Ауыл тормошон нисек яҡшырталар?23.11.2016
Ауыл тормошон нисек яҡшырталар? Быйылғы һауа шарттары ауыл хужалығы эшсәндәрен ҙур һынауҙар алдына ҡуйҙы, әммә күп көс һалып үҫтергән иген, баҫыуҙарҙан юғалтыуһыҙ йыйып алынып, ил бураларына һалынды. Шөкөр, киләһе йылда сәсеү өсөн етерлек күләмдә орлоҡ, мал аҙығы запасы тупланды.
Мәләүез районының “Ашҡаҙар“ ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре лә, алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп, 30 мең тонна иген культу­раһы, дүрт мең тоннанан ашыу көнбағыш йыйып алған. Әйткәндәй, йәмғиәттең техника паркы бай ғына, бында, нигеҙҙә, үҙебеҙҙә етештерелгән “тимер ат”тарға өҫтөнлөк бирәләр. Быйыл, мәҫәлән, хужалыҡ паркы 92 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы менән байыған.
Әле урамда ҡыш булһа ла, оҫтаха­наларҙа эш ҡайнай: механизаторҙар яҙғы сәсеүгә техниканы ремонтлай ҙа башлаған, запас частарға заказдар ҙа бирелә. Йыйылған уңышты һаҡлау өсөн бында бөтә шарттар бар, былтыр заманса дүрт келәт төҙөп ултыртҡандар, бер нисәһенә ремонт та яһағандар. Үҙҙәренең ҡеүәтле ашлыҡ киптергестәре лә бар икән, тимәк, яҙғы сәсеүгә сифатлы орлоҡ буласаҡ. Әле 15 мең тоннанан ашыу игенде һатыуға әҙерләйҙәр. Көҙ айында шәкәр сөгөлдөрөнән мул ғына уңыш ҡаҙып алғандар, 4200 тонна “татлы тамыр”ҙы ошо көндәрҙә Шишмә май заводына тапшырырға йыйыналар. “Һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хужалыҡ кәрәк-ярағына тотонола, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә лә китә. Кемгә шәкәр ҡомо кәрәк, уға продукция рәүешендә лә бирелә”, – ти етәкселек.
Хужалыҡтың 20 мең гектар һөрөнтө ере иҫәпләнә, ҡарауһыҙ баҫыуҙар юҡ, һәр береһе тәрбиәле, минераль ашлама етерлек күләмдә индерелә. Көҙ 2500 гектарҙа ужым культуралары ла сәскән­дәр. Минераль ашламаларға, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ булғаны юҡ, сөнки етәкселек уларҙы алдан хәстәрләп ҡуя икән, киләһе яҙғы сәсеү эштәренә хатта артып ҡалған.
– Ауыл халҡының уңғанлығын, бөт­мөрлөгөн билдәләп үтер инем, ә тырыштар менән тау аҡтарырға була бит, – ти хужалыҡ рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илдус Тимерхан улы Хәлитов. – Тәбиғәт быйыл игенселәрҙе әллә ни иркәләмәне, шулай ҙа уларҙың тырышлығы бушҡа булманы, йылына күрә баҫыуҙарҙан мул ғына уңыш йыйып алдылар.
Әле йәмғиәттә ҡыҙыу мәл, ауыл эшсән­дәре ҙур ихласлыҡ менән мал ҡышлатыу осорона аяҡ баҫты. Малсыларҙың кәйефе күтәренке, эшкә уларҙың дәрт-дарманы ташып тора. Баҫыуҙарҙан бесән-һалам ихаталарға ҡайтарылған, силос соҡор­ҙары тулы, хатта былтырҙан ҡалған. “500 ферма“ республика маҡсатлы програм­маһына ингән һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырылған. Ҡул көсө бөтөнләй ҡулланылмай, һәр ерҙә яңы ҡоролмалар көйләнгән. Малсылар өсөн йылы һәм уңайлы ял, аш бүлмәләре бар. Бында яңы һөтсөлөк фермалары ла төҙөлә, быҙауҙар, таналар өсөн айырым ҡуралар ҙа сафҡа ингән. Төҙөлөшкә 16 миллион һум аҡса сарыф ителгән. “Әлбиттә, кассанан сығып киткән аҡса аҙаҡ меңләтә артып ҡайтасаҡ әле, сөнки малдарҙы һалҡын ҡышта урамда тотоп булмай, уларға яҡшы шарттар ҙа кәрәк бит. Шуға ла был ваҡытта аҡса йәлләргә кәрәкмәй”, – ти етәкселек.
