Йыл аҙағында беҙҙе бик үк күңелле булмаған ваҡиға көтә: мөлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләп ҡуяһы бар. Ләкин дәүләтебеҙ йәшәһен, нығыһын тиһәк, һалым түләү – изге бурыс. Мөлкәт алырға аҡсабыҙ булған икән, һалымына ғына табырбыҙ. Быйыл уны түләүҙә үҙгәрештәр ҙә булып алды.
Уларҙың шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп иткәне – 2016 йылдан башлап һалымдарҙы түләүҙең 1 декабргә хәтлем оҙайтылыуы. Ошоға саҡлы һалымдарҙы 1 ноябргә тиклем түләү шарт ине. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған “Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексының икенсе өлөшөнә үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон былтыр 24 ноябрҙә үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, физик берәмектәрҙең килеменә һалымдан азат ителгән тағы бер күрһәткес өҫтәлде: суд сығымдары өсөн түләнгән һәм ошо судтың ҡарары менән кире ҡайтарылған аҡсанан дәүләткә бер тин дә китмәй, ә бына банкта сит ил валютаһында булған тупланманан һалым мотлаҡ тотоп алып ҡалына. Һумдарҙағы аҡса тупланмаһы элеккесә ҡала – уларҙан һалым түләнмәй, фәҡәт процент ставкаһы артҡанда ғына был ҡағиҙә үҙгәрәсәк.
Һалым кодексының 32-се киҫәге мөлкәт һалымы түләгәндә быны тулыһынса кадастр хаҡына нигеҙләнеп башҡарыуҙы күҙ уңында тота. Элегерәк иһә бының өсөн ошо бинаның инвентарь хаҡы нигеҙ итеп алына ине. Һалым һалынған мөлкәт тип был осраҡта йорт, торлаҡ майҙаны (фатир, бүлмә), гараж, тамамланмаған төҙөлөш объекты һәм башҡа биналар иҫәпләнә. Һалым күләмен билдәләгәндә йорттоң һатыу хаҡына, ҡайҙа урынлашыуына ҡарайҙар. Был өлкәләге ҡануниәт быйыл да социаль йүнәлешлелеген һаҡлай: ҙур хеҙмәт стажына эйә булған йәки дәүләт наградалары алған айырым төр граждандарға, шулай уҡ яҙмыш осрағы арҡаһында түләй алмаҫлыҡ хәлдә ҡалған кешеләргә мөлкәт һалымына ташлама бирелә. Ташламаны һәр кем үҙе һайлаған бер объект өсөн генә файҙаланырға хоҡуҡлы. Пенсионерҙар өсөн иһә үҙгәреш юҡ – улар мөлкәт өсөн һалым түләмәй. Ә бына ер өсөн һалымда өлкән быуын өсөн ташлама юҡ.