирә?
– Хужалыҡтар кенәгәһенән өҙөмтә шун­дай шарттарҙа ер участкаһына милек хоҡуғын теркәү өсөн нигеҙ тип һанала ала: әгәр был майҙан кешегә 2001 йыл­дың 30 октябренә ҡәҙәр, йәғни Рәсәйҙең Ер кодексы ҡабул ителгәнсе тапшырыл­ған булһа һәм ул шәхси ярҙам­сы хужалыҡ ойоштороуға тәғәйенләнһә. Был граждан­дарға ерҙе хосусилашты­рыуҙы ябайлаш­тырылған тәртиптә, халыҡса әйткәндә, “дача амнистияһы”нан файҙаланып рәс­ми­ләштерергә форсат тыуҙыра. Хужа­лыҡ­тар кенәгәһенән өҙөмтә шулай уҡ элек межаланмайынса тер­кәлгән ер участ­каһын кадастр иҫәбенә ҡуйыуға ни­геҙ була ала. Әлеге документ урындағы үҙидара органы тарафынан бушлай бирелә.
– Миңә күсемһеҙ милкем юҡлығы хаҡында белешмә килтерергә ҡуш­тылар. Уны юллау өсөн ниндәй документтар менән ҡайҙа барырға?
– Күсемһеҙ милеккә һәм уның менән алыш-бирешкә хоҡуҡтарҙың берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә алырға кәрәк һеҙгә. Шәхесегеҙҙе раҫлаған документ йәки ышаныс ҡағыҙы (әгәр икенсе берәү исеменән мөрәжәғәт итһәгеҙ) алып, күп функциялы “Минең документтарым” үҙәге офистарының берәйһенә барығыҙ ҙа билдәләнгән форма буйынса ғариза яҙығыҙ. Шулай уҡ аҡса (бер теркәү округы биләмәһендә белешмә һоратҡан һәр кеше өсөн 500-әр һумдан) түләргә тура киләсәк.
Интернет аша электрон хат ебәрергә лә мөмкин. Уның тейешле формаһы “Росреестр”ҙың рәсми сайтында (www.rosreestr.ru) урынлаш­тырылған.
– Фатирыбыҙ ирем менән икебеҙҙең исемгә теркәлгән. Ипотека кред­и­тының ҡалдығын Әсәлек капиталы менән ҡаплап ҡотолдоҡ та, инде тор­лағыбыҙ үҙ иркебеҙҙә булғас, балала­рыбыҙға унан өлөш сығарырға ҡарар иттек. Балалар менән торлаҡ май­ҙандарын бүләк итеү хаҡында килешеү төҙөргәме, әллә ҡатнаш килешеү эшлә­тергәме тип уйланабыҙ. Нотари­усҡа барыу ҡайһы осраҡта мотлаҡ?
– Ирле-ҡатынлыларҙың дөйөм милкендәге өлөштәрҙе билдәләү тура­һындағы килешеү нотариус тарафынан раҫланырға тейеш. Балаларға торлаҡтан өлөш бүләк иткәндә договорҙың ябай (нотариусһыҙ әҙерләнгән) булыуы ла мөмкин.
– Улыбыҙға нотариус ер участкаһын һәм ундағы йортто закон буйынса мираҫҡа ҡабул итеү хоҡуғы хаҡында таныҡлыҡ бирҙе. Был милекте шул ыңғайы һатып ебәрергә буламы, әллә тәүҙә ерҙе лә, өйҙө лә улыбыҙ исеменә теркәргә кәрәкме?
– Эйе, башта мираҫ тураһындағы таныҡлыҡ нигеҙендә әлеге объекттарға милек хоҡуғын алыу талап ителә. Мөлкәткә хоҡуҡты һәм ер менән йорттоң хужаһы алмашыныуҙы дәүләт теркәүе өсөн документтарҙы бер юлы тапшыра алаһығыҙ.
– Әгәр ер участкаһының шәхси милек булыуы тураһында таныҡлығы һәм кадастр номеры бар икән, уны межалау мотлаҡмы?
– 2018 йылдың 1 ғинуарынан теүәл сиктәре хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтел­мәгән ер участкалары менән эш итеүҙе закон нигеҙендә бер ниндәй иҫкәрмәһеҙ тыйыу күҙаллана. Әгәр шул ваҡытҡаса межаламаһағыҙ, ерегеҙҙе һатыу, бүләк итеү, мираҫҡа ҡалдырыу менән бәйле ниәттәрегеҙ етди ауырлыҡтар тыуҙыра­саҡ.
– Фатирҙың кадастр хаҡы 800 мең һум, ә уны 400 мең һумға һатырға йыйыналар икән, ти. Теркәү палатаһы аша шундай алыш-биреш үтә аламы? Әллә договорҙа күрһәтелгән сумма кадастр хаҡынан кәм булмаҫҡа тейешме?
– Һатыусы менән алыусы был мәсьәләне үҙҙәре хәл итә. Шуныһын белеп ҡуйығыҙ: күсемһеҙ милек өсөн һалым күләмен билдәләгәндә уның кадастр хаҡына ҡарайҙар, тимәк, һеҙ әйткән осраҡта яңы хужа, әлеге фатирҙы 400 мең һумға алһа ла, 800 мең һум иҫәбенән һалым түләйәсәк.
– Туғаным торлаҡлы булыу маҡ­сатында ипотека кредиты юллап йөрөй. Шул уҡ ваҡытта уның үҙҙәре йәшәгән дөйөм ятаҡ бүлмәһен хосуси­лашты­рырға мөмкинлеге тыуыуы ихтимал. Ипотекаға фатир алған хәлдә бушлай бирелергә торған милкенән ҡолаҡ ҡаҡмаҫмы?
– Юҡ. Торлаҡ һатып алыу дәүләт йәки муниципалитет милкендәге бинаны бушлай үҙләштереү хоҡуғын бер нисек тә сикләмәй. Төп шарт – хосусилаштырыу хаҡында килешеү төҙөлгән мәлдә туғаны­ғыҙҙың әлеге бүлмәлә рәсми теркәлгән булыуы һәм бығаса ундай мөмкинлектән файҙаланмауы.


Вернуться назад