Хужалыҡтың малы ла ишле, бөгөн бында ҡара-сыбар тоҡомло 3700 баш һы­йыр малы аҫрала, шуның бер меңдән ашыуы – һауын һыйыры. Көтөүҙе то­ҡомло мал менән яңыртыу эше һәйбәт ҡуйылған, уны йыл һайын мул һөт биреүсе таналар менән тулыландыралар. Хужалыҡ килешеү нигеҙендә малды Свердловск өлкәһенән һатып ала. Тиҙҙән 130 тана көтөүгә ҡушыласаҡ. Әле һыйырҙар, йәш таналар быҙаулай башлаған. Әйткәндәй, бында яһалма ҡасырыу эше һәйбәт ҡуйылған, Григорий Котовты хужалыҡта ғына түгел, хатта районда ла яҡшы яһалма ҡасырыу белгесе тип беләләр. Малсылар көнөнә 12 тонна һөт һауып, аҡты Мәләүез, Стәр­летамаҡ һөт комбинаттарына литрын 26 һум менән тапшыралар.
Бөгөн йәмғиәттә ун ауылдан бөтәһе 220 кеше эш менән мәшғүл, уларҙы эшкә алып килеү-алып ҡайтыуҙы хужалыҡ үҙ өҫтөнә алған. Күп кенә урындарҙа йәштәргә, юғары һәм урта махсус белемле белгестәргә ҡытлыҡ һиҙелһә, бында ундай мәсьәлә тормай. Ололарға алмашҡа йәштәр күпләп килә, ҡасандыр Себер тарафтарына, ҙур ҡалаларға оҙон аҡса юллап сығып китеүселәр ҙә киренән тыуған яҡтарына ҡайта башлаған. Етәкселек уларҙың һәр береһен тиерлек хеҙмәт урындары менән тәьмин итергә тырыша. Шуныһы ла мөһим: йәмғиәт халыҡты, йәштәрҙе, йәш ғаиләләрҙе туған хужалығына эшкә йәлеп итеү маҡсатында күп эш башҡара. Мәҫәлән, хеҙмәт хаҡы ваҡытында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ түләнә, шәхси ихатаһында мал аҫраусыларға ла бесән-һаламы, фуражы бушлай бирелә. Етәкселек 2017 йылда биш-алты яңы йорт төҙөп, хужа­лыҡта эшләүсе йәш ғаиләләргә, белгес­тәргә бүлеп бирмәксе. Бынан тыш, ауылдарҙа буш йәки хужаһыҙ торған йорттарҙы һатып алып, уны ремонтлап та бирәләр. Әлбиттә, йәмғиәт яғынан бындай иғтибар һәм яҡлау булғас, йәштәр ҙә ауылға тартыласаҡ.
Йәмғиәт үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, ауыл тормошон яҡшыртыуҙы ла өҫтөнә алған. Асфальт юлдар һалына, ҡырсынташ түшәлә. Бынан бер нисә йыл элек хужалыҡ үҙ аҡсаһына ауылда мәсет төҙөп ултыртҡан.
“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы кооперативы етәкселеге алдынғы комбайнсылар Венер Зөбәйеровты, Андрей Кофоновты, һауын­сылар Алла Кофонованы, Земфира Ишекәеваны, Людмила Үтәеваны, көтөү­се­ләр Рәшит Ишекәевте, водителдәр Вәкил Богдановты, Ришат Кейекбаевты маҡтап телгә алып, “уларға һәр ваҡыт ҡәҙер-хөрмәт менән ҡарайбыҙ, ундай алдынғылар булғанда, һәр саҡ һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин” тигән теләктәрен дә еткерҙе.


Вернуться назад