Тракторға көрсөк нимә29.11.2016
Тракторға көрсөк нимә “Росстат” машиналар төҙөлөшө тармағына йомғаҡ яһаны. Һөҙөмтә илдә ауыр техникалар етештереү өлкәһендә заман ҡаршы­лыҡ­тарына бирешмәүен күрһәтә.


Иң ҡыуандырғаны – беҙҙең ҡеүәтле транспорт төрҙәре сит ил баҙарына ҡыйыу ишек шаҡый. Мәҫәлән, Силәбе юл-төҙөлөш техникаһы тарихта тәү тапҡыр Перуға оҙатыла башлаған. Санкт-Петербургтан Киров заводының ауыр тракторы Чехияға барып етте. Бынан тыш, Рәсәй, ниһайәт, өсөнсө һәм дүртенсе класлы тракторҙарҙы күпләп етеш­тереүҙе яйға һалды, сөнки уға ихтыяж үтә ҙур. Бығаса уның һикһән биш проценты ситтән һатып алына ине.
Дөйөм алғанда, машиналар эшләүҙә ошондай яңы­лыҡтар. Ауыл хужалығы тех­никаһы, тракторҙар, куль­тиваторҙар һәм йөк тейәү ҡорамалдары етештереү­селәр ҙә көрсөктө әллә ни ауыр ҡабул итмәне. Дөрөҫ, барыһы ла ал да гөл тип булмай. Шулай ҙа эш бара. Әйтәйек, бер йылда 6,7 мең дана трактор йыйылған, был көрсөккә тиклемге кимәлдән 14-кә аҙыраҡ. Сәскестәр буйынса һөҙөмтәләр һәйбәт – бер йылда 2,4 мең дана етеш­терелгән. Һуңғы биш йылдағы иң яҡшы күрһәткес был.
Шулай уҡ күпер крандары сығарыу ҙа үҙгәрешһеҙ ҡалған (2,4 мең дана). Ә бына башня крандарының хатта артыуы күҙәтелә – 262 данаға еткән. Күренеүенсә, былтыр йорттар төҙөү юғары тиҙлек менән барҙы. Шуға ла бер йыл эсен­дә 22,5 мең лифт файҙа­ланыуға тапшырылған. Токарь станоктары етештереү ике тапҡырға үҫкән.
Әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармаған. Быраулау ҡоролмалары, бульдозерҙар, грейдерҙар эшләү шаҡтай кәмегән. Әйтәйек, бығаса йылына мең самаһы быраулау ҡоролмаһы йыйылһа, былтыр 536 дана булған. Бының сәбәбе аңлашыла – донъяла нефткә килеп тыуған сәбәп­тәргә бәйле. Ә бына силос йыйғыс комбайндарҙың ике­ләтә кәмеүе ғәжәп. Ә иген комбайндары көрсөккә тиклемге кимәлдә ҡалған – йылына 5,5 мең дана сафҡа индерелгән.


Вернуться назад