Төрлө ҡатмарлыҡтар тыуып тороуға ҡарамаҫтан, сусҡасылыҡтың ил аҙыҡ-түлек базаһын яҡшыртыуҙағы әһәмиәте малсылыҡтың башҡа төрҙәренән ҡайтыш түгел. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был тармаҡта күрһәткестәр күҙгә күренеп үҫә. Былтыр һуңғы ике тиҫтә йылда булмаған уңыш күҙәтелде – 3, 098 миллион тонна сусҡа ите етештерелде. Дөйөм халыҡ ҡулланған иттең 49 проценты – тауыҡ, 16-һы һыйыр итенә тап килһә, сусҡаның 33 процент биләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Әлбиттә, күберәк тә булыр ине. Ни тиһәң дә, уҙған быуат аҙағындағы ҡыйралыштарҙан һуң яңы аяҡҡа баҫып киләбеҙ әле. Шулай ҙа сусҡа үрсетеү 1998 йылдан ике тапҡырға артып, быйыл уның 21,5 миллион башҡа етеүе – ҙур күрһәткес. Әйткәндәй, был юҫыҡта беҙ Канаданы (11,89 миллион баш), Японияны (9,77 миллион), Мексиканы (9 миллион) ҡыуып етеп, донъяла дүртенсе урынды биләйбеҙ. Ә бына өсөнсө урынға күтәрелеү еңелдән булмаҫ, моғайын. Сусҡасылыҡ тармағына етди иғтибар биргән Бразилияла 36,6 миллион баш аҫрала.
Шулай ҙа белгестәр был күрһәткескә лә етәсәгебеҙгә, совет осорондағы кеүек йылына биш миллионға тиклем ит етештерә алыуыбыҙға шикләнмәй. Быға кәштәләрҙе үҙебеҙ әҙерләгән продукция менән тултырыу сәйәсәте, ситтән килтерелгән туң иттең беҙҙә яңы һуйылғанынан ҡиммәт булыуы тулы мөмкинлек бирә. Быйыл ашлыҡтың уңыуы ла ыңғай йоғонто яһамаҡсы. Мәҫәлән, 2014 йылда сусҡа импорты 40 процентҡа ҡыҫҡарһа, былтыр 34 процент тәшкил итте. Быйыл иһә, колбаса өсөн шпикты иҫәпкә алып, ни бары 100 мең тонна тирәһе индерелеүе көтөлә. Уны һигеҙ йыл әүәл генә тулыһынса ситтән һатып ала инек. Хәҙер үҙебеҙ экспортҡа оҙатҡан ит өс тапҡыр самаһы артҡан.
Быйылғы һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандыра: уңыштың алдағы йылдарҙан ике-өс тапҡырға юғарыраҡ булыуы күҙәтелә.
Сусҡасылыҡ тармағына ил етәкселеге тарафынан етди иғтибар бирелә. Яңы проекттарға һалынған инвестициялар күләме 2000 йылдан ярты триллиондан ашып китте, һәм был тиҙ арала донъя күләменә сығырға ярҙам итте. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә хатта Германия, Дания, Франция етештереүселәре көнләшерҙәй сусҡасылыҡ комплекстары барлыҡҡа килде.
Бынан тыш, Силәбе, Ростов өлкәләрендә Европала иң ҙурҙарҙан һаналған комплекстар эшләй башланы. Йәнә Белгород һәм Курск өлкәләрендә тулыһынса автоматлаштырылған 23 комплекс төҙөү планы күптәрҙә һоҡланыу уята. Улар өсөн шәхси инвестор 20 миллиард һум аҡса һалырға йыйына. Хужалыҡ 2,5 миллион баш тоҡомло сусҡа үҫтереү менән шөғөлләнәсәк. Был илде йәнә йылына өҫтәмә 300 мең тонна ит менән тәьмин итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Тағы илдең көньяғында яңы комплекс төҙөү хаҡында һүҙ алып барыла. Проект донъяла иң ҙуры булмаҡсы. Заманса автоматлаштырылған фермаларҙа хатта музыка уйнап торор тип көтөлә. Махсус техника билдәле расписание буйынса малға аҙыҡты, һыуҙы үҙе тарата, аҫтын таҙартасаҡ.
