Өлгөргән бал ниндәй була?29.11.2016
– Йәрминкәлә бал алғайным. Әллә ниндәй булды, әллә өлгөрмәгәнен һаттылар инде. Ошондай фекерҙе бер нисә танышымдан ишетергә тура килде. Ысынлап та, шаҡтай аҡса түләп алған ризыҡтың шифалы, ысын булыуын теләйһең. Әммә ҡайһы саҡта ниндәйҙер шик күңелде борсой. Яҡшы бал ниндәй булырға тейеш һуң?
Балдың төрлөһө бар – сәскәнән йыйылғаны, ҡарабойҙайҙыҡы, йүкәнән. Тап шуға ла һәр береһе үҙенсә, ҡуйыһы, шыйығы, үтә күренеп торғаны, ҡарағусҡылы...
Шифалы аҙыҡтың иң мөһим сифаты – уның өлгөргән булыуы. Тимәк, уның составында һыуҙың 20 проценттан да артмауы мотлаҡ. Рәсәйҙең ҡабул иткән ГОСТ нормаһы шулай. Ошоно иҫәпкә алып, 16 градуста ысын өлгөргән балдың ҡатылығы 1443 кг/куб.м тәшкил итергә тейеш. Ҡорттар кәрәҙҙе бал менән тултырып, артыҡ дым парға әйләнеп бөткәс, балды әсеүҙән һаҡлау өсөн тейешле ферменттар ҡушалар. Ошонан һуң ғына кәрәҙҙәге балды “бикләп ҡуялар”. Өлгөргән бал һурҙырғандан һуң 1,5 – 2 ай үткәс кенә ҡуйыра, уны бик оҙаҡ һаҡларға мөмкин.
Ә составындағы һыу өлөшө 20-нән күберәк булһа, тимәк, ул өлгөрмәгән, ваҡытынан алда һурҙырғандар. Бындай бал бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң күперә башлай. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер әҙәмдәр, нәфсеһенә баш була алмай, уға һыу йәки шәкәр сиробы ҡуша. Ул шаҡтай ваҡыт ҡуйырмай тора, ә бер ни ҡәҙәр осорҙан һуң өҫтөндә ҡатлаулы шыйыҡса барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шуға ла һатып алыусыларға балдың сифатын тикшереү өсөн ошондай алымды ҡулланырға кәңәш ителә. Ысын өлгөргән балдың бер литры 1,4-1,5 килограмм тарта. Мәҫәлән, бер литрлы быяла банка 1,85-1,9 килограмм (бал ауырлығы 1,5 кг, банканыҡы – 0,35-0,4 кг.) Бал тултырылған ярты литрлыһы 0,87-0,97 килограмм. Өс литрлы бал банкаһы 4,2-4,5 кг, ә бушы – 0,9-0,95 кг. Һөҙөмтәлә яҡшы бал һалынған банка 5,1-5,45 килограмм тарта. Ә иң мөһиме – балды белгән кешенән алыу кәрәк.