Бухгалтерҙар кәрәкмәй әле29.11.2016
Баҙар шарттарына күсеү менән бухгалтерҙар әҙерләү бығаса булмағанса йүнәлеш алды. Юғары уҡыу йорттарында урындар күбәйҙе, бюджетҡа инә алмайһың икән, кеҫәң ҡалыныраҡ булһа, рәхим ит түләп уҡыу бүлегенә. Әүәл бәләкәйерәк ойошмаларҙа бер-ике бухгалтер булһа, хәҙер уларҙың һаны шаҡтай артты.


Әлбиттә, был хаҡта һуңғы осорҙа юғары вазифа биләгәндәр йыш уйлана. Мәҫәлән, илдең Финанс министрлығы вәкилдәре яҡын арала йөҙ меңләгән бухгалтерҙың эшен юғалтыу ихтималлығын белдерә. Уларҙы тулыһынса компьютер программалары алмаштырасаҡ.
Рәсәйҙә дәүләт хеҙмәтендә генә лә бухгалтерҙар һаны 1,1 миллиондан артып киткән. Уларға бюджеттан йылына бер триллиондан ашыу аҡса тотонола. Шул уҡ ваҡытта бөтә донъя­ла иҫәп-хисап эштәре йылдам тиҙлектә юғары технологияларға күсеп, электрон документтар менән эш итеүгә йүнәлтелә.
Рәсәй финанс министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Нестеренко әйтеүенсә, бухгалтерҙар һанын 600 меңгә тиклем ҡыҫҡартыуҙан ауыр эҙемтәләр көтөлмәй. Уларҙы заман машиналары тулыһынса алмашты­расаҡ.
Шулай ҙа был ҡараш менән килешеп бөтмәүселәр ҙә бар. Йәмәғәт­селек фәндәре институтының социаль-сәйәси мониторинг үҙәге директоры Андрей Покида, әле бухгал­терҙар һөнәрен ерләп ҡуйырға иртә­рәк, ти. “Әлбиттә, ҡасан да булһа был профессия юҡҡа сығасаҡ. Бөтә нәмә үҙгәрә, заман технологиялары ҡайһы бер һөнәрҙәрҙе тарихта ҡалдырырға мәжбүр итә. Әммә был яҡын арала була торған хәл түгел. Алдағы биш-алты йылда ла көтөлмәй әле”, – ти.
Тап шуға ла бөгөн яҙмышын бухгалтер профессияһы менән бәйләргә теләүселәргә был хаҡта ныҡлы уйланып, маҡсатын үҙгәртеү кәрәктер, бәлки. Ошо йүнәлештә белем алып йөрөгәндәргә лә һуң түгел. Мәҫәлән, эшсе һөнәрҙәренә иғтибарҙы йүнәл­теү отошло булыр. Ил Хөкүмәте ярҙамында уларҙың штатын арттырыу көтөлә.
Рәсәй вице-премьеры Ольга Голодец белдереүенсә, илдә квалификациялы төҙөүселәр етешмәй, ә ашнаҡсылар һәм кондитерҙарға хатта сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. Беҙҙең колледждарҙа белем алған йәштәр халыҡ-ара абруйлы конкурстарҙа приз­лы урындар яулай. Шуға ла күптәр сит илгә китеүҙе хуп күрә. Нимә генә тимә, беҙҙә хеҙмәт хаҡы түбәнерәк шул.
Эшсе һөнәре... Һуңғы йылдарҙа уларға ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрә. Сәнәғәттә эшләгәндәр хеҙмәт хаҡын да ярайһы яҡшы ала. Тап шуға ла 2019 йылда Ҡазанда эшсе һөнәре буйынса WorldSkills халыҡ-ара чемпионатын үткәреү күҙаллана. Илдә финанс йәһәтенән ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, был сараға әҙерлек планға ярашлы бара. Ә 2017 йылда “Йәш профессионал”дар бишенсе милли чемпионат финалы Краснодарҙа ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй, WorldSkills 1946 йылда эшсе профессияһына хөрмәт уятыу, уларҙың квалификацияһын бөтә донъя стандарттарына ярашлы камиллаштырыу һәм оҫталығын арттырыу маҡсатынан ойошторола. Рәсәй был хәрәкәткә 2012 йылда ҡушылған.


Вернуться назад