Беҙгә йәнә 50 автобус килә02.12.2016
Беҙгә йәнә 50 автобус килә
Республика мәктәптәре тағы ла 50 автобус аласаҡ. Ил Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев төбәктәр өсөн мәктәп автобустары һатып алыуҙы өҫтәмә финанслау тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына ошо маҡсатҡа 900 миллион һум аҡса бүленә. Илдең утыҙ төбәгенә 633 мәктәп автобусы тапшырыласаҡ.
Әлегә тиклем Мәктәп автобустарын яңыртыу буйынса федераль программаға ярашлы Башҡортостан яңы уҡыу йылына 58 транспорт сараһы алғайны. Шуларҙың 35-е “ГАЗель”, өсәүһе – “ГАЗель Next”, икәүһе – “Форд”, берәүһе “КАвЗ” һәм 17-һе – “ПАЗ” автобусы.


Вернуться назад