Ҡыш бал ҡорттары сағыштырмаса тыныс була, уларҙа матдәләр алмашыныуы аҡрын бара һәм аҙыҡ аҙ тотонола. Быны ҡышҡы осорҙа күскә уҡмашып йәшәүҙәре менән аңлаталар. Һауа температураһы уртаса 10 градусҡа еткәс, улар өйкөмгә уҡмаша башлай.
Ҡорт күсе төндә йәки һыуыҡ көндәрҙә хасил була, ә йылы ваҡытта тарала. Тотороҡло һалҡындар башланғас ҡына, умарталарҙа даими ҡорт йомғағы хасил була, һәм улар уңайлы шарттарҙа ҡышлатыу аҙағына тиклем һаҡлана. Ҡорт күсе шулай урынлаша: уның өҫкө өлөшө — кәрәҙҙәге емдә, ә урта һәм түбәнге өлөшө буш кәрәҙҙә ҡала. Ҡорт йомғағы (тумалаҡ) тәүҙә умартаның алғы өлөшөндә кейәгә яҡын урынлашһа, һуңынан ул яйлап умартаның түбәһенә һәм артҡы өлөшөнә табан хәрәкәт итә. Был осраҡта тумалаҡтың (йомғаҡтың) өҫкө һәм артҡы өлөшө кәрәҙҙәге емдә, ә ҡалғаны буш кәрәҙҙә ҡала. Шулай итеп, тумалаҡтың юлы (ҡорттарҙың хәрәкәте) кәрәҙҙәге балдың аҡрынлап кәмеүенә бәйләнгән. Ҡорт юлында ем бөтһә, күс туҡталып ҡала, һәм улар астан үлә. Шуға күрә лә ҡышҡылыҡҡа һәр кәрәҙҙә кәмендә ике килограмм бал ҡалдырырға кәрәк.
Һауа температураһы тумалаҡтың уртаһында 30 градус самаһы, ә тирә-яғында 10 градустан кәм булмай. Айырым ҡорттоң температураһы уның йомғаҡтың ҡайһы өлөшөндә булыуына бәйләнгән. Өйкөмдөң уртаһында саҡта уның температураһы 36 градусҡа етһә, ситендә булғанда иһә 18 градус тәшкил итә. Ғөмүмән, бал ҡортоноң температураһы 18 градустан түбән төшмәй һәм 36 градустан юғары булмай.
Бал ҡорто ғаиләһе бала тәрбиәләгән осорҙа ояла температура 35 градус самаһы була. Баҙҙа һауа һалҡынайһа, ҡорттарҙың күбеһе буш кәрәҙ күҙәнәктәренә инеп урынлаша, ә ҡалғандары, бер-береһенә һыйынып, тумалаҡтың ҙурлығын кәметә. Был осраҡта йомғаҡтың ҙурлығы кәмей, һәм тумалаҡ эсендәге йылылыҡ яҡшы һаҡлана.
Көслө бал ҡорто ғаиләләренә был йылылыҡты һаҡлауы еңелерәккә тура килә. Шуның өсөн дә ҡышҡы осорҙа көслө ғаиләләрҙәге һәр бал ҡорто аҙыраҡ аҙыҡ тотона, һәм улар ҡышлап сыҡҡас та оҙағыраҡ йәшәй. Баҙҙа һауа йылынһа, өйөр ҙурая, һәм айырым ҡорттарҙың хәрәкәте көсәйә.
Күстең уртаһында һауалағы газдарҙың күләме лә ныҡ үҙгәрә. Яҡшы ҡышлаған ҡорт ғаиләһенең уртаһында углекислоталы газдың күләме өс-дүрт процентҡа күтәрелә, ә кислородтың күләме 18 процентҡа тиклем кәмей (саф һауала кислород — 21, ә углекислоталы газ 0,03 процент самаһы тәшкил итә).
Ояла углекислоталы газдың артыуы бал ҡортоноң ғүмерен оҙайта, был осраҡта уның хәрәкәте кәмей, тәнендә матдәләр алмашыныуы аҡрынайыу сәбәпле, емде аҙ тотона. Бындай шарттарҙа бал ҡорттарының күптәре (бигерәк тә кәрәҙ күҙәнәктәренә инеп урынлашҡандары) биш-алты көн бер урында тыныс ҡала. Шулай ҙа күс эсендә айырым ҡорттарҙың хәрәкәтен күҙәтергә мөмкин. Уның тышҡы ҡатында өшөгән ҡорттар йомғаҡтың уртаһына, ә уртаһындағылары тышҡы ҡатына сығып урынлаша. Асыҡҡан бал ҡорттары кәрәҙҙең баллы өлөшөнә табан хәрәкәт итә. Уларҙың йомғаҡ эсендә былай күсеп йөрөүе бик аҡрын бара. Ҡайһы бер бал ҡорттары төркөмдөң уртаһынан ситенә тиклем араны (10 – 15 сантиметр) бер сәғәттә үтә.
Шулай итеп, тыштан ҡарағанда тыныс ҡына торған бал ҡорто йомғағы кәрәҙҙәр өҫтөндә бик ҡатмарлы хәрәкәттә була.
Бал ҡорто ғаиләһенең ҡышлау шарттарын боҙоусы сәбәптәр (бинаның һыуыныуы һәм артыҡ йылыныуы, сысҡандарҙың оялауы, тыштан бинаға яҡтылыҡ үтеп инеүе, киҫкен тауыш, еҫ һәм башҡалар) күстең хәрәкәтен көсәйтә, аҙыҡ тотоноуҙы арттыра, һәр ҡорттоң ғүмерен ҡыҫҡарта. Быны яҡшы аңлаған тәжрибәле умартасыларҙың күстәре йылдың-йылы яҡшы ҡышлай һәм яҙын дәррәү үрсей.
Быны белергә кәрәкБик борондан балды дарыу урынына файҙаланғандар. Боронғо мәшһүр ғалимдар үҙҙәренең оҙаҡ йәшәүен (Демокрит — 109 йәш, Анакреон — 115 йәш, Пифагор 90 йәштән күберәк) бал ашау менән аңлатҡан.
Атаҡлы табип, тәбиғәт фәндәре белгесе һәм шағир Әбүғалисина: “Әгәр йәшлегеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң, һис шикһеҙ, бал аша”,— тигән.
Хәҙерге заман ғалимдары, умартасының сәләмәтлеге (ҡорт балын даими ҡулланыу һөҙөмтәһендә) ныҡ була, ул оҙаҡ йәшәй, тип билдәләй.
Айырым умартасылар эшсе һәм әре ҡорт ҡарышлауығын (ҡурып, бешереп һәм сейләй ҙә) аҙыҡ урынына файҙалана. Был – бик туҡлыҡлы һәм витаминдарға бай аҙыҡ.
И. ШАФИҠОВТЫҢ
“Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.