Ҡара рекорд29.11.2016
Рәсәй 2016 йылда ҡара күмер сығарыу күләмен һиҙелерлек арттырҙы. Энергетика министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл ахырына шахтерҙар 390 миллион тонна антрацит биреп, уның 165 миллион тоннаһы экспортҡа оҙатыласаҡ.
Антрацит – таш күмерҙең борондан сығарыла килгән иң сифатлы сорты. 2016 йылда ул хатта дәүләт планынан күпкә артығыраҡ етештерелгән. 2030 йылға тиклем ҡабул ителгән энергетик стратегияға ярашлы, быйыл 370 миллион тонна күмер сығарып, йәнә был һанды йыл һайын арттыра барып, алдағы 15 йылда 430 миллион тоннаға еткерергә тейеш инек.
Бындай ғәжәп уңыштың сәбәбе, беренсенән, илдә таш күмер запасының күп булыуы. Рәсәй донъяла, АҠШ-тан ғына ҡалышып, икенсе урынды биләй. Өсөнсө баҫҡыста – Ҡытай. Был ҡаты яғыулыҡтың 200 миллиард тонна самаһы 500 йыл буйы сығарырға етәсәк. Әйткәндәй, Рәсәйҙең ҙурыраҡ күмер ятҡылыҡтарындағы байлыҡ уларға хатта меңәр йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләргә етәсәк.
Икенсенән, 15 - 20 йылдан донъяны йәнә күмер шауҡымы яулап алыр тип көтөлә. Антрацит, осһоҙ яғыулыҡ төрө булараҡ энергетика өлкәһендә әүҙем ҡулланылып, нефтте алмаштырасаҡ. Әгәр донъяла күмергә ихтыяж үҫә барһа, Рәсәй уны экспортҡа оҙатыуҙан йыл һайын 20 миллиард доллар самаһы аҡса эшләйәсәк, тип белдерә белгестәр.