Метро дәүләттеке булырға тейеш22.11.2016
Күптән түгел Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына урамдан тыш йөрөгән транспорт тураһында илдең тармаҡ министрлығы әҙерләгән закон проекты тикшереүгә тапшырылды. Уға ярашлы, ҙур ҡалаларҙағы метрополитен хосуси ҡулдарға файҙаланыуға бирелә ала.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ете ҡалала – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгородта, Ново­сибирскиҙа, Һамарҙа, Екатеринбургта һәм Ҡазанда – метро бар. Шуныһы ғәжәп: ҡануниәткә ярашлы, был хәрәкәт ысулы ҡала транспортына ла, тимер юлға ла ҡарамай. Ғөмүмән, “метрополитен” һүҙе бер законда ла юҡ, һәм ошо транспорттың эш шарттарын һәр ҡала үҙе билдәләй.
– Беҙ пассажирҙар ташыуҙың аныҡ ҡағиҙәләрен, метрополитен һәм монорельс юлдарын техник файҙаланыу нормаларын булдырабыҙ, – тине Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев, Хөкүмәт ултырышында ошо закон проекты тураһында сығыш яһап.
Метроны акционерлаштырыу тураһында 2008 йылдан алып һөйләйҙәр, ләкин белгестәр был үҙгәрештең иҡтисади йоғонтоһо көтөлгәнсә килеп сыҡмауы тураһында ла иҫкәртә. 2003 йылда, мәҫәлән, борондан эшләп килгән Лондон метроһы өлөшләтә хосуси ҡулдарға тапшырылғайны. Әммә был тәжрибә аварияларҙың йышайыуына, ер аҫты ҡорамалдары һәм ҡаралтыларының ремонтланмауына, хеҙмәт хаҡының түбән булыуы арҡаһында коллективтың эш ташлауына килтерҙе. Юҡҡа ғынамы ни Карл Маркс “Йөҙ процент табыш тәьмин итһәгеҙ, капитализм кешелектең барлыҡ ҡанундарын ситкә тибәсәк”, тимәгән. Һөҙөмтәлә 2007 йылда был ойошма банкрот тип иғлан ителеп, уның бурыстарын түләү дәүләт елкәһенә һалынды.


Вернуться назад