Быйыл ун айҙа Башҡортостандың бөтә кимәлдәге бюджеттарына 229 миллиард һумға яҡын һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр йыйылды. Үткән йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 1,2 процентҡа күберәк.Республиканың консолидацияланған ҡаҙнаһына 98 миллиард һумдан ашыу аҡса инде. Был да уҙған йылдағынан күберәк: өҫтәмә аҡса дүрт миллиард һумдан артығыраҡ, йәғни үҫеш 4,6 процент булып киткән.
Барлыҡ кимәлдәге йыйылған түләүҙәрҙең иң күп өлөшө – 24,2 проценты ҡаҙылма байлыҡ сығарыусылар биргән һалымға тура килә. Әммә быйылғы туғыҙ айҙа ер аҫтын эшкәртеүселәр биргән һалым аҙыраҡ – 55 миллиард 367 миллион һум. Был күрһәткес иһә уҙған йылғы шул осор менән сағыштырғанда 81,1 процент ҡына тәшкил итте. Ул донъя баҙарында нефткә хаҡтың төшөүе менән аңлатыла – табыш кәмегәс, ҡаҙнаға һалым да аҙыраҡ. Мөлкәткә һалым да 99,4 процент булды. Уның сәбәбе ошо түләүҙең ваҡытын үҙгәртеүгә бәйле – хәҙер был осор 1 декабргә хәтлем һуҙыла. Ҡалған һалым төрҙәре буйынса үҫешкә өлгәшелде.
Быйылғы туғыҙ айҙа йыйылған һалым 2015 йылдың ғинуар-октябре менән сағыштырғанда (проценттарҙа) (һулдан уңға)
1 - Ҡаҙылма байлыҡтарға һалым
2 - Табышҡа һалым
3 - Өҫтәлгән хаҡҡа һалым
4 - Тулайым табышҡа һалым
5 - Акциздар
6 - Мөлкәт һалымы
7 - Физик берәмектәрҙең табышына һалым