Бөгөн фермаларҙы йылытыу, яҡтыртыу өсөн шаҡтай сығым китә. Ә бына заман биналарына электр энергияһына түләү кәрәкмәй. Хужалыҡтар үҙҙәрен биояғыулыҡ ярҙамында эшләгән генераторҙар менән тәьмин итә. Хәҙер тармаҡта бындай ғәжәп предприятиелар һаны 40 проценттан артҡан.
Киләсәктә нимә күҙаллана һуң? Белгестәр раҫлауынса, Рәсәй халҡына йылына 2,94 миллион тонна сусҡа ите кәрәк. Быйыл үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ, хатта артып та ҡаласаҡ әле. Шул уҡ ваҡытта тәжрибә күрһәтеүенсә, илдә һуңғы осорҙа ит етештереү йыл һайын уртаса 100 мең тоннаға арта бара. Тап шуға ла тиҙҙән Рәсәйҙең экспортҡа ит оҙатыу буйынса донъяла иң алдынғы ил иҫәбенә инәсәгенә шик юҡ, сөнки бының өсөн тулы мөмкинлек бар. Дүрт-биш йылдан беҙ башҡа илдәргә миллион тоннаға ҡәҙәр ит һата алыуыбыҙ ихтимал. Әйткәндәй, былтыр Евросоюздың 27 иле ситкә ике миллион тоннаға яҡын сусҡа итен сығарған.
Был йәһәттән республикала хәлдәр нисек тора һуң? Ошо көндәрҙә Ауыл хужалығы министрлығы “Сусҡа ите етештереү, эшкәртеү һәм сауҙаға сығарыу” тигән темаға ойошторған конференцияла һүҙ тармаҡтағы хәл-ваҡиғалар хаҡында барҙы.
– Сусҡасылыҡ – бөгөн республиканың малсылыҡ тармағында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – тине үҙенең сығышында ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов. – Бөгөн барлыҡ төр хужалыҡтарҙа 480 мең баш ҡаты морон аҫралһа, уның 85 проценты – ауыл хужалығы предприятиеларына, 2,7-һе – фермерҙар иҫәбенә, 13-ө шәхси ихаталарға тура килә. Медицина нормаһы буйынса, бер кеше йылына 14 килограмм сусҡа ите менән туҡланырға тейеш булһа, былтыр беҙҙә йән башына 11 килограмм тура килгән (74,8 процент).
Республикала төп өлөш башлыса “Башҡорт ит комбинаты”, “Рощинский”, “Максимовский” йәмғиәттәренә тура килә. Күптән түгел файҙаланыуға тапшырылған “Өфө селекция-гибрид үҙәге”ндә 21 мең баш мал аҫрала. Ул республика һәм күрше өлкәләр хужалыҡтарын яҡшы тоҡомло бәрәстәр менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Рәсәй төбәктәре араһында сусҡа үрсетеү буйынса Башҡортостан 13-сө урынды биләй. Шулай ҙа күпселек вағыраҡ хужалыҡтар өсөн малды үҫтереү түгел, ә уны тейешле хаҡҡа һатып файҙаһын күреү төп проблема булып ҡала. “Етештереүсе – ваҡлап һатыусы – ҡулланыусы” тигән бәйләнеште нығытыу зарур. Ул саҡта көс түгеп үҫтергән малдарҙы берәүҙәрҙән арзанға алып, икенселәргә ҡыйбатҡа һатыуҙы кәсеп итеп алған әҙәмдәргә юл ҡуйылмаҫ ине, тиелде сарала. Тап шуға ла ошо юҫыҡта эште еңеләйтеү маҡсатынан бурыстар ҡуйылды, бәләкәй етештереүселәргә малды махсус урындарҙа һуйыуҙа, продукцияһын уңайлы ҡаптарға төрөп, уны сауҙа үҙәктәренә даими сығарыуҙа ярҙам итеү кәрәклеге билдәләнде.
