Һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ килемле шөғөлдәрҙең береһе булараҡ танылды.Тап шуға ла районда ҡортсолоҡҡа тотонғандарҙың арта барыуы күҙәтелә. Үткән миҙгелдә барлығы 180-200 тонна самаһы тауар балы етештерелде.
Әйтергә кәрәк, 2013 йылда был күрһәткес 350 тоннаға тиклем еткәйне. Районда һәр күскә уртаса алғанда 10-12 килограмм тауар балы тура килә. Әлбиттә, умарталарын күсереп йөрөтөүселәрҙең күрһәткесе күпкә юғарыраҡ – 50-60 килограмм. Улар айырым күстәрҙән 100-әр килограмға тиклем бал алды. Красноусолдан М. Солтанов, Р. Шәрипов, Х. Басариев, М. Әхмәтшин, Ибраһимдан М. Килмөхәмәтов, Сәйетбабанан Ф. Хәйруллин, Ҡотлоғужанан Р. Мөлөков һәм башҡа бик күп умартасылар һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәште.
Улар араһынан Марат Солтанов хаҡында айырым әйтеп үтке килә. Ул районда бал етештереү буйынса иң алдынғылар рәтендә килә, күптән үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән. Тап уның умарталығы быйылғы кеүек ауыр йылда ла күстәрҙе күсереп йөрөткәндә һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшеп булғанлығын иҫбатланы. Ул үҙенең ҡарамағындағы 60 баш умарта менән һәр күстән 60-ар килограмм бал алды. Ҡайһы бер күстәре хатта 100-әр килограмдан ашыу шифалы аҙыҡ бирҙе.
Уҙамандың эшмәкәрлеге быға ғына ҡайтып ҡалмай, Марат Солтанов заманса дадан һәм рамдар эшләү оҫтаһы ла булып танылды. Хәҙер уны райондан ситтә лә беләләр. Бөгөн Марат Әнүәр улы үҙенсәлекле дадандар эшләүгә йүнәлеш алған. Ул ҡыш көндәрендә Умартасылар йәмғиәте алып барған уҡыуҙарҙы ҡалдырмай йөрөй, белемен даими камиллаштыра, эш тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша. 2014 йылда ул Ибраһимдан Мансаф Килмөхәмәтов менән умартасылар конкурсында район намыҫын лайыҡлы яҡланы.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: һуңғы дүрт йылда район уңғандары республика умартасылар конкурсында уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, 2013 йылда – Р. Халиҡов, 2014 йылда йәш умартасы Азамат Исхаҡов беренсе урынды яуланы.
Ибраһим ауылынан Мансаф Килмөхәмәтов хаҡында ла айырым әйтеп үтергә кәрәк. Уның 300 баш самаһы умартаһы бар һәм ундағы таҙалыҡ, санитар, ветеринар торош, инфраструктура тәжрибәле ҡортсоларҙы ла битараф ҡалдырмаҫ. Бына кемдән өйрәнергә кәрәк.
Әлбиттә, борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Беҙ уларҙы бергәләп хәл итеү юлын эҙләргә тейешбеҙ. Әле оҙайлы ҡышлатыуға күстек.
Рәдиф ХАЛИҠОВ,
Ғафури районының Умартасылар йәмғиәте рәйесе.