Республикала сусҡасылыҡ менән шөғөлләнгән ваҡ хужалыҡтар күп түгел. Ишембай районында Айҙар Тимерәшев етәкселегендәге “Уңыш” йәмғиәте яҡшы ғына эшләп килә.
– 600 баш самаһы сусҡа аҫрайбыҙ, – ти ул. – Малға етерлек игенде, бесәнде үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, бер ниндәй ҙә химик матдәләр ҡулланмайбыҙ. Шуға ла беҙҙең тауарҙы баҙарҙа сират тороп алалар. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре, етди тикшереү үткәреп, тауарҙы сифатлы тип баһаланы.
Хужалыҡта мал үҫтереп кенә ҡалмайҙар, махсус цехта сусҡа итен ыҫлайҙар, тоҙлайҙар. Әлбиттә, сусҡа итенә мосолмандарҙа мөнәсәбәт башҡасараҡ. Был хаҡта Айҙар Тимерәшев былай ти:
– Сусҡа майының кеше өсөн файҙаһы фән тарафынан дәлилләнгән. Унда организмға бик кәрәкле аминокислота бар. Сало менән туҡланған кешеләр йөрәк сиренән яфаланмай. Брежнев заманында Кремлдәге һәр кеше көнөнә 50 грамм сусҡа майы ашаған ...
Ил етәкселеге, артабан да тармаҡты үҫтереү өсөн дәүләт ярҙам итәсәк, тип ышандыра.
Раян ШАҺИМӨХӘМӘТОВ, республика ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары:– Республикаға сиктәш төбәктәрҙә сусҡа тағунының асыҡланыуы беҙҙән уяулыҡ һәм афәткә ҡаршы етди көрәш саралары талап итә. Башҡортостан биләмәһенә сирҙе индермәү өсөн Илеш һәм Бүздәк райондарындағы трассаларҙа автотранспорт өсөн махсус йыуыу пункттары асылды. Бының буйынса Эске эштәр министрлығы ҙур эш алып бара. Ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында сусҡа ите, ҡатнаш аҙыҡ һәм малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташыған автотранспортты йыуалар һәм дезинфекциялайҙар. “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре лә уяу тора. Ашханаларҙағы ҡалдыҡ-боҫтоҡтарҙы хайуандарға ашатыу ҡәтғи тыйыла, уларҙы юҡ итеү сараһы күрелә. Сусҡа аҫраған һәр төр хужалыҡтар етди күҙәтеү аҫтында, бәғзеләре кәметелеп, улар урынына башҡа төр мал-тыуар аҫрала. Баҙарҙа сусҡа ите, сало һатыусылар ныҡлы тикшерелә.
Бөгөн республикала сусҡа тотҡан һәр кеше менән эш алып барыла, ихаталарҙа нисә баш мал булыуы иҫәптә. Эйәләренә уларҙы урам буйҙарында, көтөүлектә йөрөтөү ҡәтғи тыйылған. Һәр малдың электрон биркаһы бар.
Мәғлүм булыуынса, республикала һуңғы йылдарҙа ҡабан сусҡалары ла шаҡтай үрсене. Улар ҙа үҙ нәүбәтендә был ҡурҡыныс сирҙе таратыу хәүефе менән янай. Тап шуға ла ҡыр хайуандарының һанын кәметеү юҫығында маҡсатлы эш алып барыла. Йыл да һунарсылар алған меңдән ашыу хайуандың ҡанын лабораторияла тикшерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, сусҡа тағунына бәйле хәл ныҡлы күҙәтеү аҫтында.